6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Уңыш формулаһы нимәнән ғибарәт
15.02.05


       "Беҙ айырым йәшәй алмайыҙ", - киң мәғлүмәт саралары һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҙ - ара мөнәсәбәтен ҡыҫҡа ғы на итеп ошо һүҙҙәр аша һүрәтләргә мөмкиндер, моғайын. Ысынл ап та, ике яҡҡа ла хеҙмәттәшлек бер үк дәрәжәлә кәрәк: тәүге ләренә рекламаһыҙ йәшәү мөмкин түгел, икенселәре киң мәғлүмә т сараларында үҙ тауарҙарын баҙарға сығарыуҙың ҡеүәтле этәрг есен күрә.
       "Башинформ" агентлығында ошо көндәрҙә сираттағы матбуғат конференцияһы үтте. Журналистар менән осрашыуға Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты эргәһендәге эшҡыуа рҙарҙың Координация советының башҡарыусы директоры Рәшит Исх аҡов,"Информреклама" нәшриәте директоры Хәмит Алпаров, "Вата ндаш" журналының баш мөхәррире Фәрит Әхмәҙиев, шулай уҡ респ убликала билдәле булған башҡа ҡайһы бер эшҡыуарҙар килде.
       Осрашыуға сәбәп булып "Ватандаш" журналының "Информреклам а" компанияһы менән берлектә "Эш кешеһе" ( "Человек дела") серияһының икенсе китабы баҫылыуы торҙо. Унда материалдар ру с һәм башҡорт телдәрендә бирелгән.
       Матбуғат конференцияһында Фәрит Әхмәҙиев был китаптың рес публикала эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген сағылдырыусы иң яҡшы публи цистика әҫәренә конкурс һөҙөмтәһе булыуын аңлатып үтте. Быйы л ул өсөнсө тапҡыр үткәреләсәк. Конкурстың абруйы арта, билд әле. Баҫылған материалдар күләме лә ошо турала һөйләй. Әгәр 2003 йылда йыйынтыҡ биттәрендә алты авторҙың ун материалы ба ҫылһа, үткән йыл туғыҙ автор 15 очерк менән сығыш яһаған. Ки таптарҙың тәүгеһе үк журналистар араһында киң мәғлүмәт сарал арында кесе эшҡыуарлыҡтың үҫеше һәм уны яҡлау һорауҙарын яҡт ыртыу буйынса республика конкурсы дипломы һәм Екатеринбургта үткән "Белое крыло" йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса кон курс дипломы менән билдәләнде.
       Сираттағы йыйынтыҡта, Фәрит Вафа улы һүҙҙәренсә, авторҙа р уҡыусыны әлегә бик үк күп булмаған эшҡыуарҙар берекмәһе ме нән таныштыра. Үҙ иҫәбенә эш урындары булдырыусы, көнүҙәк со циаль һорауҙарҙы хәл итеүсе кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәренән тыш йәмғиәт иҡтисади үҫештең яңы баҫҡысына күтәрелә алмаясаҡ.
       "Информреклама" нәшриәте диреторы Хәмит Алпаров үҙе лә йы йынтыҡтың геройҙары иҫәбендә: ул етәкләгән коллектив тураһын дағы мәҡәлә "Уңыш формулаһы" тип атала. Хәмит Мөхәмәтдин ул ы осрашыуға үҙ продукцияһы өлгөләрен дә алып килгән ине: ула р иҫәбендә яҡшы сифатлы фотоальбомдар, каталог, буклет, кале ндарь, открытка, йыйынтыҡ, плакат һәм башҡалар бар. Тиҙҙән "Информреклама" үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
       Матбуғат конференцияһында һүҙ шулай уҡ эшҡыуарлыҡ проблем алары, уның үҫеш перспективалары тураһында ла барҙы. Рәшит И схаҡов журналистарға күптән түгел ойошторолған, үҙе етәкләгә н ойошма тураһында һөйләне. Был совет үҙенең эшмәкәрлегендә төп баҫымды башҡорт диаспоралары булған төбәктәр менән хеҙмә ӨӨәшлекте үҫтереүгә яһаясаҡ.
       Йыйынтыҡтың тағы бер героиняһы - "Ғәлиә" яуаплылығы сиклә нгән йәмғиәтенең генераль директоры Рәйлә Фәсхетдинованың сы ғышын да журналистар ҡыҙыҡһынып тыңланы.
       Ғөмүмән, был көндө журналистар менән осрашыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған әңгәмәселәр килде. Улар тураһында материалдарҙың да уҡымлы булыуына ғәжәпләнергә тура килмәй. Сара аҙағында "Ватандаш" журналы мөхәррире "Эш кешеһе" конкурсында еңеүсе ләргә дипломдар тапшырҙы. Беренсе премияға Эльвира Халиҡова, икенсе премияға Сәлимйән Бәҙретдинов һәм Мәликә Әминева, өс өнсө премияға - Зөһрә Алтынбаева һәм Тамара Юлдашбаева лайыҡ булды. Улар барыһы ла "Ватандаш" журналы хеҙмәткәрҙәре. Шта ттан тыш авторҙарҙан Гөлшат Ҡурамшина биләләнде ( "Вечерняя Уфа" гәзите).

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал