6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Әлфиә Кәримованың соло концерты -"Музыкаль салон" биҙәге
11.02.05


       - Быйыл Башҡорт дәүләт филармонияһы миңә "Музыкаль сало ндар" үткәреүгә карт - бланш тәҡдим итте, шуға күрә мин билд әле музыканттар ҙа, яңы башлаусы, әммә талантлы йәш музыкант тарҙы ла саҡырып, концерттарҙы "моделләштереү" хоҡуғына эйә, - тип хәбәр итте журналистарға БР атҡаҙанған артисы Владисл ав Мортазин халыҡ - ара конкурстар лауреаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Әлфиә Кәримованың концерты нан бер нисә көн алдан. - Беҙ 12 февралдә Башҡорт дәүләт фил армонияһының Орган залында сығыш яһаясаҡбыҙ.
       Музыканттарҙың Өфө тамашасыһына тәҡдим иткән программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы булмаҡсы: төрлө дәүер һәм стиль музыкаһы: Се ргей Рахманинов, Петр Чайковский, Николай Римский - Корсаков һәм Сергей Танеев романстары, шулай уҡ Фредерик Шопен һәм С ергей Рахманиновтың музыка миниатюралары яңғыраясаҡ - был Вл адислав Мортазинды пианист ролендә күреү бәхете лә. Икенсе б үлектә орган моңо яңғыраясаҡ, ә Әлфиә Кәримова композитор әҫ әрҙәрен башҡарасаҡ.
       Февраль "салоны" иҫәп буйынса өсөнсөһө һәм, әлбиттә, һуңғ ыһы түгел.
       - Был юлы Әлфиә - прима һәм кисәнең төп героиняһы, - тип һөйләүен дауам итә Владислав Мортазин. - Тик ул бер үҙе генә түгел. Концертта өсөнсө ҡатнашыусыбыҙ ҙа бар - халыҡ - ара конкурстар лауреаты, флейтистка Инна Фоменко. Владислав Морт азиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, Инна, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҙур музыкаль тәжрибәгә эйә һәм уны тыңлауы үҙе бер ғүмер.
       Әлфиә Кәримоваға килгәндә, уның тураһында айырым һөйләп к итеү кәрәктер. Нариман Сабитов исемендәге музыкант - башҡары усылар конкурсы лауреаты ( 1- се урын), Ғәзиз Әлмөхәмәтов ис емендәге асыҡ республика конкурсы лауреаты ( 1- се урын), тө нъяҡ Кавказ вокалистар конкурсы, Рөстәм Яхин исемендәге халы ҡ - ара камера йырсылары конкурсы, "Гәрәбә һандуғас" халыҡ - ара камера йыры конкурсы лауреаты. Ул һирәк тауыш - колорат ур сопраноға эйә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал