6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Башҡорт парламенты депутаттары Благовещендағы хәлдәргә баһа бирҙе
15.02.05


       Башҡорт парламенты депутаттары ошо көндәрҙә яҙғы сессия ның сираттан тыш 20 - се ултырышына йыйылды. Быға үткән йыл дың 10 - 14 декабрендә Благовещенда үткән билдәле ваҡиғалар сәбәпсе булып торҙо. Был ҙур булмаған ҡаласыҡта нимә булғаны н тағы бер тапҡыр һөйләп тороуҙың кәрәге юҡтыр тип уйлайым. Бары тик урындағы милицияның айырым тәғәйенләнештәге милиция отряды хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тәртип урынлаштырыу бу йынса профилактик операция үткәреүен генә хәтерегеҙгә төшөрә м. Сәйер бер нимә лә юҡ кеүек - милиционерҙар үҙҙәренең көнд әлек эше - енәйәтселеккә ҡаршы көрәш менән шөғөлләнгән. Әммә был юлы һорау икенсерәк яңғырай - көрәштә ҡулланылған алымд ар законға ярашлымы икән һуң Асыҡланыуынса, ярашлы, тик бар урында ла түгел. Парламент комиссияһы профилактика саралары н үткәреү тураһындағы приказдың нигеҙле булыуын асыҡланы. Благовещен күптән инде криминаль йәһәттән проблемалы ҡала и ҫәпләнә. Үткән йылда ғына бында талау ниәте менән һөжүм итеү ҙәр 200 процентҡа артҡан. Бында башҡа енәйәттәрҙе лә өҫтәһәң ... Ә иң мөһиме - ҡалала милициянан ҡурҡмай һәм хөрмәт итмә й башлағандар. Хатта бер көндө хәл хоҡуҡ һаҡлау органдарының өс хеҙмәткәрен туҡмауға тиклем барып еткән.
       Артабан да бындай хәлдең дауам итеүенә юл ҡуймаҫ өсөн мил иционерҙарҙың ғәйеплеләргә яза бирергә ҡарар итеүе аңлашыла, әлбиттә. Тик был эш шау - шыу ҡуҙғата һәм, иң мөһиме, уны бик үк профессиональ кимәлдә башҡарылды тип әйтеүе ҡыйын. Депутаттар комиссияһы милиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан үҙ хоҡ уҡтарын арттырып файҙалыныу фактын асыҡланы. Һөҙөмтәлә язаға лайыҡ булғандарҙан тыш ғәйепһеҙ кешеләр ҙә зыян күргән. Һәм һуңғыларының һаны аҙ түгел. Дәүләт Йыйылышы депутаттары ме нән осрашыуға саҡырылған эске эштәр министры Рафаил Диваев т а быны һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның билдәләүенсә, ысынлап та ОМОН хеҙмәткәрҙәре тарафынан законлылыҡты боҙоу, атап әйткәндә, граждандарҙы милиция пункттарына алып килеү күҙәтелгән. Әмм ә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр, был профилактика саралары ҡурҡытыу акцияһы түгел һәм бының сәйәсәткә лә бер ҡыҫылышы юҡ. Рафаил Диваев закон боҙоусылар барыһы ла ҡаты яза аласаҡ , тип белдерҙе.
       Закон сығарыусылар ҡайһы бер журналистарҙы асыҡ рәүештә я ла яғыусы мәҡәләләр яҙыуҙа ғәйепләй. Благовещендағы хәлдәрҙе өйрәнеү буйынса парламент комиссияһы составына ингән депута т Владимир Кашулинский, мәҫәлән, киң мәғлүмәт сараларының на хаҡ яҙмалары арҡаһында ҡалаға бандиттар ояһы тигән ярлыҡ тағ ылыуы ғәҙел түгел, тип һанай. Бында гәзит сығарыусыларға дөр өҫлөккә тап килмәгән, тикшерелмәгән мәғлүмәт биреүсе хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың "тырышлығы" ла күҙгә ташлана. Дәүләт Йыйылыш ы комиссияһы барлыҡ публикацияларҙы ла ентекле тикшерҙе. "От ечество", "Зеркало" һәм "Новая газета" баҫмаларында килтерел гән факттар раҫланманы, - тип билдәләне Владимир Кашулинский . Уларҙың иҫәпләүе буйынса, үткән йыл эсендә федераль киң мә ғлүмәт сараларында республиканың Эске эштәр имнистрлығы эшмә кәрлегенең дәрәжәһен төшөрөүсе 60 - тан ашыу материал баҫылғ ан.
       Гәзитселәр тарафынан күрһәтелгән әхлаҡи - психологик баҫы м үҙенең Благовещенда булған хәлде объектив тикшереүгә ҡама сау итеүгә ҡоролған ҡара эшен эшләне. Кашулинскийҙың фекере нсә, Благовещендағы хәлдәрҙе сағылдырыу бер яҡлы һәм уларҙың заказ буйынса эшләнгәнлеге күҙгә ташлана. Был ташҡа баҫылға н һүҙҙең халыҡ фекерен формалаштырыуҙа ни тиклем әһәмиәткә э йә булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. "Беренсе урында хис - тойғоларға бирелеү һәм фаразлау түгел, ә кире ҡаҡҡыһыҙ фактт ар торорға тейеш", - тине Владимир Кашулинский.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов шулай уҡ был һор ауға ҡағылышлы үҙ фекерен белдерҙе:
       - Мин үҙ хоҡуҡтарын арттырған милиция хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән милиционерҙарға ҡул күтәреүселәр ҙә үҙ язаһын а лырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ниңә киң мәғлүмәт сараларының Бл аговещенда булған хәлдең бер яғына - хоҡуҡ һаҡлау органдарын ың айырым вәкилдәренең үҙ хоҡуҡтарын арттырыуына ҙур иғтибар биреп, проблеманың икенсе яғына - Эске эштәр министрлығы хе ҙмәткәрҙәренә ҡарата көс ҡулланыуҙы иҫәптән төшөрөүҙәрен аңл амайым. Барыһы ла ошонан башлана бит. Бөтә донъяла хоҡуҡ һаҡ лау органдары хеҙмәткәрҙәре билдәле иммунитет менән файҙалан а, сөнки улар хоҡуҡ боҙоусыларҙан ҡурҡһа, бер ниндәй ҙә тәрт ип булмаясаҡ. Ә беҙҙә пресса милиционерҙарға, власть вәкилдә ренә ҡаршылыҡ күрһәтеүселәрҙән герой яһай. Һуңынан ниңә илдә криминоген хәл арта тип аптырайбыҙ. Һәр кемдә яуаплылыҡ той ғоһо булырға тейеш.

Сергей Захаров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал