6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Өфөлә Шаляпин эҙҙәре
16.02.05


       А. М. Горький был йырсы тураһында "Рус сәнғәтендә Шаляпи н - Пушкин кеүек, үҙе бер дәүер" тип әйткән. Шаляпиндың арт ислыҡ карьераһы Өфөлә башлана. Федор Шаляпин Өфөлә 1890 йыл дың сентябрь айы урталарынан 1891 йылдың июненә тиклем була . Ул бында Ҡазандан С. Я. Семенов - Самарскийҙың рус комик о пера һәм оперетта хористы булараҡ гастролдәргә килә.
       Үҙенең артислыҡ эшмәкәрлеге тураһында Федор Иванович "Тор мошомдоң биттәре ", "Маска һәм йән" ( "Страницы моей жизни", "Маска и душа") китаптарында бәйән итә. Үҙенең ғәжәйеп биог рафияһының билдәһеҙ мәлдәре хаҡында ла ул бер ҙә арттырмайы нса яҙа. Йәш, талантлы, сибәр егеткә кешелек донъяһындағы бе р нимә лә ят булмай. Һәм "аҡсаһы тулыһынса тип әйтерлек дуҫ - иштәрен һыйлауға китә", "урам һуғыштарында ҡатнаша, ҡатын - ҡыҙҙарға ла битараф булмай..." Өфөлә үткән көндәер тураһы нда Федор Шаляпин түбәндәгеләрҙе хәтерләй.
       Ағиҙел өҫтөндәге йортта ғауға
       "Мин ул ваҡытта кер йыуыусы ҡатындың Ағиҙелдең текә ярын да урынлашҡан ҙур йортонда йәшәй инем. Төкәтмәләр һәм флигел дәр менән сыбарланған был йорт ыуылдырыҡ тулы банкаға оҡшаға н: бында театрҙың балта оҫталары, эшселәр, ресторанда эшләү се лакейҙар - бәхетте эскелектә эҙләүсе ярлылар менән тулы и не. Миңә, үтә күренмәле, әммә сағыу театр тормошоноң тәмен т атып ҡараған кешегә улар араһында йәшәүе күңелһеҙ булды. Бын да үткән көндәрҙе кер йыуыусы ҡатындың ҡыҙы, шаҙра булыуына ҡарамаҫтан бик матур һалдат ҡатынының күңелемде табырға тыры шыуы биҙәне. Хәтеремдә, ул мине ниндәйҙер үҙенә бер төрлө, м ай эсендә йөҙөп йөрөүсе кәтлиттәр менән һыйлай торғайны. Ул ар бик үк тәмле түгел, хатта күңел болғатҡыс, әммә һалдаткан ың күңелен китмәҫ өсөн мин уларҙы ашай инем...
       Мин шым һә күңелһеҙ йәшәнем. Фатир буйынса бүлмәләшем ҡу лтыҡ таяғында йөрөүсе бер чиновник булды. Уның бер аяғы үксә һенә тиклем ҡырҡылған. Ул яғымлы һәм шым кеше ине, күрәһең, тормош тарафынан байтаҡ ҡыйырһытылған булғандыр. Йоҡларға ят ыр алдынан ул минән:
       - Шаляпин, берәй нимә мырылда әле! - тип һорай.
       Мин ауыҙ эсенән генә төрлө йырҙар йырлайым. Ул йыр тыңла п йоҡлап китә, ҡайһы ваҡыт миңә ҡушылып һуҙа...
       Кер йыуыусының ҡыҙы ла бәхетһеҙ ҡатын ине буғай. Ул аҙ һ өйләшеүсән, һытыҡ йөҙлө, эшһеҙ торған минуты юҡ ине. Ҡайһы в аҡыт ул эсеп иҫереп ала һәм ҡысҡырып йырлай, һикереп төшөп бейеп китә һәм ирҙәрҙе алама һүҙҙәр менән ҡысҡырып әрләй. Г өнаһлымын, мин уның менән "мөхәббәт" уйыны уйнаным.
       Әммә бер көндө беҙҙең ихатаға ҡулына тәртә тотҡан әзмәүер ҙәй бер егет килеп инде һәм тәртәһен болғап тәҙрәлерҙе вата, ишектәрҙе емерә һәм "Барлыҡ актерҙарҙы ла быуып бөтөрәм!" - тип ҡысҡырына башланы.
       Был йортта актерҙарҙан бер үҙем булғанлыҡтан мин уның көн ләшеү өйәнәге тотоп килгәнен шунда уҡ аңлап ҡалдым һәм оҙаҡ уйлап тормайынса тәҙрәнән һарай башына һикереп төштөм. Минең артан сатан иптәш һикереп өлгөрҙө һәм теге егет беҙҙең бүлм әгә килеп тә инде һәм ҡулына эләккән бар әйберҙе емерә башла ны: өҫтәл, ултырғыстар, һауыт - һаба, гитара... Нимә эшләргә  Сатан көс - хәл менән һарай башынан урамға төштө һәм полиц ейский менән кире әйләнде. Йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлаусы бе ҙгә эйәреп бүлмәгә инде. Иҙән уртаһында, ватыҡ һауыт - һаба уртаһында егет йоҡлап ята.
       Полицейский уға аяғы менән төрттө:
       - Тор!
       Егет һелкенмәне лә. Городовой шул ҡайышын ысҡындырҙы ла: "Ҡыланып ята, сволочь!" - тип һөйләнә - һөйләнә уға һуға баш ланы. Егет нимәлер һөйләнеп алды, тырнанып ҡуйҙы, күҙен асы п полицейскийға текәлде һәм аяғына баҫып, сайҡала - сайҡал а ишеккә йүнәлде.
       - Кит бынан тиҙерәк, шайтан! - тип ҡысҡырҙы городовой. _Т иҙерәк, юҡһа үҙеңде полицияға тапшырам!
       Егет аҙымдарын ҡыҙыулатты, ә городовой ҡайышын эләктерҙе һәм бҙгә боролоп:
       - Ә хәҙер һеҙ миңә сәйлек бирергә тейеш! - тине.
       Баш күтәреүселәргә ҡарата ихтирам һәм йәлләү тойғоһо уятҡ ан был героик эпизод ошолай тамамланды".
       Федор Шаляпин йәшәгән йорт Ағиҙел буйында Турнилов биҫтәһ ендә урынлашҡан булған ( әле Павлуновский урамы, 6). Йорт Ша ляпиндың тыуыуына 120 йыл тулыуы алдынан емерелгән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал