6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Боҙ өҫтөндә мотоуҙыш

Красников, Буланкин һәм Ҡартатай
16.02.05


       Өфөлә боҙ өҫтөндә мотоуҙыш буйынса 40 - сы шәхси беренс електең ярымфиналы тамамланды. Һуңғы уҙышта хужалар Краснико в һәм Буланкин икеләтә еңеү яуланы.
       Рәсәйлеләр тәүге старттан башлап үҙҙәренең сит ил спортсы ларынан күпкә өҫтөн тороуын күрһәтте. Быға бары тик йығылып ҡалыу ғына ҡамасаулай ала ине. Һәм бына беренсе уҙышта уҡ Уч алы вәкиле Михаил Богданов ҡолай. Шул арҡала фин Аако икенсе булып килеүмөмкинселегенә эйә була - алда, билдәле, Красник ов бара. Яҡташ - чемпиондар араһында ҡыҙыҡ ҡына осрашыу ҙа б улып алды: Буланкин уҙыш барышында Красниковҡа бирешә, әммә тәжрибә үҙенекен итә, һәм Дмтрий финишҡа беренсе килә.
       Мордва вәкиле Владимир Лумпов Башҡортостан мотоуҙышсылары нан ҡалыша. Башта уны Красников, артабан Буланкин һәм Боглан ов артта ҡалдыра.
       Беренсе көн старты көсөргәнешле булды. Йәш фин Аако донъя чемпионына ҡаршы сыҡмаҡсы. Буланкин барыбер үҙенекен итеп алға сыға, әммә һуңғы боролошта йығыла.
       Һөҙөмтәлә тәүге көндән һуң Антти Аако үҙе өсөн юғары һана лған икесне урынды яулай. Лумпов менән Буланкин Суоми вәкиле нән бер мәрәйгә ҡалыша. Николай Красников беренсе. Ул тамаша сыларға трюк күрһәтергә лә өлгөрә - мотоциклын үрә баҫтыра һ әм үҙе лә уның өҫтөндә аяғүрә баҫып бара. Уның эргәһендә әле гә бер тапҡыр ҙа еңеүгә өлгәшмәгән чех Антонин Клатовски "фо кус" күрһәтә - мотоцикл өҫтөндә бер аяғында ғына баҫып елә.
       Тәүге көндө ике тапҡыр квалификацияһынан мәхрүм ителгән н емец мотоуҙышсыһы ярыштың баш судьяһы Петр Ондрашик эргәһенә килә һәм үҙенең ризаһыҙлығын белдерә: "Мин тректың эске һыҙ ығын киҫеп үтмәнем. Һеҙ мине сығарып ташларға теләйһегеҙме" .
       Икенсе көн. Асыуы ҡабарған Айбль тиҙлеген арттыра. Буланк ин менән осрашыу ваҡытында ул беренсе килә. Ғәҙеллек өсөн әй теп үтәйек, был уҙышта Буланкиндың мотоциклы тыңламаны, шуға күрә ул өс мәрәй артынан ҡыумай һәм икенсе урын менән дә ҡә нәғәт ҡала. Тамашасылар объектив ҡараш һаҡларға тырыша һәм а ртабан немецты дәртләндерә башлай. Һөҙөмтәлә Айбль финалға э ләгеү өсөн кәрәкле һигеҙенсе урында яулай. Етенсе урында Ант онин Клатовски, етенселә - ҡыҙыу фин егете Антти Аако. Почет лы бишенсе урынды Михаил Богданов биләй.
       Публика һәр ваҡыттағыса легендар швед мотоуҙышсыһы 57 йәш лек Пер - Олоф Серениусты тәбрикләй. Ҡайһы берәүҙәр уға шунд а уҡ ҡушамат таға һәм "Ҡартатай!", "Ҡартатай!" тип ҡысҡырып ҡул саба.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал