6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Еңеүҙең 60 йыллығына

Тарих тауыштарын һаҡлайыҡ
15.02.05


       Бөйөк Ватан һуғышы темаһы бөгөн телевизор экрандарынан китмәй тиерлек: төрлө әңгәмәләр, нәфис фильмдар көн дә күрһә телә. Әммә һуңғылары дөрөҫлөктө сағылдыра тип әйтеүе ҡыйын. Быны ветерандар менән бер рәттән һуғыш ваҡыты балалары ла ра ҫлай. 15 йәшлек малай һәм ҡыҙҙар был йылдарҙа шахталарҙа, за водтарҙа, станок артында эшләгән, тимер юлдар төҙөгән...
       - Һуғыш өлкәндәр өсөн генә түгел, балалар өсөн дә тетрәне ү тыуҙырҙы - тип хәтерләй Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин, респу бликаның һуғыш ветерандары Советы ағзаһы. - Һуғыш башланғанд а мин туғыҙынсы синыфты тамамлаған инем. Өсөнсө көнөнә беҙҙе эшкә ҡуштылар.
       Был йәштә күптәр буйға бәләкәй әле, станокка буй етмәгәнл ектән йәшник өҫтөнә баҫып эшләргә тура килә ине. Тормоштоң б ыл яғы хаҡында күптәр белмәй һәм тыныс күк йөҙө аҫтында неме цтарҙың беҙҙең өсөн нимә әҙерләүе тураһында уйламай. Советта р Союзын тар - мар итеп улар раса теорияһының йәшәүгә һәләтл елеген раҫларға теләй, беҙҙең ил халҡын бер нисә тапҡыр ҡыҫҡ артып, улар немецтарҙы иң яҡшы ерҙәргә күсереп ултыртырға, ү ҙҙәренең үҙәген булдырырға, уҡытыуҙы кеше 500 - гә тиклем һа нарға өйрәнерлек һәм үҙенең исем - фамилияһын яҙа белерлек һ әм үҙенең немец милләтенең ҡоло икәнлеген аңларлыҡ ҡына итеп ойошторорға планлаштыра ине.
       Бөгөн балаларҙы ниндәй тарих дәреслектәре буйынса уҡытыу ыбыҙ аңлашылмай. Икенсе бөтә донъя һуғышында барлыҡ еңеүҙәр американ һәм француз ғәскәрҙәренә ҡайтарып ҡалдырыла.
       Шулай уҡ Сабир Шәйәхмәт улы геройҙар итеп башлыса төрмәлә ултырып сығыусылар һайланған бөгөнгө нәфис фильмдар менән д ә ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.
       - Мин был картиналарҙы ҡарай алмайым. "Штрафбат" булһынм ы, "Курсанты"мы... Балалар һуғыш тураһында дөрөҫлөктө белеп үҫһендәр ине лә бит.
       Ошо көндәрҙә үткән "Тарихтың тере тауыштары" халыҡ - ара проект презентацияһында ҡатнашҡан ветерандарҙың береһе ошонд ай теләк белдерҙе.
       Һеҙҙең менән беҙ икенсе бөтә донъя һуғышы тураһында ысынл ап та тулыраҡ белһен өсөн фашизмға ҡаршы коалиция илдәре бил әмәһендә май айына тиклем Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 й ыллығына арналған ошо проект тормошҡа ашырыласаҡ. Уның иници аторы булып Мәскәү Граждандар йәмғиәте проблемалары институт ы тора. Беҙҙең республикала проектты координациялау буйынса "Башҡортостан пионерҙары" балалар йәмәғәтселек ойошмаһы эшлә й. Уның рәйесе, БР биләмәләрендә "Тарихтың тере тауыштары" п роекты координаторы Ирина Антонова презентацияла сығыш яһап, проект Ватан һуғышы шаһиттарының иҫтәлектәре яҙылған аудиок ассеталар архивы булдырыуҙы планлаштырыуын билдәләне. Унда һ әр кем ҡатнаша ала.
       - "Тарихтың тере тауыштары" - халыҡ проекты, ул проект ид еяларын уртаҡлашыусы һәм уны хәл итеүҙә үҙенең көсөн, талант ын һәм энергияһын ҡулланырға әҙер тороусылар көсө менән эшлә нә.
       Таныш булмаған өлкән кешеләрҙән интервью алыр өсөн "Тарих тың тере тауыштары" проектының урындағы ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
       Акцияның төп шарты - аудиокассетаға мөмкин тиклем күберәк кешенең иҫтәлектәрен яҙҙырыу. Диктофон алырға мөмкинселект әре булмағандар иҫтәлектәрҙе ҡулдан да яҙа ала, тик авторҙың һөйләү үҙенсәлектәрен һаҡларға кәрәк. Был материалдар радио , телевидениела тапшырыуҙар әҙерләүҙә ярҙам итәсәк. Акцияның һөҙөмтәһе булып ҡатнашыусыларҙы артабан төрлө төбәк һәм илд әргә стажировка һәм семинарҙарға саҡырыу өсөн мәғлүмәттәр ба заһы булдырыу тора.
       Акцияның икенсе йүнәлеше - Тимур командаһы хәрәкәте, унда ҡатнашыусылар яңғыҙ йәшәүсе ветерандарға ярҙам күрһәтәсәк.
       Өсөнсөһө - "Тарихтың тере тауыштары" проектында ситтән тороп ҡатнашыусы эксперттар ярҙамы, улар тикшереүҙәр үткәрер гә һәм публикациялар әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк.
       Әлеге ваҡытта республикала ойоштороу комитеты төҙөү бара. Бер һүҙ менән әйткәндә, дуҫтар, битараф ҡалмайыҡ. Был беҙҙе ң өсөн генә түгел, киләсәк быуын өсөн дә бик мөһим.
       Ойоштороу комитетының адресы: Өфө, Пушкин урамы, 114. Бел ешмәләр өсөн телефондар: 23 - 51 - 83, 23 - 30 - 63, факс 23 - 52 - 67.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал