6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Һалҡын металдың йылыһын тойоп...
17.02.05


       "Һалҡын металл мөғжизәһе" - ошо көндәрҙә республиканың М илли музейында асылған күргәҙмә тап ошолай тип исемләнә. Зла тоустың ҡоросҡа гравюра төшөрөүсе оҫталары ижады һигеҙ витр инаны биләй. Декоратив сәнғәт төрө булараҡ ул 1815 йылдың де кабрендә Златоуст ҡорал етештереү фабриаһында барлыҡҡа килгә н.
       Ҡорал биҙәү оҫталарының иң тәүгеләре Златоустҡа Германиян ың Золинген ҡалаһынан килгән аталы - уллы Шаф булған тип иҫә пләнә. 1818 йылдан алып барлыҡ ҡоралды рус оҫталары биҙәй ба шлай: ике йыл дауамында Златоуста золингендарҙыҡына оҡшамаға н айырым биҙәү стиле барлыҡҡа килә, уға Иван Бушуев менән Ив ан Бояршин башланғыс һала. Был үҙенсәлекле стиль нәфислеге һәм ҡатмарлы композицияһы менән айырылып тора. Хәнйәр йөҙө һ уғыш күренештәре, һунар, тәбиғәт мотивтарын һүрәтләүсе орна менттар менән биҙәлә.
       19 быуат аҙағында фабрикала ҡоростан биҙәп эшләнгән көнк үреш әйберҙәре етештерелә башлай. Ассортимент бик бай була: төрлө ҡумталар, аш - һыу приборҙары, һунарсы бысаҡтары, тәм әке һауыттары һәм башҡалар. Златоуст фабрикаһы оҫталарына е теүсе Рәсәйҙә генә түгел, Көнбайыш Европаның боронғо ҡорал етештереүсе үҙәктәрендә лә булмаған. Златоус гравюраһы барл ыҡ халыҡ - ара күргәҙмәләрендә лә тип әйтерлек ҡатнашып мотл аҡ юғары наградалар ғына яулай.
       Бөгөн Златоуст ҡорал заводы ябылған, әммә иң яҡшы оҫталар
       башланғыс һалған йолалар әле лә онотолмай, Златоуст оҫтахан аларында эшләүсе рәссам - граверҙар уларҙы дауам итә. Ҡалала
       утыҙҙан ашыу шәхси предприятие гравюра менән биҙәлгән һынл ы сәнғәт изделиелары етештереү менән шөғөлләнә. Музейҙа ошо ндай алты предприятие әйберҙәре ҡуйылған - юғары сифатлы ҡор остан эшләнгән һунарсы наборы, төрлө ҡорал, хәнйәрҙәр, көнсы ғыш ҡылыстары, рюмкалар, көнкүреш әйберҙәре, панно һәм башҡа лар. Уларҙың һәр береһен эшләү өсөн бер нисә ай ваҡыт үтә, с өнки бында нескә ювелирҙарса эш талап ителә.
       Булат ҡоростан эшләнгән, өҫтөнә бәҫ ҡунғандай балҡыған хә нйәрҙәр айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Ябай хәнйәрҙән ул үҙен ең үтә ныҡ булыуы менән айырыла: булат ҡоростан эшләгән хәнй әр өҫкә ырғытылған ебәк яулыҡты һә тигәнсе ҡырҡа, юҡҡа ғына
       бындай ҡылыс хужалары һуғыштарҙан һәр саҡ еңеүсе булып сыҡм аған шул. Булат ҡоросто етештереү алымы оҙайлы ваҡыт көнсығы ш оҫталарының сере итеп һаҡланған ( ҡоростоң тыуған яғы Сири я). Уны Рәсәйҙә Златоуст ҡорал фабрикаһына етәкселек итеүсе
       Павел Петрович Аносов асҡан. Һәм 1837 йылда рус булатынан э шләнгән ҡоралдарҙың тәүге партияһы сыҡҡан.
       Павел Петровичтың ҡаҙаныштары араһында һауыт - һабаға алт ын йүгертеүҙе гальваник алым менән эшләү ҙә бар. Быға тиклем
       етештереүселәр өсөн үтә зарарлы булған терегөмөш ҡулланылға н. Музей витиналарының береһе бөгөн алтын ялатылған рюмка һә ¬ фужерҙар менән биҙәлгән.
       Элек, әле Сталин ваҡыттарында хеҙмәт геройҙарын нисек наг радлауҙары бөгөнгө заман йәштәре өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр ти п уйлайым. Был маҡсатта юлбашсы һүрәте төшөрөлгән бәләкәй ба лталар етештерелгән. Күргәҙмәлә улар ҙа ҡуйылған.
       Златоуст оҫталарының алтын ҡулдары әйберҙәрҙе аҫыл һәм яр ым аҫыл таштар менән биҙәп, уларҙың эстетик баһаһын арттыра.
       Орнаментта Рәсәй Федерацияһы символдары файҙаланыла. Был йә һәттән башлыса хәнйәрҙәр етештереүсе "Арт - Грант" яуаплылығ ы сикләнгән йәмғиәт айырыуса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Музейға килеүселәр иһә бөгөн Златоуст оҫталары ижадының мату рлығын һәм һалҡын металдың ... йылыһын тойоу мөмкинлегенә эй ә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал