6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ҡыҙыл Армия сафында өфөлөләр
17.02.05


       1918 йылдың 29 майында Өфөгә күренекле хәрби эшмәкәр Ник олай Ильич Подвойский ( ошо көндәрҙә уның тыуыуына 125 йыл т ула) етәкселегендә Юғары хәрби инспекция ағзалары килә. Улар
       Ҡыҙыл Армия частәрен формалаштырыу менән шөғөлләнә, губерна
       хәрби комиссариаты эшен тикшерә.
       Подвойский килгән ваҡытҡа Өфө хәрби отрядтар төҙөү һәм һа лдаттарҙы өйрәтеү буйынса ҙур үҙәктәрҙең береһе була. Етенсе
       июндә Юғары хәрби инспекция ҡушыуы буйынса 1 - се Өфө атыус ылар дивизияһы штабы, ике полк һәм артиллерия дивизияһы төҙө ү буйынса эштәр башлана.
       Юғары хәрби инспекция ағзалары һәм Николай Подвойский 20 көн тирәһе Өфө станцияһында инспекция поезында йәшәй. Ошонд а Подвойскийҙың ойоштороу һәләттәре күренә лә инде. "Извести я Уфимского губсовнаркома" гәзите уның коммерция училищеһы б инаһында үткән йыйылышта яһаған сығышын баҫып сығара, 20 июн дә цирк бинаһында сығыш яһаясағы тураһында хәбәр итә.
       Наркомдың эше етерлек булыуына ҡарамаҫтан, ул Өфөнән 17 к илометр алыҫлыҡта урынлашҡан Миловка ауылына барырға ла ваҡы т таба. Бында Петроградтан килтерелгән эшсе балалары йәшәй.
       Балалар йортона Подвойскийҙың ҡатыны Нина Августовна етәксе лек итә. Уларҙың өс ҡыҙы һәм улы ла әсәһе эргәһендә була.
       Юғары хәрби инспекция поезы ҡыҙыл отрядтар аҡ чехтар менә н көрәшкә әҙерләнгән күп кенә станция һәм разъездарҙа туҡтай .
       Николай Ильич Подвойский 1880 йылдың 16 февралендә Черниг овта, уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. 1901 йылда Рәсәй социал - д емократия эшселәр партияһына ағза булып инә. 1905 йылдың окт ябрендә Ярославль эшселәре демонстрацияһында тәүге хәрби һа бағын ала - иптәштәре менән бергә казактарға ҡаршы һуғыша, у ны ныҡ туҡмайҙар һәм ул һушһыҙ килеш дауаханаға эләгә.
       1910 - 14 йылдарҙа революция һалдаты булараҡ "Заря", "Пра вда" гәзиттәрен сығарыуҙа ҡатнаша, мәҡәләләр яҙа, хәбәрселәр
       селтәрен булдыра. 1916 йылда уны бишенсе тапҡыр ҡулға алала р. Февраль революцияһы уны Себергә күп йылдарға һөргөнгә ебә релеүҙән ҡотҡарып ҡала.
       Тарихта үҙ эҙен ҡалдырған 25 октябрь төнөндә Подвойский Ҡ ышҡы һарайҙы штурмлауға етәкселек итә. Октябрь революцияһына н һуң уны хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары, Ҡыҙыл Армияны
       ойоштороу һәм төҙөү буйынса Бөтә Рәсәй коллегияһы рәйесе ит еп тәғәйенләйҙәр.
       Граждандар һуғышы ваҡытында Николай Ильич партия ҡушыуы б уйынса Башҡортостанда ғына эшләгән тип уйлай дөрөҫ түгел. Мә скәүгә поезд июль башында килә. Алтынсы июлдә эсерҙар баш кү тәрә - Подвойский уларҙы баҫтырыуға етәкселек итә. Гражданда р һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ҡыҙыл Байраҡ орде ны менән наградлана.
       1935 йылда Подвойский ҡаты ауырып китә. Табиптар уға ял и тергә ҡуша. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Подвойски й "Трехгорка" туҡыусылары менән бергә баш ҡалала оборона сик тәре төҙөүгә тотона. Ә уның ҡатыны Нина Августовна тағы Өфөг ә килә. Ул өлкән ғилми хеҙмәткәр вахифаһын башҡарған Маркс - Ленин институты архивы ваҡытлыса Башҡортостандың баш ҡалаһ ына күсерелә. "Өфө, Совет урамы, 5" адресы буйынса Николай П одвойскийҙан хат һәм телеграммалар килә.
       Подвойский урамы ( элекке Төньяҡ урамы) Өфөнөң Совет райо нында урынлашҡан. Үҙенең исемен 1925 - 1937 йылдарҙа ала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал