6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Наркополоция хеҙмәткәрҙәре белемен арттырасаҡ
10.02.05


       Рәсәйҙең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Федераль хеҙмәтенең Төнъяҡ - Көнбайыш квалификация күтәреү и нституты Өфөлә үҙенең филиалын асты. Рәсәй Федерацияһының Ба шҡортостан Республикаһы буйынса наркотиктар әйләнешен контро лдә тотоу буйынса Федераль хеҙмәт идаралығының матбуғат хеҙм әте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан тыш бындай бындай уҡыу й орттары бөгөн Санкт - Петербург һәм Алыҫ Көнсығышта ғына бар .
       Күптән түгел булдырылған наркотиктарҙы контролдә тотоу бу йынса Федераль хеҙмәт үҙ эшенең һөҙөмтәлелеген дәлилләп тә ө лгөрҙө, әммә ул квалификациялы кадрҙарға мохтаж, тип билдәлә не филиалды асыу тантанаһында Рәсәйҙең Башҡортостан Республи каһында наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Федера ль хеҙмәт идаралығы начальнигы Әмир Ниғмәтйәнов. Билдәле бул ыуынса, наркополицияла эшләүселәргә наркотиктарға бәйле енә йәтселеккә көрәшеү һәм наркоманияны иҫкәртеү өсөн өҫтәлмә әҙ ерлек кәрәклеге аңлашыла. Артабан инде был күнекмәләрҙе даим и камиллаштырырға ҡала.
       Филиал элекке Һалым полицияһы академияһы бинаһында урынла шҡан. Квалификация күтәреү курстары бер айға иҫәпләнгән. Дә рестәр 7 февралдә, филиалды асыу көнөндә үк башланды. Тәүге "уҡыусылар" - республиканың наркотиктарҙы контролдә тотоу хе ҙмәткәрҙәре. Артабан уларҙың башҡа идаралыҡтарҙа эшләүсе ко ллегаларына белем биреү планлаштырыла. Дәрестәрҙе наркотикта рҙы контролдә тотоу өлкәһендә эшләүсе юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәр, Өфө һәм Санкт - Петербург юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары үткәрәсәк. "Рәсәйҙә һәм донъяла наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенең үҫеш этаптары, уның социаль - иҡтисади тамырҙары" темаһына тәүге лекцияны Рәсәй Федерацияһының Баш ҡортостан Республикаһында наркотиктар әйләнешен контролдә то тоу буйынса Федераль хеҙмәт идаралығы начальнигы Әмир Ниғмәт йәнов уҡыны.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал