6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Даны мәңге халыҡ йөрәгендә
10.02.05


       Исемдәре бер ваҡытта ла халыҡ хәтеренән юйылмаясаҡ геро йҙар бар донъяла. Улар араһында граждандар һуғышы геройы Вас илий Иванович Чапаев та бар.
       Ул 1887 йылдың 28 ғинуарында ( 9 февраль) Ҡазан губернаһы Чебоксар өйәҙе Буйдарка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә д онъяға килә. Ғаиләлә туғыҙ бала тәрбиәләнә. Тиҙҙән Чапаевтар Һамар губернаһына күсеп китә, Василийҙың үҫмер йылдары шунд а үтә. Атаһы һәм ағалары менән бергә ул балта эше менән булы ша, башҡа һөнәрҙәргә өйрәнә.
       1908 йылда Чапаев өйләнә. Ғаиләлә өс бала тыуа ( һуңынан уларҙың барыһы ла Башҡортостанға килеп, атаһы һуғышҡан урынд арҙа була).
       Беренсе империалистик һуғышта пехота полкы һалдаты Чапаев разведчик булып хеҙмәт итә. Ҡыйыулығы өсөн уны өс тапҡыр Ге оргий тәреһе менән наградлайҙар.
       1917 йылдың йәйендә Чапаев йәшәргә Николаевск ҡалаһына ( әлеге ваҡытта Һарытау өлкәһенең Пугачев ҡалаһы) күсә. Тап о шонда уның хәрби эшмәкәрлеге башлана ла инде. Ноябрь айында Чапаев 138 - се запас полк командиры һәм ҡала гарнизонының х әрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Быға тиклем ул рота менән е тәкселек итә. Талантлы ойоштороусы һәм командир Волга буйынд а Совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡыҫҡа ваҡыт эсен дә ул ҡыҙылармеец отрядтары туплауға өлгәшә. Чапаев етәкселе гендә 700 кешенән торған отряд бер нисә кулак - эсер фетнәһе н баҫыуға өлгәшә. Һуңыраҡ ул туплаған отрядтарҙан Пугачев бр игадаһы төҙөлә. Чапаевты дивизия начальнигы итеп ҡуялар, ком иссар итеп Иваново - Вознесенск эшселәре вәкиле Дмитрий Фурм ановты тәғәйенләйҙәр.
       1919 йылдың апрелендә Василий Чапаев Көнсығыш фронтының К өньяҡ төркөмөнә ингән 25 - се уҡсылар дивизияһын етәкләй баш лай. 1919 йылдың 28 апрелендә Көньяҡ төркөм ғәскәрҙәре контр атакаға күсә. Ҡаты һуғыштар барышында аҡтарҙың иң көслө диви зиялары тар - мар ителә. 1919 йылдың 17 майында Чапаев дивиз ияһы Кашириндың кавалерия дивизияһы менән берлектә Бәләбәйҙе азат итә. Ҡаты һуғыштар һөҙөмтәһендә 30 майҙа Шишмә станция һы ла уларға күсә. Алда Өфө ҡалаһы.
       Өсөнсө июнь көнө Чапаев дивизияһы Ағиҙел йылғаһының һул я рына сыға ( Ҡыҙыл Ярҙан Дим башына тиклем). Етеһендә Ҡыҙыл Я рға Фрунзе килә һәм төнөн төп көстәрҙе йылға аша сығарып, Өф өнө үҙ ҡулдарына алырға тигән приказ бирә. Фурмановтың "Чапа ев" романында бындағы хәлдәр дөрөҫ һүрәтләнгән:
       " Дивизия йылға аша сыҡҡанда Чапаев ун минут һайын йә Ела нь ( Кутяков), йә полк командирҙары менән бәйләнешкә инә. Эл емтә яҡшы ойошторолған - унһыҙ операцияның һөҙөмтәһе бик уҡ яҡшыларҙан булмауы ла ихтимал ине. Чапаев йылға аръяғында бу лған хәлдәрҙе һәр нескәлегендә белеп торҙо. Әгәр ҙә инде ун да снаряд йә патрондарҙың бөтөп барыуына борсола башлаһалар, Чапаев тәүге пароход менән кәрәк нимәне ебәрә һалды. Полкт арҙың кәйефе, дощмандың әүҙемлеге, уның ҡаршылашыу көсө, арт иллерия һаны һәм башҡалар тураһында ла даими белешеп торҙо. Хәрәкәт ебен ул үҙ ҡулынан ысҡындырманы һәм уның телефон аша бирелгән ҡыҫҡа ғына кәңәштәре, приказдары Чапаевтың һуғыш х әлен ни тиклем асыҡ итеп күҙ алдына килтереүен крһәтә...
       9 июндә каппелдәрҙең билдәле "психик" атакаһы була. Ҡан ҡойош көн буйына дауам итә. Бары кискә генә ҡыҙыл полктар Ө фөгә инә һәм уны Колчак ғәскәрҙәренән азат итә.
       Республиканың реввоенсоветы Чапаев дивизияһы батырлығын ю ғары баһалай. Уның туғыҙ полкы һәм кавалерия дивизионы Почет лы Ҡыҙыл байраҡтар менән наградлана. Юғары награда - Ҡыҙыл Б айраҡ орденына Василий Чапаев та лайыҡ була.
       Ағиҙел аша сыҡҡанда алған яраһы сәбәпле врачтар Чапаевты бер аҙна тирәһе лазаретта тота. Бары тик 14 июндә ул ваҡытл ыса начдив вазифаһын үҙ өҫтөнә алған Күтяковтан эштәрен ҡабу л итеп ала.
       Дивизия штабы Александровская урамындағы йортта урынлаша ( Карл Маркс, 6). Бында Василий Чапаев Өфө ҡала гарнизоны бу йынса бер нисә приказға ҡул ҡуя. Ул баш ҡалала йәшәйештең үҙ юҫығына ҡайтыуына ҙур иғтибар бирә, ҡаты тәртип индереүгә ө лгәшә.
       Һуғыш ваҡытында һирәк осрашырға тура килгән командирҙар, полк һәм бригада командирҙары, штаб эшселәре Өфөлә нисектер бергә тура килә һәм Чапаев командирҙарға бергәләп фотоға төш өргә тәҡдим итә. Был 1919 йылдың 15 июне була.
       25 июндә Чапаев дивизияһын Уральск ҡалаһына йүнәлтәләр. А ртабан чапаевсылар дошманды Урал өлкәһенең көньяғына ҡыуып а лып китә, Лбищенскты азат итә. Ошонда 33 - сө йәше менән бар ған Чапаев һәләк була ла инде. Был фажиғә 1919 йылдың 5 сент ябренә тура килә. 1923 йылда Дмтрий Фурманов уның тураһында китап яҙа, ә 1934 йылда уның нигеҙендә фильм төшөрөлә.
       Чапаев урамы Өфөлә Киров һәм Совет райондары аша үтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал