6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡорт ҡыҙылармеецтары нисек итеп Арина Родионовнаның өйөн ҡотҡарып ҡалған
14.02.05


       Александр Сергеевич Пушкин ( 6. 06. 1799 - 10. 02. 1837) үҙен тәрбиәләүсе Арина Родионовнаны бик ярата, уға күп кен ә шиғырҙар арнай. Михайловское ауылындағы бәләкәй генә йорт онда көн күрә оло йәштәрҙәге был ҡатын. Өй тирәләй сирень, а кация, йәсмин ағастары үҫә, ә ямғырҙан уны ике быуат дауамын да бейек булып үҫкән тирәк япраҡтары ҡаплай.
       Пушкинға моңһоу булғанда ул ҡараусыһынын өйөнә килер була . Бында ял итә, уның мөғжизәләргә бай әкиәттәрен тыңлай. Өй эсендә барыһы ла ябай, ауылса, уңайлы була. Арина Родионовна йөн иләй, орсоҡ геүләй, урыҫ мейесендә ут ялҡындары ялпылда п яна...
       Был йорт Михайловское ауылында әле лә тора. Унда меңләгән экскурсанттар, ололар һәм кескәйҙәр килә. Әммә башҡорт ҡыҙы лармеецтарының был йортто емерелеүҙән һаҡлап ҡалыуҙары тураһ ында бер кем дә белмәй тиерлек.
       Ә эш былай була. 1919 йылдың көҙөндә Владимир Ильич Ленин Башҡортостанға Петроградты аҡ генерал Юденичтан һаҡлау өсөн ышаныслы башҡорт һалдаттарын ебәреүҙәрен үтенеп телеграмма ебәрә. Юденич тар - мар ителгәндән һуң, Революция хәрби сов еты ( РВС) Бәләбәйҙә төҙөлгән башҡорт бригадаһын йәш Совет р еспубликаһы сиген һаҡларға ҡуйырға хәл итә. Ул ваҡытта сик э лек Пушкин һәм уның ҡараусыһы йәшәгән ауыл янынан үтә.
       Бер көндө командир З. Х. Гәрәев хәрби частең урынлашҡан урыны менән танышып йөрөй. Святогорск монастыре эргәһендәге һәйкәлде күреп "Бында кем ерләнгән" - тип һорай.
       - Пушкин, - тип яуап бирәләр уға.
       "Ул ваҡытта мине солғап алған тойғоно нимә менән дә сағы штырырға белмәйем, - тип хәтерләй һуңынан Гәрәев. - Көтөлмәг ән урында күптән күрмәгән дуҫыңды осратҡанда шундай тойғо бу лырға мөмкиндер, моғайын. Күҙ алдымдан бала сағым йүгереп үт кәндәй булды: Үрге Аҡташ ауылы, башланғыс мәктәп, мөккибән к итеп Пушкин шиғырҙарын уҡыуым..."
       Һәйкәл бик насар хәлдә, бысранып, ватылып бөткән була.
       Кисен командир башҡорт ҡыҙылармеецтарын йыйып ала (уларҙы ң күбеһе белемһеҙ була) һәм уларға Пушкин һәм уның әҫәрҙәре тураһында һөйләй. Икенсе көндө һалдаттар бер ниндәй ҡушыуһыҙ , үҙ теләктәрре менән һәйкәлде тәртипкә килтерә башлай.
       Гәрәев үҙе иһә Михайловское ауылына юл тота. Бына нимә кү рә ул. Үлән баҫҡан ихатала ниндәйҙер осраҡлы кешеләр йөрөй. Емерелгән йорт нигеҙен күмер саңы ҡаплаған.
       - Бында нимә ине - тип һорай ул.
       - Пушкиндың йорто.
       Ярым емерек тағы бер бура янына киләләр. Был Арина Род ионовнаның йорто була. Гәрәев өй эсенә керә. Тәҙрә һәм ишек таҡталары йолҡоп алынған. Башын күтәрә - түбә юҡ, асамай таҡ талары аша күк йөҙө күренә. Стеналарға төрлө һүҙҙәр сыйып яҙ »«ған.
       Башҡорт бригадаһы ҡыҙылармеецтары емереүҙе туҡтатыу өсөн барыһын да эшләй, Пушкиндың йортонан ҡайһы бер әйбер һәм кта птарҙы йыйып ала.
       Бер көнө штабҡа ниндәйҙер кеше килә. Был үҙ ғүмерен Пушки ндың ижадын өйрәнеүгә бағышлаусы ғалим Устинович була. Ул ҡы ҙылармеецтарҙан ҡалған йорттарҙы емерелеүҙән һаҡлауын дауам итеүҙәрен үтенә.
       - Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнен эшләйбеҙ, - ти Гәрәев. - Хатта Арина Родионовнаның йортон элекке хәленә ҡайтарырға ла әҙерб еҙ, тик бының өсөн фотографиялар ҙа, һыҙма ла юҡ...
       Шул ваҡыт Устинович үҙенең портфеленән йорттоң фотография һын килтереп сығара. Командир саперҙар ротаһы командиры Турч еникты саҡырып ала һәм ротаға ауылға барып Пушкиндың ҡараусы һының йортон тергеҙергә, тигән приказ бирә.
       Башҡа бер ваҡытта ла башҡорт ҡыҙылармеецтары был тиклем ҙ ур теләк менән һәм тиҙ эшләмәгәндер, моғайын. Аҙна эсендә йо рт тулыһынса тергеҙелә, Был хәл тураһында Гәрәев 1937 йылда "Смена" журналында яҙып сыға. Ул ваҡыттан алып бик күп һыуҙа р аға, әммә иҫтәлек һаҡлана.
       Минең алдымда 1972 йылдың 16 мартында сыҡҡан "Правда" гәз итенән ҡырҡып алынған мәҡәлә ята. Унда "Пушкин ҡурсаулығы эк скурсанттары 1920 йылда Ҡыҙыл Армияның башҡорт бригадаһы һал даттарының Михайловское ауылында Арина Родионовнаның өйөн эл екке хәленә ҡайтарыуҙары тураһында тулҡынланып тыңлай...", - тигән һүҙҙәр бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал