6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

Ғәҙеллек кеүек төшөнсә бында икенсе мәғәнәғә эйә кеүек...
02.09.03


       Башҡортостан Республикаһы социал-демократтарына Грецияла 8 0 ил вәкилдәре йыйылған Халыҡ-ара йәштәр фестивалендә ҡат нашыу бәхете тейҙе. Байрамдың ни тиклем һоҡландырғыс һәм мауыҡтырғыс икәнлеген ябай һүҙҙәр менән һүрәтләп бирерлек түгел. Ул үҙенең масштабы, тантаналы атмосфераһы менән Мор аҙым һәм Грушин фестивалдәрен хәтерләтә. Әммә уларҙы берг ә ҡушып, унға ҡабатлап, Европа сервисын, хозур диңгеҙ буйҙ арын ҡушҡан осраҡта ғына. Сағыу палаткалар, гитара моңдары , күңелдәргә үтеп инерлек йыр -моң, костер янындағы фекер алышыуҙар - бына ошондай туристик хәрәкәттең классик атр ибуттары булһа ла, төрөлө милли флагтар һәм штандарттар б ында ябай туристар түгел, ә сәйәсмәндәр йыйылыуын асыҡтан- асыҡ күрһәтеп торҙо. Шуныһы ҡыҙыҡлы: билдәле сәйәсмәндәрҙе ң береһендә лә маһайыу тигән нимәбөтөнләй юҡ. Бына һеҙ, мә ҫәлән, Михаил Касьяновтың палатканан сығып биотуалетҡа сир ат көтөп торғанын күҙ алдына килтерәһегеҙме Ә Зюгановтың төшкө аш алыр өсөн оҙон сираттың осонда торғанын Юҡтыр, м оғайын. бына Греция Премьер-министры иртән ярты сәғәт бу йы фестивалдә ҡатнашыусылар менән территорияла сүп- сар йыя. Швеция, Германия, Франциянан килгән бөтә доньяға би лдәле сәйәсмәндәр ҙә үҙҙәренең "аҡ һөйәк" икәнлектәрен иҫк ә лә төшөрмәй: башҡалар менән рәхәтләнеп волейбол уйнай, к истәрен костер эргәһендә күңел аса... Бындай миҫалдарҙы ба йтаҡ килтерергә мөмкин, әммә мине шул аптыратты "ғәҙеллек" , "азатлыҡ" кеүек төшөнсәләр бында бөтөнләй икенсе төрлө мәғәнәғә эйә кеүек тойолдо.

Альбина Моратова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал