6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Банктар

"Ауыл" банкы үҙ эшеңде асыуҙа ярҙам итергә әҙер
14.02.05


       Минең оләсәйем йәшәгән ауылда бер йәш ғаилә үҙенең торла ҡ мәсьәләһен хәл итергә, бер ыңғайҙан эшҡыуарлыҡ менән шөғөл ләнә башларға ла планлаштыра ине. Улар ата - әсәләре менән б ергә ҙур булмаған йортта көн күрә, һәм үҙ көстәре менән өй һ ала башларға улар өсөн бер ниндәй ҙә перспектива юҡ. Һәм был пар лайыҡлы тормошҡа етерлек аҡса эшләр өсөн ауыл ерендә бө гөн нимә менән шөғөлләнергә мөмкин булыуы тураһында баш ват а башлай. Йылдар буйына тере аҡса күрмәгән туған хужалыҡта э шләргә теләк тә, мәғәнә лә юҡ. Башта ғаилә советында мал һим ертеп һатырға тигән ҡарарға киләләр. Әммә был хеҙмәт үтә күп көс һалыуҙы талап иткәнлектән ир менән ҡатын әйтелгән уйҙан баш тарта. Артабан район үҙәгендә һатыу өсөн йәшелсә һәм сә скә үҫтерергә булалар. Барлыҡ "плюс" һәм "минустарын" иҫәплә п сыҡҡандан һуң был шөғөл ярайһы уҡ килемле булырға тейеш ти гән фекергә киләләр. Һәйбәт идея, әлбиттә, тик теплица төҙөү , унда газ үткәреү өсөн байтаҡ аҡса кәрәк бит. Үҙҙәре өҙөп - йолҡоп туплаған аҡса етмәй. Ә йылдар буйына аҡса йөҙөн күрм әгән ауылдаштарҙан үтескә һорау ҙа мөмкин түгел. Һәм йәштәр банктан кредит алырға була. Төрлө кредит ойошмаларына мөрәжә ғәт итә улар, хатта Өфөгә лә килеп ҡарайҙар. Бер нисә "сәфәр ҙән" һуң үҙ эшен асыу теләге кәмей ҙә башлай. Бер банк та у ларға кредит бирергә баҙнат итмәй, сөнки улар кредит алған ө сөн закладҡа бер нимә лә тәҡдим итә алмай.
       Хәҙер уларҙың, шулай уҡ ауылда йәшәүсе башҡа бик күп йә ш ғаиләләрҙең михнәттәре тамамланыр, тип уйлайым. Быға сәбә п булып ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Респуб ликаһы Хөкүмәте һәм "Рәсәй ауыл хужалығы банкы" асыҡ акционе рҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында Генераль килеш еүгә ҡул ҡуйылыуы тора. Документтың БР Хөкүмәте Премьер - ми нистры Рафаэль Байдәүләтов һәм бының өсөн махсус рәүештә Өфө гә килгән банк идараһы рәйесе Юрий Трушиндың ҡултамғалары ме нән нығытылыуы ла күп нимә тураһында һөйләй.
       Был ғына ла түгел, Башҡортостан етәкселеге менән осрашыу ваҡытында һүҙ беҙҙең республика биләмәләрендә әйтелгән креди т ойошмаһы селтәрен үҫтереү һәм агросәнәғәт предприятиеларын а ярҙам күрһәтеү тураһында барҙы.
       Эш түбәндә: "Рәсәй ауыл хужалығы банкының" күптән түгел т өҙөлгән Башҡортостан төбәк филиалында колхоздар менән бер рә ттән шәхси һәм фермер хужалыҡтарға кредит биреүҙә бер үк шар ттар тыуҙырыуға өлгәшелгән. Шәхси хужалыҡтарға кредит алыу өсөн күршеләренең ышаныс белдереүе лә етә. Бөгөн ауылдарҙа башлыса шәхси секторҙың үҫешеүен иҫәпкә алғанда, был банкты ң ни тиклем һорау менән ҡулланыласағын күҙаллауы ауыр түгел.
       Белгестәрҙең фекеренсә, хәҙер Башҡортостанда йәшәүсе ауыл халҡы өсөн бик шәп мөмкинселектәр тыуасаҡ. Һәм улар менән республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре быйылғ ы яҙғы сәсеү эштәрендә үк файҙалана аласаҡ. Кредитты күсемһе Г милек, техника, буласаҡ уңыш һәм башҡа бик күп гарантиялар иҫәбенә алырға була.
       Бынан тыш Рәсәй ауыл хужалығы банкы ауыл халҡына газ үткә реү, торлаҡ төҙөү, ауыл хужалығы техникаһы, юғары продуктлы мал һатып алыу өсөн дә арзанлы кредиттар биреүҙе планлаштыр а.
       "Ауыл" банкын асыу республика иҡтисады өсөн ҙур ярҙам б уласаҡ. Рәсәй ауыл хужалығы банкы идараһы рәйесе Юрий Трушин дың республика етәкселегенә әйткән һүҙҙәренә ҡарағанда, " бы нда эшләп алынған бер һум да Башҡортостан биләмәләренән ситк ә китмәйәсәк".

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал