6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Премьера

Ирҙәр тормошондағы ҡатындар
05.09.03


       Метро буйлап бер ҡыҙ килә... Тамашасылар уның Рената Литвинова икәнлеген таныһалар ҙа, әммә ләкин ул хәҙер ябай б ер ҡыҙ ғына. Ул бер аҙ сәйерерәк тойола кеүек, әллә үҙенең буталсыҡ уйҙарына, әллә кәйефенең күтәренке булыуына шатланы п йылмая. Һәм фильмдың тәүге эпизодтарынан уҡ осраҡлы осраш ыуҙан тыуған оло мөхәббәт башлана. Ул - бик матур стюардесс а Лара ( Рената Литвинова) һәм билдәле журналист Георгий (Дмитрий орлов). Башҡаларҙан айырылыпторған ҡатын уның имен
       генә тормошона өйөрмәләй килеп инә һәм ир кеше үҙенең бер ҡасанда бер кемде лә яратмағанлығын аңлай...
       Өфө ҡалаһында үткән премьерала Дмитрий Орлов былай тин е: -Кинола шундай изге бер традиция бар: ир тормошона башҡал арға оҡшамаған ҡатын килеп керә, уның тормошон ҡырҡа үҙгәрте п, үҙ талаптарына яраҡлаштырғандан, килеп кергән кеүек юғалы п та ҡуя.
       Вера Сторожеваның фильмы Эдвард Радзинскийҙың "104 стра ницы про любовь" исемле билдәле пьесаһы, Рената Литвинованың
       сценарийы буйынса төшөрөлгән.
       Әйткәндәй, "Небо Самолет. Девушка" фильмы Вера Сторож еваның тулы метражлы фильмдағы дебюты тиергә була. -Был фильм мөхәббәт тураһында. Мелодрама. Март айында прокат ҡа сығарылған фильм шул тиклем ҙур уңыш менән ҡулланыр тип у йламаныҡ та,- тип һөйләй Дмитрий Орлов.- күрәһең, халыҡ банд иттар, мафия хөкөм иткән киноларҙан арыған. Ә бына актерҙар
       составы тураһында һөйләгәндә , был эш Рената Литвинованың я ңы уңышы. Уны яратырға йәки яратмаҫҡа мөмкин. Сөнки уның акт ер булараҡ битлектәре бик күп. Әммә битлекте алһаң бик аҡылл ы, нескә, матур кеше икәнлеге күренә.

04.09.2003
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал