6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

16 йыл элек һуңғы совет һалдаты Афғанстан сиген аша атланы
16.02.05


       Өфөлә совет ғәскәрҙәрен Афғанстан биләмәләренән сығарыу ға 16 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә. Йола буйынса Е ңеү паркындағы һәйкәлгә сәскәләр гөлләмәһе һалғандан һуң, "а фған" һәм "чечен" яугирҙар, яу яланында һәләк булған һалдатт арҙың туғандары һәм яҡындары, ҡала хакимиәте һәм Башҡортоста н хәрби комиссариаты вәкилдәре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт - музейға йүнәлде: унда афған һәм чечен һуғыштарында ҡа тнашыусыларға арналған "Беҙ тоғро ҡалырға ант иттек..." күрг әҙмәһе асылды. Музейҙа һалдаттарҙың фотографиялары, формала ры, шәхси әйберҙәре, хаттары ҡуйылған.
       - Беҙҙең егеттәр тураһында барыһы ла белергә һәм мәңге онотмаҫҡа тейеш, улар быға лайыҡлы, - тип билдәләне "Хәрби т уғанлыҡ" һуғыш ветерандары һәм хәрби конфликттарының Бөтә Рә сәй йәмәғәтселек хәрәкәтенең Башҡортостан республикаһы бүлег е рәйесе Павел Ганцев. 1985 йылдың майынан 1987 йылдың май а йына тиклем ул Афғанстанда 345 - се парашют - десант полкы с оставында хеҙмәт итә. Уның наградалары араһында Ҡыҙыл Йондоҙ
       ордены, төрлө миҙал һәм билдәләр бар.
       Башҡортостандан туғыҙ меңдән ашыу һалдат һәм офицер афған
       һуғышы аша үткән, уларҙың өс йөҙҙән ашыуы һәләк булған, биш еһе хәбәрҙән тыш юғалған тип иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә республ икала 150 - гә яҡын афған һуғышы инвалиды йәшәй.
       - Беҙ йыш осрашып торабыҙ, - тип һөйләй Павел Ганцев, - һ әр береһенең яҙмышын беләбеҙ. Һуңғы үҙгәрештәр льготаларҙы а ҡса менән алмаштырыуға ҡағыла. Был закон трмошҡа ашырылғанда н һуң афған һуғышы ветерандары 600 һум тирәһе ала. Ҡалала йә шәүселәр өсөн был закондың файҙаға булмауы көн кеүек асыҡ.
       "Беҙ тоғро ҡалырға ант иттек..." экспозицияһы даими эшләй әсәк. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музей директоры Альбина Ю лдашбаева әйтеүенсә, был Милли музей системаһында тулыһынса афған һәм чечен һуғышына арналған тәүге күргәҙмә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал