6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Саңғы ярыштары

Октябрьский һыуыҡтарҙан ҡурҡмай
16.02.05


       Үткән йәкшәмбе бөтә ил буйынса саңғы ярыштарына арналған
       физкультура - спорт байрамдары ойошторолдо. Был юлы символи к трасса Башҡортостан аша ла үтте - этаптарҙың береһен үткәр еү бурысы Октябрьскийға ышанып тапшырылды.
       Ярыш үтәсәк көн ярайһы уҡ һалҡын булды - термометр минус 17 градус күрһәтә ине. Әммә саңғы уҙышында ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙе был ғына ҡурҡыта алманы. Байрамда 10 меңдән ашыу спортсы ҡатнашты. Октябрьскийҙа иң төп ҡунаҡ был көнө Б ашҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм
       буйынса министры Владимир Самородов булғандыр, моғайын. Был
       сараға ул бик яуаплы ҡарауын белдерҙе - 2012 йылда Мәскәүҙә
       үтәсәк Олимпия уйынын хуплау йөҙөнән ул саңғыла 2012 метр а ра үтте. Унан тыш был ярышта туҡһанға яҡын хөрмәтле ҡунаҡ ҡ атнашты.
       Уларҙан һуң үҙҙәренең профессиональ 10 километрлыҡ дистан цияһында спорт мастерҙары көс һынашты. Был ярышта биатлонис т Виталий Шеталин еңде ( БР Эске эштәр министрлығы). Биш кил ометрға ярышта ҡатын - ҡыҙҙар араһынан өфөлө Екатерина Скопи на тәүге булып килде. Йәштәр уҙышында беренсе урынға Октябрь ский егете Илдар Мәхмүтов, өс километрға йүгереүсе ҡыҙҙар ар аһынан Ольга Вилухина ( Межгорье) беренсе урынға лайыҡ булды .
       Ярышта ҡатнашыусы иң бәләкәс "спортсылар - өс йәшлек Эльм ира һәм Альберт Фәхретдиновтар менән бергә ярыштың иң өлкән ҡатнашыусылары Сабир һәм Хәниә Маннановтар ( 76 һәм 74 йәш) ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал