6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Ишматов "Салауат Юлаев" командаһының пландары менән таныштырҙы
11.02.05


       Спорт һарайының матбуғат үҙәгендә журналистар "Салауат Юлаев" клубы етәкселеге - генераль директор Вадим Рыбинский һәм баш тренер Рафаил Ишматов менән осрашты. Чемпионат тама мланыуға байтаҡ ваҡыт ҡалыуына ҡаармаҫтан, киң мәғлүмәт сар алары вәкилдәре команданың киләһе миҙгелгә пландары менән ҡы ҙыҡһынды.
       Беренсе булып Вадим Рыбинский сығыш яһаны. Ул журналиста рҙы план буйынса тейешле ваҡыт - 2007 йылға яңы боҙ аренаһы әҙер буласаҡ, ти ышандырҙы. Шул уҡ ваҡытта гендиректор был һарайҙың ҡайҙа төҙөләсәге әлегә билдәһеҙ булыуы белдерҙе. Кл убтың бюджеты тураһындағы һорауға Вадим Рыбинский был коммер ция сере тип яуапланы, әммә мартта йыл отчеты әҙер буласағын , уның буйынса команданың матди хәле тураһында белеп буласағ ын да әйтеп үтте.
       Журналистар команданың баш тренерына ла һорауҙар бирҙе.
       - Ниңә "Салауат Юлаев" командаһынан шундай ҙур ауырлыҡ ме нән йыйылған тәрбиәләнеүселәр китә
       - Беҙ улар менән биш йыл күрешмәнек, ә улар миндә үҫмер с аҡта уйнай башлағайны. Һәм үткән йыл улар командаға килгәс, мин ҙур өмөттәр бағлағайным. Клуб улар өсөн барыһын да эшлән е - яҡшгы шарттар, шәп эш хаҡы. Әммә уйын күрһәткестәре буйы нса улар мине ҡәнәғәтләндермәне. 28 матч эсендә Яханов бер г ол да индермәне, күрһәткес - "13". Бындай хәлгә бер клуб та риза булмаҫ ине. Нуретдиновтың 29 уйынға - биш гол, күрһәтке с - "5", Зюзиндың - 14 уйын, 2 гол, - "3".
       - Кем һәм ниндәй шарттарҙа команданан китәсәк
       - Цулыгин менән Волков Мәскәү "Динамо"һына арендаға бирел де, Сыса - "Трактор" тәрбиәләнеүсеһе - - туған командаһына с уперлига өсөн көрәшергә ярҙам итәсәк. Заварухинды Магнитогор сктың "Металлург" командаһы арендаға алды. Волков киләһе миҙ гелгә "Салауат Юлаев" менән контракт төҙөнө, Сысаның контрак ты тағы ла оҙайлыраҡ, тимәк улар ҡайтасаҡ. Ә бына Цулыгин ме нән Заварухин 2005 - 2006 йылғы Рәсәй беренселегендә ҡайҙа у йнарға үҙҙәре хәл итәсәк.
       - Етәкселек Волковты "Динамо"ға яҡшы хаҡҡа һата ала тигән хәбәрҙәр йөрөй.
       - Уны бер кем дә һатмаясаҡ. Икенсе һорау - әгәр ул үҙен артабан да хәҙерге ваҡыттағы кеүек тотһа, уға командала урын юҡ. Йә уның башы ауырта, йә арҡаһы. Температураһы булған сп ортсыны мин боҙ өҫтөнә сығармайым, әлбиттә. Үҙе бер тапҡыр т емператураһын укол ҡаҙатып төшөрөргә ризалашты ла гепатит эл әктерҙе. Ауырыуҙан һуң врачтар миңә бер йыл уйнамаҫҡа ҡушты. Мин ай ярымдан сыҡтым, барыһынан күберәк гол индерҙем һәм б еҙ СССР - ҙың юғары лигаһына квалификацияландыҡ. Волков арты ҡ бөйөк түгел әле ул.
       - Чемпионаттың ҡалған өлөшөнә пландар ниндәй
       11 осрашыуҙа 55 процент мәрәй йыйырға.
       - Рәсәй чемпионы итеп кемде күрергә теләр инегеҙ
       - Омск һәм Ҡазанды түгел. "Лада" булырға мөмкин - был йәш командала спортсылар үҙ көсөн һалып эшләй.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал