6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Виоленчелист үҙе тураһында
16.02.05


       - Минең ата - әсәйем музыкант түгел, һәм мине музыкаға ө йрәтеү уларҙың планына инмәгән. Әммә миңә дүрт йәш тә ике ай
       булған ваҡытта әсәйем "Киске Өфө" гәзитендә осраҡлы рәүештә
       генә Нариман Сабитов исемендәге беренсе балалар музыка мәкт әбенә ҡабул итеү тураһында иғлан уҡый. Мин шуҡ һәм тикторма ҫ бала булғанлыҡтан ул улында ташҡан энергияны музыка өйрәне үгә йүнәлтеп, мине мәктәпкә тиклем үк "тынысландырырға" уйла й. Бынан тыш мин төрлө түңәрәктәргә йөрөнөм: шахмат, теннис,
       бассейн, - тип һөйләй Мәскәүҙән Өфөгә соло концерты менән к илгән талантлы виолончелист Антон Павловский.
       Антон - беҙҙең яҡташыбыҙ. Үҙенең йәш булыуына ҡарамаҫтан , ул күп һанлы республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ - ара конкур стар һәм Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,
       ә уның исеме "Башҡортостандың алтын китабына" индерелгән. Ә ммә Павловский өсөн мин - минлек төшөнсәһе ят һәм йондоҙ а уырыуы уға янамай - ул үҙен үтә ябай һәм иркен тота һәм үҙен ең ҡаҙаныштарын ғәҙәттән тыш хәл тип һанамай.
       Өфөлә Антон Павловскийҙы яраталар һәм уның һәр килеүен тү ҙемһеҙлек менән көтөп алалар, үҙе лә беҙҙең баш ҡалаға йылы тойғолар менән килә: тейешле программаны уйнауҙан тыш, туған дарын, дуҫтарын, уҡытыусыларын күрер өсөн дә ҡайта.
       Концертҡа тиклем бер көн алдан Антон республиканың киң мә ғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Һуңғылары уның нисе к итеп бәләкәй тиктормаҫ малайҙың талантлы һәм өмөтлө музыка нт булып китеүе менән ҡыҙыҡһынды.
       - Дүрт йәштә мине Нариман Сабитов исемендәге беренсе бала лар музыка мәктәбенең әҙерлек бүлегенә алдылар, инструмент һ айларға ваҡыт еткәс, пианист һәм скрипкасылар күп булыу сәбә пле үҙ көсөмдө башҡа инструментта һынап ҡарарға тәҡдим иттел әр, - тип һөйләй музыкант.
       Антонға виолончель һайларға тәҡдим итәләр, өҫтәүенә уҡыты усы - Марк Афанасьев та бик көслө музыканттарҙан һанала. Әмм ә мәктәптә виолончелдә уйнарға туғыҙ йәштән алалар, ә малайғ а бары тик биш йәш була.
       - Башта Марк Донатович миңә ышанмай ҡараны, минән эш сығы рына шикләнде. "Был бәләкәс менән нимә эшләйем мин - тигәне
       хәтеремдә. - Әммә мин һәр ваҡыт буйға оҙон булдым, артабан эштәр ҙә ыңғай китте - һәм ул мине ҡабул итте. Минең музыка ға өйрәнеүем шулай башланды.
       Баланың уникаль таланты шунда уҡ күренә башлай. Бер аҙҙан
       уҡытыусыға тәрбиәләнеүсеһе менән ғорурланырға ла урын була:
       ете йәшендә Антон Павловский ҡала конкурсында беренсе преми яны яулай.
       Артабан ваҡиғалар тағы ла ҡыҙыулана төшә: алтынсы синыфта
       малай Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге махсус урта м узыка мәктәбенә күсә һәм уны 2003 йылда тамамлағандан һуң, 1 7 йәшендә Мәскәү консерваторияһына уҡырға инә. Үҙенең педаго гы Наталья Николаевна Шаховскаяны Антон Рәсәйҙә генә түгел, бәлки бөтә донъяла иң яҡшы педагог - виолончелист тип һанай.
       Өфөгә Антон менән бергә килгән Рәсәйҙең атҡаҙанған артис ткаһы, Мәскәү консерваторияһы профессоры, Павловскийҙың уҡыт ыусыһы Галина Брыкина Антонға ансамбль эшмәкәрлеге тураһында
       ла уйларға ваҡыт тип иҫәпләй. Мәҫәлән, үҙенең курсташы, тал антлы пианист Максим Подкурков менән бына тигән дуэт төҙөргә
       булыр ине, ти ул.
       - Мин Мәскәү консерваторияһында концертмейстерлыҡ сәнғәте нә өйрәтәм, ә Антон - минең уҡыусым, икенсе курс студенты, -
       тип һөйләне Галина Николаевна журналистарға. - Беҙ Антон ҙу р музыкант булып етешер тигән өмөттәбеҙ. Антон талантлы ғына
       түгел, эшһөйәр ҙә, ә беҙҙең һөнәр кешеләре өсөн был иң мөһ им һыҙаттарҙың береһе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал