6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ

Гемань Әсәҙуллин: "Үткән йылды торлаҡ - коммуналь хужалыҡ та рмағы юғалтыуһыҙ тамамланы"
18.02.05


       "Башинформ" агентлығында торлаҡ - коммуналь хужалыҡ өлкә һендәге реформаларға арналған матбуғат конференцияһы үтте. Б ашҡортостандың торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Гемань Әс әҙуллин, БР Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығының иҡтиса ди күҙаллауҙар һәм тариф сәйәсәте бүлеге начальнигы Наталья Гребенкина һәм министрлыҡтың хоҡуҡи хеҙмәт секторы мөдире Мә ҙинә Чанышева журналистарҙың барлыҡ һорауҙарына теләп яуап б ирҙе.
       Гемань Әсәҙуллин хәбәр итеүенсә, быйылғы йылдың беренсе м артынан башлап Рәсәй Федерацияһының яңы Торлаҡ кодексы үҙ кө сөнә инәсәк, унда РФ һәм субъекттарҙың бурыстары асыҡ билдәл әнгән һәм бүленгән, шулай уҡ яңы кодекста бер нисә яңы бүлек
       тә урын алған.
       Кодекс күтән инде яңыртыуҙы талап итә ине, ваҡыт бер урын да тормай, илдә иҡтисади мөнәсәбәттәр ҙә үҙгәрә, торлаҡ - ко ммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә, һис һүҙһеҙ, яңылыҡтар етерлек.
       - Республикабыҙҙа 344 предприятие, 55 мең эшсе торлаҡ - к оммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләй. Башҡортостанда барлығы 75 квадрат километр торлаҡ иҫәпләнә, - тип билдәләне Гемань Ғиб аҙулла улы.
       Үткән өс йыл дауамында урындағы бюджеттан сығымдарҙы ҡапл ау өсөн бүленгән субсидиялар халыҡ тарафынан торлаҡты тәрбиә ләү һәм ремонтлау өсөн түләү кимәлен һиҙелерлек тотороҡлай и не, быйыл бындай хәл булмаясаҡ.
       "Башинформ" агентлығы ҡунаҡтары урындағы үҙидара органда ры раҫлаған тарифтарҙан сығып, 2005 йылда граждандар тарафы нан торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереү комплексы өсөн түләү 2 5, 6 процент тәшкил итеүе тураһында әйтте. Республика гражда нины уртаса алғанда һыу менән тәьмин итеү буйынса иҡтисади н игеҙләнгән тарифтың 68 процентын, һыу таратыу буйынса - 65, йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең - 83 һәм торлаҡты ремонтлауҙың 100 процентын түләйәсәк.
       Матбуғат конференцияһында халыҡты социаль яҡлауға ҡағылға н мөһим һорау тикшерелде. Яңы кодексҡа ярашлы, аҙ тәьмин ите леүсе ғаиләләр торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәтләндереүгә дөйөм
       килемдең 22 процентынан да артыҡ түләргә тейеш түгел, был, әлбиттә, билдәләнгән тарифтарҙан күпкә аҙыраҡ.
       - Үткән йыл 92 меңдән ашыу ғаилә ( республикала йәшәүсе ғ аиләләрҙең 8,7 проценты) торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереү гә түләү буйынса субсидия алды: уртаса алғанда бер ғаиләгә а йына 312 һум тура килә, - тип хәбәр итте Гемань Әсәҙуллин. -
       Һанап ҡарағанда, бер йыл эсендә субсидияға 348 миллион һум бүленгән.
       Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ өлкәһенә "частниктар" ҙа йәлеп
       ителмәй ҡалмай, әлбиттә. Һис һүҙһеҙ, Дәүләкән, Ишембай, Бла говещен, Ағиҙел һәм республиканың башҡа ҡалаларында шәхси ой ошмалар хеҙмәтләндереүенең юғары проценты - яҡшы күрһәткес. Уларҙың хеҙмәтләндереү сифаты күпкә юғарыраҡ булыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Хәйер, төрлөһө була. Миҫал өсөн, Белоретт а "Скорпион" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хеҙмәтләндереү енән уларҙың килешеү бурыстарын үтәмәүе сәбәпле баш тартырға
       тура килгән, Яңауылда шулай уҡ "Газтепломонтаж" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеүҙе юҡҡа сығарыу планлаштырыл а.
       Нисек кенә булмаһын, үткән йылды торлаҡ юғалтыуһыҙ тамамл аған. Матбуғат конференцияһына килгән ҡунаҡтарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала һәм райондарҙың йәшәйешен тәьмин итеүсе бар лыҡ системалар ҙа көндәлек режимда эшләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал