6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Вячеслав Шляхтовтың мөләйемлелеге ҡышҡы Өфөнө лә Бразилияға әүерелдерҙе
11.02.05


       Ҡатын - ҡыҙ булыуы үҙе бер сәнғәт тип әйтеү менән ризаһ ығыҙҙыр, моғайын. Әммә һәр бер ҡатын - ҡыҙ был сәнғәтте тулы һынса үҙләштерә алмайҙыр. Ә беҙ ир кеше тураһында һүҙ алып б арабыҙ.... Виктор Титовтың "Здравствуйте, я ваша тетя!" филь мындағы Александр Калягинды ҡына иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Ни тикл ем иҫ киткес ҡатынға әүерелә алды ул!
       "Калягиндан да яҡшыраҡ итеп уйнау мөмкин түгел, - тип фек ер йөрөттөм мин Ҡала мәҙәниәт йортоноң уңайлы кәнәфиенә урын лашып. - Шулай булһа ла ҡыҙыҡ, Вячеслав Шляхтов был ҡатмарлы ролде нисегерәк башҡарыр икән" Ә артист шундай итеп был ро лгә инде, хатта спектакль тамамланғас та тамашасылар уны оҙа ҡ ҡына сәхнәнән төшөрмәне.
       Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Вячеслав Шляхтов тураһында бай актерлыҡ талантынан тыш аралашыу таланты ла бу лған актер булараҡ һөйләйҙәр. "Коллегалары һәм уҡыусылары ла уға ынтыла. Уның шаяртыуҙары һәм яҡшы кәйеф запасы бөтөрлөк түгел, энергияһы фонтандай бәрә, һәм ул барыһына ла ыңғай э моция өләшә".
       Сценарий буйынса, Френкерт Баберлей йәки, ябай итеп әйткә ндә, Бабс иптәшенең йортона килә һәм уны ике ҡыҙға яңы Брази лиянан ҡайтҡан миллионер ҡатын Люция Д,Альвадорец тип танышт ыралар. Бына ошо ваҡыттан алып сәхнәлә аттаракциондар калейд оскобы башлана ла инде. Башта апаҡайҙы кәүҙәләндереүҙән ҡото о осҡан Бабс спектакль урталарына был ҡатын ролендә үҙенең ҡ абатланмаҫ булыуын аңлай.
       Бабас роле менән Вячеслав Шляхтов үҙенең сәхнә тормошо ме нән йәшәү дәүерендә башҡаса айырылмаҫ, моғайын. Актерҙың һүҙ ҙәре буйынса "Апаҡай" постановкалы фильм төшөрөлгәнгә тиклем үк барлыҡҡа килгән.
       - Был спектаклдең ғүмере оҙон булды. Унда төрлө артистар, шул иҫәптән Лев Лещенко һәм Володя Винокур ҙа уйнаны, - тип һөйләй Шляхтов. - Мине оперетта театрына саҡырғас, башта Ча рли, һуңынан Джек ролен бирҙеләр. Яҙмыш ҡушыуы буйынса миңә спектаклде режиссерҙың үлеменән һуң тергеҙергә тура килде.
       Яратҡан ролем алдалыр әле, тип иҫәпләй актер. Әммә күңеле нә иң яҡын роле тип "Касатка" спектаклендәге кенәз ролен ата й.
       Вячеслав Шляхтов үҙ манераһында уйнай. Уның башҡарыуындағ ы миллионер ҡатын беҙ экранда күргәндән бер ҙә кәм түгел: бы л ролдә ул ҡатын - ҡыҙҙың ҡыланыуын ирҙәр күҙлегенән сығып к әүҙәләндерә. Һәм һәр хәрәкәттә ҡатын - ҡыҙҡа ҡарата ихтирам ярылып ята.
       Спектакль тамамланғас, Шляхтов Өфө тамашасыларын үҙенең т руппаһы менән таныштырҙы: Рәсәйҙең халыҡ артисы Марк Тумано в ( лакей Брасет), РФ атҡаҙанған артисткаһы Наталья Зейналов а ( ысын мадам Люция Д, Альвадорец), Филипп Черкасов ( Френк и), Алексей Богданов ( Чарли) һәм башҡалар.
       - Мәскәүҙә әле яҙ. - тип мөрәжәғәт итте Шляхтов тамашасыл арға. - Бында килеп беҙ ниһайәт ысын ҡышты күрҙек, рәхмәт һе ҙгә! Һеҙ беҙҙең спектаклгә килдегеҙ һәм бында ысын Бразилия ҡояшы сыҡҡандай булды!"
       Вячеслав Шляхтовты "театр кешеһе, уның бер атомы" тиҙәр. Артабан да шулай булһын!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал