6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

"Һайлау"демократияһы, йәки Һайланған музыканың ялған ноталар ы
08.09.03


       Демократияны һәр кем үҙенсә аңлай, әлбиттә. Кем өсөндөр ул Ҡ ыҙыл майҙан буйлап хөкүмәткә ҡаршы транспаранттар тотоп уҙыу , икенсеһе ГУЛАГ ҡа бер яҡлы ғына билет алыуҙан ҡурҡмай һәр
       йәһәттән үҙ фекерен белдереүҙе демократия тип атай, өсөнсөһ ө был һүҙ төшөнсәһенә словарҙә яҙылған аңлатманы индерә. Бер
       һүҙ менән әйткәндә, күпме кеше шунса фекер йәшәй. Улар араһ ында демократия һәм һүҙ азатлығын осраған бер кешене тәнҡит ләүтип аңлаусылар ҙа етерлек. Билдәләп үтергә кәрәк, тәнҡит объекты ни тиклем юғарыраҡ пост биләһә, тәнҡитсе шул тиклем үк арзан популярлыҡ менән файҙалана. Мин оппозиция һәм тәнҡи ткә бер ҙә ҡаршы түгелмен, киреһенсә, улар беҙҙең тормошта б улырға тейеш тигән фекерҙе яҡлайым, әммә тәнҡит конструктив булырға һәм оппозиционер тамаҡ ярыусылары популярлығына түге л, ә ғөмүмән йәмғиәткә файҙа килтерергә тейеш. Икенсе һүҙәр менән әйткәндә, тәнҡитләйһең икән -- ситуациянан сығырға яр ҙам итерлек үҙ тәҡдимдәреңде лә еткер, ҡоро ҡысҡырыныуҙан ни
       файҙа Шулай булһа ла бушҡа тамаҡ йыртыусылар ҙа теләүселәр табыла. Сәбәп бармы, юҡмы, мөһим түгел, бары тик ишетһендәр генә. Кү птән түгел ҡулыма ошондай гәзит эләкте. "Выбор народа" тип а тала ул ("Наш выбор" тигәне лә бар). Яңы һан түгел, июлдә сы ҡҡан, әммә был бер нимәне лә үҙгәртмәй, был гәзиттәрҙең крас ка еҫе сығырға тейешле һәр бер яңы һанынан да емтек еҫе аңҡы ғандай тойола. "Выбор народа" гәзитенең 20 - се һанына еңелсә күҙ йөрөтөп с ығыу ҙа ошондай "дөрөҫлөктө яратыусы"журналистар тураһында у йҙар тыуыра. Беренсе битендә бик әүҙем телдә, 17 - се йылда броневиктан тороп телмәр тотҡан пролетарийҙарҙы хәтерләтеп,
       милицияны әрләйҙәр. Икенсе битендә халыҡ иҫәбен алыу һәм Б ашҡортостандағы тоттош хәл тураһында тасуир ителә. Өсөнсөһөн дә яңғырауыҡлы баш аҫтында республика йәштәрен нимәләлер ғәй епләйҙәр, аңлашылмай. Әйтергә кәрәк, үҙҙәренең пиар - журнал ист эштәрен профессиональ рәүештә, рәтен белеп башҡаралар. А ңлашыла ла, был музыкаға заказ биреүселәрҙе арлы - бирле яҙы лған әйбер ҡыҙыҡһындырмай.Тик шулай ҙа һайлау музыканттарыны ң арттырарған урындары бигерәк күп, ялған ноталар үҙҙәрен һ иҙҙерә. Мәҫәлән, халыҡ иҫәбен алыу тураһыдағы материал ( "Власть себ я разоблачила", авторы күрһәтелмәгән). Быны уҡып сыҡҡас эсең де тотоп көлөргә була. Айырым алынған районда халыҡ иҫәбен а лыу факттары буйынса тотош Башҡортостандың емереклеге тураһы нда һығымта яһай "автор". Быны ниндәйҙер тетя Нюраның кәзәһе
       биргән һөт күләменә ҡарап Голландияла сыр етештереү индустр ияһы тураһында һығымталар яһау менән генә сағыштырып була.Бе р һанды уҡып ҡына ла ошондай миҫалдарҙы әллә күпме килтере ргә булыр ине. Һәм һәр бер материал тип әйтерлек

08.09.2003
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал