6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Рейтингтар

Ғинуар рейтингы "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең абруйы төшөүен күр һәтә
17.02.05


       Льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу һәм уның халыҡта ри заһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙырыуы сәбәпле, оппозициялағы сәйәси пар тияларҙың эшмәкәрлеге уларҙың рейтингына ла йоғонто яһамай ҡ алманы. Ғинуар айында үткәрелгән барлыҡ социологик тикшереүҙ әр ҙә тип әйтерлек "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең абруйы түбәнәйе үе тураһында һөйләй. Был льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу т ирәләй йөрөгән бәхәстәрҙән тыш, әйтелгән партияға баштан уҡ саманан тыш өмөт бағлауҙан да киләлер. Сәйәси белгестәр феке ренсә, "Берҙәм Рәсәй" рейтингы түбәнәйеүенә уларҙың электор аты сәйәси йәһәттән әүҙем булмауы ла сәбәп булыуы ихтимал, был ғәҙәттә һайлауҙар алдынан асыҡ күренә. 2003 йылдың ноябр ь аҙағы - декабрь башындағы рейтингын хәтергә төшөрәйек, " Берҙәм Рәсәй" рейтингы һайлауға яҡынса ике аҙна тирәһе ҡалғ ас айырыуса юғары күтәрелде ( 10 процент тирәһе). Тауыш бир еүҙең һуңғы көндәрендә, ғәҙәттә, кем әйтмешләй, "сәйәси һаҙл ыҡ" кемде һайларын асыҡлай һәм башлыса ҙур һәм көслө партиял ар өсөн тауыш биреүҙе хуп күрә.
       1998 һәм 2003 йылғы Дума һайлауҙары "ярышында" беренсе ур ында "власть фирҡәләре" торҙо ( ОВР, "Берҙәмлек" һәм "Берҙәм
       Рәсәй", улар һөҙөмтәлә икеләнеүселәр тауышының күп өлөшөн й ыйҙы ла инде. Бөгөн үҙ һайлауына хыянат итеүселәрҙең күбеһе ( төрлө мәғлүмәттәр буйынса биштән һигеҙ процентҡа тиклем) -
       тап шул "электорат һаҙлығы" тип аталыусылар иҫәбенә инә. "Б ерҙәм Рәсәй" партияһының абруйы төшөүе һәм КПРФ һәм "Пенсион ерҙар партияһының" бер аҙ үҫеше араһында бәйләнеш булыуы асы ҡ күренә ( "Левада - центр" мәғлүмәттәре буйынса). Әгәр "һул дар" абруйының үҫеше һаҡланмаһа, һәм улар йыйылған процентты ң ике - өс процентын юғалтһа, "Берҙәм Рәсәйҙән" өмөтөн өҙгән
       һайлаусыларҙың әлегә үҙҙәренең тауышын бирергә кәрәк тип т апҡан сәйәси партияның булмауы аңлашыла.
       Шул уҡ ваҡытта, һайлаусыларын юғалтыуҙарға ҡарамайынса, "Б ерҙәм Рәсәй" сәйәси фирҡәләр араһында һис һүҙһеҙ беренсе тор а. "Левада - центр" тикшеренеүҙәренә ярашлы, 2005 йылдың ғин уарында был партия өсөн рәсәйлеләрҙең 35 проценты үҙ тауышын
       бирергә әҙер ( 2004 йылдың декабрендә улар 41 процент ине).
       "Йәмәғәтселек фекере" ("Общественное мнение" - ФОМ) фонды м әғлүмәттәре буйынса, "Берҙәм Рәсәй" тауыштарҙың 21 процентын а иҫәп ота ала ( йыл элек - 30). Был социологик хеҙмәттәрҙең
       мәғлүмәте бер - береһенә тап килмәүе уларҙың төрлө методика
       ҡулланып эшләүе менән аңлатыла ( мәҫәлән, ФОМ һорау бирелгә ндәрҙең процентын иҫәпләй, ә "Левада - центр" - һайлауҙа ҡат нашырға йыйыныусылар һанынан сығып һығымта яһай). Һөҙөмтәләр ҙә булған айырмаға респонденттарҙың 50 процент тирәһенең әл егә парламент һайлауҙарында ҡатнашырға йыйынмауҙары, йәки ни ндәй партияға тауыш бирергә теләүҙәре хаҡында һорауға яуап бирергә ҡыйынһыныуҙары йоғонто яһаған, күрәһең.
       "Левада - центр" хеҙмәтенең ғинуар айындағы социологик ти кшеренеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса, әгәр ҙә Дума һайлауҙары ғину ар аҙағында үтһә, парламенттың түбәнге палатаһы фракциялары дүрт партия төҙөй алыр ине: 35 процент тауыш менән "Берҙәм Рәсәй", КПРФ - 20 процент, Родина ( Сергей Глазьев етәкселег ендә) - һигеҙ процент һәм ЛДПР - 11 процент. ФОМ мәғлүмәттәр е буйынса ете процент сиген бары тик "Берҙәм Рәсәй" ( 21 про цент) һәм КПРФ ( туғыҙ процент) аша үтә алыр ине. Әммә Дәүл әт Думаһына депутаттар һайлау тураһындағы закон проектында м андаттарҙы билдәләгәндә ете процент сиген үтмәгән партиялар ҙа ҡатнаша алыуы тураһында положение бар. Дөрөҫ, был Думаға
       үтеүселәр барыһы бергә бергә тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар һа нының 60 процентын тәшкил иткән ваҡытта ғына мөмкин. Тимәк ү ҙенең биш проценты менән (ФОМ буйынса) ЛДПР ҙа мандатҡа иҫәп
       тота алыр ине.
       Бөгөн сәйәси белгестәр ҡайһы партия структураһы үҙ потенц иалын тормошҡа ашырыуын һәм теге йәки был партия киләһе парл амент һайлауҙарында ҡатнашыуын күҙаллауға тотонмай. Түбән ре йтинг ( әлеге ваҡытҡа) бер нимә белдермәүе лә ихтимал. Сәйә си абруйҙың ни тиклем тиҙ арала үҫеүе мөмкинлегенә миҫал ите п 1999 йылғы "Берҙәмлек" ("Единство") партияһын әйтергә мөм кин :һайлауға тиклем бер йыл алдан был блокка берләшкән парт ияларҙың һәр береһе бер процент тауышҡа ла дәғүә итә алмай и не).

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал