6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Бобслей

Егеттәр ғәҙәттән тыш тиҙлек күрһәтә
14.02.05


       Алексей Селиверстов "Рәсәй - 1" экипажы составында донъ я Кубогын яулауға өлгәште. Һуңғы этапта беҙҙең бобслейсылар ғәҙәттән тыш тиҙлек күрһәтте һәм конкуренттарына бер өмөт тә ҡалдырмайынса ике урауҙа ла беренсе килде.
       Халыҡ араһында юҡҡа ғына "Бобслей буйынса Рәсәйҙең йыйы лма командаһының бағымсыһы булып Мәскәүҙә "Газель" машиналар ында пассажирҙар ташыусы "Автолайн" фирмаһы сығыш яһағандан һуң команда еңеүҙәргә өлгәшә башланы" тигән көләмәс йөрөмәй. Был фирма ысынлап та йыйылма командаға ярҙам итте - яңы зам анса боб һәм яҡшы конькиҙар команданың оҫталығына бына тигән өҫтәмә ролен үтәне. Хәйер, "Автолайн" хужалары ла отто, боб слейҙы "Газелдең" бәләкәй варианты тип әйтергә була: алда "ш офер", артта - өс "пассажир". Хатта Мәскәүҙең "тиҙйөрөшлө" ш оферҙары ла тиҙлек буйынса Рәсәй бобы менән ярыша алмай. Ул ғына нимә, Михаэль Шумахер үҙе бер тапҡыр йөрөп ҡарағандан һуң бобслейҙың "Формула - 1" менән сағыштырғанда күпкә ҡур ҡынысыраҡ икәнлеген таныны һәм "Мин башҡаса уға ултырмаясаҡм ын" тип белдерҙе.
       Ә бына БР Эске эштәр министрлығының өлкән лейтенанты, СОБ Рҙың физик әҙерлек буйынса тренеры Алексей Селиверстов боҙло улаҡ алдында ҡурҡыу тойғоһо кисермәй. "Беҙ бары шыуып ҡына йөрөйбөҙ бит, ә Зубков алып бара", - ти ул тыйнаҡ ҡына.
       Лэйк - Плесидта үткән һуңғы этапта "Рәсәй - 1" командаһын а донъя Кубогын яулау өсөн бары тик йығылмаҫҡа һәм унынсы ур ындан да түбәнерәк булмаған урынды алыу етә ине. Әммә рәсәйл еләр иң ҡатмарлы һәм мәкерле боролоштарҙан да ҡурҡманы һәм б еренсе килде. Тиҙҙән егеттәргә Калгариҙа үтәсәк донъя берен селегендә беҙҙең ил намыҫын яҡларға тура киләсәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал