6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // БР Хөкүмәтендә

Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билд әләргә әҙерләнәбеҙ
16.02.05


       Республика йортонда Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәс әй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыу датаһын байрам итеүҙе әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге улты рышы үтте. Ултырышты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Прем ьер - министры Рафаэль Байдәүләтов алып барҙы.
       Билдәле булыуынса, был датаны байрам итеү Рәсәй Федерация һы Президенты Владимир Путиндың үткән йылдың 20 декабрендә ҡ ул ҡуйылған Указына ярашлы, 2007 йылдың июнендә үтәсәк. Тант аналарға әҙерлек Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың туранан - тура ярҙамы менән ойошторола.
       2005 йылдың 7 февралендә федераль хөкүмәт ҡарары менән ой оштороу комитеты раҫланды, уны Рәсәйҙең финанстар министры А лексей Кудрин етәкләй, уның урынбаҫары итеп БР Хөкүмәте Прем ьер - министры Рафаэль Байдәүләтов тәғәйенләнде. Әйтелгән ҡа рарға ярашлы, ойоштороу комитеты беренсе сиратта үҙ эсенә ағ ымдағы ярты йыл эсендә төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороуҙы талап иткә н объекттарҙы алған төп саралар планын әҙерләргә тейеш.
       План ике өлөштән тора, уның тәүге өлөшө мәҙәни саралар ой оштороу һәм үткәреүгә ҡағыла. Икенсе өлөшөндә сығымдар күбер әк талап ителәсәк, унда һүҙ төҙөү һәм яңыртыуҙы талап иткән объекттар тураһында бара.
       2005 - 2007 йылдарҙа егерменән ашыу объект төҙөү һәм яңы ртыу ҡаралған. Иң мөһимдәре иҫәбендә Өфө кремле биләмәһендә музей - туристик комплекс төҙөү, Халыҡтар дуҫлығы йортон, Ми хаил Нестеров исемендәге музейҙы, Әхмәт - Зәки Вәлиди исемен дәге китапхананы яңыртыу. Был исемлеккә шулай уҡ Үҙәк дәүләт
       архивы, яңы боҙ аренаһы, физкультура - һауыҡтырыу комплекст ары төҙөү һәм башҡалар инә. Мәҙәни сараларға килгәндә , пла нға ярашлы уларҙың һаны ҡырҡҡа яҡын.
       Саралар планының ойоштороу комитеты ағзалары тарафынан т өҙәтмәләр индерелгән варианты ай аҙағында үтәсәк киләһе улты рышта ҡараласаҡ.

Глеб Романов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал