6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Еңеүҙең 60 йыллығына

Һалдат ейәне
16.02.05


       Һәр кеше өсөн бер саҡ үткәненә, тамырҙарына иғтибар бире р ваҡыт етә. Өфөләге армия частәренең береһендә хеҙмәт итеүс е подполковник Бикбаев өсөн был ваҡыт атаһына бәйләнгән. Зин нур Бикбаев Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған атаһы Әхм әтсафа Бикбаевты эҙләй. Әммә эҙләүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Илдар Бикбаев, уның ейәне, тышҡы төҫ - ҡиәфәте менән ҡартатаһын хәтерләтә.
       Бер ваҡыт Санкт - Петербургта, хәбәрһеҙ юғалған ҡартатаһ ы белем алған Хәрби физик культура институтында булған саҡ та, егет нисек булһа ла уның ҡәберен табырға, ниндәй шарттар ҙа һәләк булыуын асыҡларға тигән ҡарарға килә.
       Илдарҙың ҡартатаһы Әхмәтсафа Бикбаев фронтҡа Өфөнән 1941 йылдың сентябрь айында саҡырыла. Тиҙҙән уның хәбәрһеҙ юғалы уы хаҡында рәсми ҡағыҙ килә. Илдарҙың атаһы Зиннур уны эҙләп ҡарай, әммә Оборона министрлығының үҙәк архивына мөрәжәғәт итеү бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. Уның ҡарауы 1955 йылда Зинн ур эргәһенә Илдарҙың әсәһенең ағаһы Әхмәт Дүсәев килә. Ул Әхмәтсафа Бикбаев хеҙмәт иткән разведка отрядының командиры булып сыға. Көндәрҙең береһендә уларҙың отрядына дошман тыл ына үтеп инергә тигән приказ килә. Әммә оборона һыҙығын үткә н саҡта дошман ғәскәрҙәре отрядты асыҡлауға өлгәшә һәм эҙәрл екләй башлай. Беҙҙекеләр ҙур юғалтыуҙар менән ҡоршауҙан сыға һәм ҡышын да туңмаған күл янындағы тау битендә йәшенә. Аҙ на самаһы ваҡыт үткәс, хәлде асыҡлар өсөн отрядҡа "тел" алыр ға кәрәк тигән ҡарарға киләләр. Ҡайтышлай оборона һыҙығын үт кән ваҡытта Әхмәтсафа Бикбаев үлемесле яралана һәм һәләк бул а. Был хәл 1942 йылдың февраль айына тура килә.
       Ҡартатаһының һәләк булған көнө һәм урыны Илдар Бикбаев өс өн айырыуса әһәмиәтле була. 90 - сы йылдар башында ойошторол ған экспедиция Әхмәтсафа Бикбаев һәләк булған ерҙә тағы ла туғыҙ һалдаттың кәүҙәһен таба. Илдарҙың ҡартатаһының да ҡәбе ре табыла, дөрөҫ, уның исеме менән фамилияһын яҙғанда хата е бәрелгән була.
       Был асыҡлауҙарға тиклем Илдарға үҙенең отпускыларын йәллә мәйенсә, Мәскәү, Подольск һәм башҡа ҡала архивтарында бик кү п ваҡыт уҙғарырға тура киләсәк. Һөҙөмтә булып ҡартатаһының ҡ әбере табылыуҙан тыш, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү системаһы ла булдырыла. Уның нигеҙендә мәғлүмәттәрҙең киң компьютер б азаһын төҙөү тора. Шул уҡ ваҡытта "фронтҡа саҡырыу китаптары ", "хәтер китабы", хәрби комиссариат архивтары, ерләү исемле ктәре, фронттан килгән хаттар бик ентекле өйрәнелә. Компьюте р базаһы һуғыш барған урындар күрһәтелгән топография картала рын төҙөргә мөмкинселек бирә. Артабан инде экспедициялар бул дырыла һәм эҙләү эштәренә тотонорға ла ваҡыт етә.
       Илдар Бикбаевтың эшмәкәрлеге Өфө менән генә сикләнмәй. Уғ а республиканың Октябрьский, Салауат, Дәүләкән ҡалаларынан, төрлө ауылдарҙан киләләр. Урындарҙа ла эҙләү отрядтары барл ыҡҡа килә. Улар йәштәр клубына әүерелә, отрядтарҙа йәш егет тәр армия алды тәжрибәһенә эйә була. Поход шарттарында йәшәү , таҫыллыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләү һәм физик яҡтан сынығыу... Был хәрәкәтте матди яҡтан үҫтереү еңел булмай, Илдар Бикбае вҡа бағымсылар эҙләргә тура килә. Экспедициялар башлыса һуғы ш йылдарында хәрби хәрәкәттәр үткән урындарҙа ойошторола. Аҡ рынлап төрлө яҡлы бәйләнештәр булдырыла: Татарстан кинематог рафистары эҙләүселәр тураһында фильм төшөрә, "Жди меня" тел етапшырыуына ла үтеп инергә мөмкинселек табыла. Быйылғы йылғ а ла эҙләүсе отрядтар фондының пландары ҙур.

Владимир Жерехов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал