6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял // Файҙалы кәңәштәр

Саңғыларҙа елдәй елеп
15.02.05


       Февраль айының һалҡын көндәрендә ярға ырғытылған балыҡ шикелле ҡояш аҫтында ятыу көсһөҙҙәр эше. Ҡышын тау саңғыһынд а шыуыуҙан да күңеллеһе юҡтыр. Аллаға шөкөр, Башҡортостанда бындай трассалар етерлек: "Ергән - Тау", "Аҡ Йорт"...
       Саңғыла шыуа белмәйһегеҙме Тау саңғыһында шыуырға мот лаҡ инструктор ярҙамында өйрәнергә кәрәк. Һәм саңғыла беренс е йыл ғына шыумаған, тимәк һине лә өйрәтә алған иреңә ( йә ҡ атыныңа) ҡарарға ярамай. Тәжрибәле инструктор Марина Барретт билдәләүенсә, парҙарҙың 99 процентына был талашыу йә иһә от пусктың файҙаһыҙ үтеүенә килтерә.
       - Эш бында ирегеҙ ( ҡатынығыҙ) шыуыу техникаһын белеп тә уны ябай тел менән өйрәтә алмауында түгел. Күпселек икенсе яртыһы тарафынан тәнҡит һүҙҙәрен ауыр ҡабул итә. Ә тәнҡит ү ҙен көттөрмәйәсәк, сөнки хаталар ҙа буласаҡ бит.
       Шуға күрә тау саңғыһында шыуыу буйынса инструкторҙар ирле - ҡатынлы саңғысыларҙың төрлө төркөмдә шөғөлләнеүен тәьмин итергә тырыша.
       - Ә сит телдә һөйләшеүсе инструктор менән мин нисек арала шырға һуң
       - Өс көн дауамында "телһеҙ" профессионал һеҙҙе дуҫтарығыҙ өс аҙнала өйрәткәндән дә яҡшыраҡ итеп саңғыға баҫтырасаҡ. Әлбиттә, телде белеү яҡшыраҡ, әммә белмәү һеҙ уйлаған кеүек ҡурҡыныс түгел.
       "Мине саңғыға һөмһөрө ҡойолған, йыуан, 60 йәшлек Австрия инструкторы баҫтырҙы, - тип яҙа Марина Баррет. - Мин немец т елендә һөйләшә алмайым, ул инглиз телендә һөйләшергә теләмәй . Беҙ "ОК" - "ОК!" кимәлендә аралаштыҡ. Минең хаталарымды у л "Тура баҫ һәм мин эшләгәнде ҡабатла" тип төҙәтә ине. Беҙҙе ң төркөм унан эсе ҡатҡансы көлә торғайны, әммә мин һуңынан Р удины оло рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алдым - ул минең шыуыу т ехникамды төҙәтер өсөн нимә эшләргә кәрәклеген бик яҡшы белг ән икән".
       - Күпме халыҡ тау саңғыһында шыуа һәм барыһының да яҡшы ғ ына килеп сыға. Өйрәнеүе еңелдер, күрәһең
       - Дөйөм алғанда, ҡатмарлы түгел. Әммә күптәр беренсе көнд ө кәүҙәһенең һуңғы сиккә етеп арыуына әҙер түгел. Күпселек өйрәнеүселәрҙең мейеһенән алып саңғы таяғының осона тиклем бар ере лә һыҙлаясаҡ.
       Инструктор һеҙгә көсөгөҙҙө икенсе төркөмдә һынап ҡарарға тәҡдим итһә, ҡаршылашмағыҙ. Үҙегеҙҙең икенсе төркөмгә күсеүе геҙҙе:"Мин иң көсһөҙө!" тип ҡабул итергә ярамай. Ышанығыҙ: ҡ ар өҫтөндә тәүге аҙна - уңыштарҙа ярышыу ваҡыты түгел. Башла п тау саңғыһында шыуыусылар өсөнсө көнөнә генә тауға күтәрел ә башлай.
       Иң мөһиме, һеҙгә оҡшамаҫ тип ҡурҡмағыҙ. Оҡшаясаҡ!

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал