6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял // Башҡортостанда ял

"Химик" та һеҙҙе көтәләр
09.02.05


       Беҙҙең сәйәхәттәр, аңлашылыуынса, сит ил һәм республика шифаханалары менән генә сикләнеп ҡалмай. Йәшерен - батырыны юҡ, үҙенә бындай ҡиммәтле ялды һәр кем ойоштора алмай. Бер аҙнаға эштән бушауы ла проблема, ә йыраҡҡа юл төшһә, отпускы ң да етмәй ҡалыуы бар. Шуға күрә юл ыңғайы, бер ниндәй ҙә пл ан ҡормайынса ғына берәй ҡайҙа инеп ял итеү теләге тыуа икән , Өфө аэропортына барған юлдан ике километр ситтә урынлашҡан "Химик" шифахана - профилакторийына рәхим итегеҙ. Ҡышын бын да саф һауала саңғыла, конькиҙа йөрөп һаулығыңды нығытырға б ула. "Химик"тың хужааһы - "Өфө эластомер материалдар, издел иелар һәм конструкциялар заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте х еҙмәткәрҙәре бында көтөлгән ҡунаҡ.
       - Мин бында икенсе аҙна инде. Дөйөм алғанда, миңә оҡшай. Айырыуса тоҙ шахтаһында дауаланыу һәм тәмле итеп дүрт тапҡыр ашатыуҙары, - ти һигеҙенсе цехта эшләүсе Әлгизә Игнатьева.
       - Мин инвалид, әммә бында килгәндән бирле өйәнәгем тотҡан ы юҡ, - тип ҡушыла уға Сажидә Альберт ҡыҙы. - Бынан тыш та а уырыуҙарым етерлек. Әгәр ҙә өйҙә бер ус йоҡо дарыуы эсһәм, б ында бер ниндәй дарыуһыҙ рәхәтләнеп йоҡлайым.
       Тыныс ялдары өсөн ҡатындар медицина персоналына рәхмәтле. Бында ял итеүселәр иғтибарына төрлө процедуралар, ингалятор ий, фитобар, бильярд бүлмәһе, сауна эшләй.
       Шифахана - профилакторий директоры Александр Морачевский һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл дауамында был уңайлы урында 700 зав од эшсеһе һәм башҡа прпедприятиеларҙан килгән 500 кеше ял ит кән һәм һаулығын нығытҡан.
       Өс һәм дүрт урынлы бүлмәләрҙең кимәле дүрт һәм биш йондоҙ ло ҡунаҡханалар менән сағыштырғанда артыҡ юғары тип әйтеүе ҡ ыйын, әммә был ял итергә ҡамасауламай. Ҡышын бында төрлө мау ыҡтырғыс саралар бик үк күп түгел, йәйен иһә эргәлә аҡҡан Ағ иҙелдә һыу инергә, катерҙа йөрөргә, кисен - дискотекаға бары рға мөмкин.
       - Ҡышын күңелһеҙерәк, - ти ял итеүселәрҙең береһе. - Конц ер ҡуйһындар, бик булмаһа танышыу кисәһе йә дискотека ойошт орһондар ине. Йәштәр күп бит.
       Бәлки бында заводта эшләп арыған кешеләр тынлыҡта ял итер гә тейеш тип һанайҙарҙыр. Хәйер, бәғзе берәүҙәргә был бик тә оҡшай.
       Һуңғы өс йылда "Химик" йыл әйләнәһенә эшләй, ташҡын ваҡыт ында ғына ябылып тора. Шуға күрә шау - шыулы ҡала тормошонан ял итергә теләүселәр, оҙаҡ уйлап тормайынса, был ҡунаҡсыл у рынға килә ала. Профилакторийҙа йәшәү тәүлегенә 200, дүрт та пҡыр ашау - 175 һум, дауаланыу - бер кешегә 80 һум тирәһе ту ра килә. Завод эшсәндәренә, әлбиттә, һиҙелерлек ташлама яһал а.
       Бында килергә йыйынып бөтөүселдәргә бер иҫкәрмә яһарға уй лайым - йылыраҡ кейенегеҙ. Ҡайһы ваҡыт номерҙарҙа йылытыу йә һәтенән проблемалар ҙа булып ҡуйыуы ихтимал. Дөрөҫ, шифахана - профилакторий директоры тиҙ арала был проблема хәл итәләс әк тип ышандырҙы, тиҙҙән бында газда эшләүсе ҡаҙанлыҡ файҙал ана башлаясаҡтар.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал