6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фән

Рәсәй фәне көнөн билдәләп
09.02.05


       Рәсәйҙә фән өлкәһендәге уңыштарҙы билдәләү йолаһы 90 - сы йылдарҙа туҡтатылып, 2001 йылда Рәсәй Президенты указы ме нән яңынан тергеҙелде. Байрам датаһы итеп 8 февраль көнөн һ айлау ҙа осраҡлы түгел - 1724 йылдың ошо көнөндә Рәсәй фәндә р академияһына нигеҙ һалынған.
       Ике быуаттан ашыу ваҡыт арауығында Рәсәй фәне донъяға би к күп бөйөк исем һәм асыштар бүләк итте. Ул һәр ваҡыт донъял ыҡтың ғилем өлкәһендәге үҫешендә алда барҙы.
       Башҡортостанда академик фән егерменсе быуаттың 30 - сы йы лдарында үҫешә башлай. Ул ваҡытта республиканың тәбиғәт ресу рстарын, халыҡтың милли - мәҙәни тормошон һәм тарихи үткәне н комплекслы тикшереү өсөн фәнни учреждениелар барлыҡҡа килә . Уның аяҡҡа баҫыуының киләһе этабы ярты быуат элек СССР Фән дәр академияһының Башҡортостан филиалын булдырыуға бәйле, ар табан уны Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге тип үҙг әртәләр. Был йылдар эсендә яңы ғилми ойошмалар асыла, фундам енталь фән өлкәләре, Башҡортостандың ижтимағи - сәйәси, соци аль - иҡтисади, рухи- мәҙәни үҫеше буйынса алдынғы мәктәптә р барлыҡҡа килә.
       Эшмәкәрлек башында Башҡортостан филиалы 235 кешенән тора, улар өс институтта һәм ике ғилми секторҙа эшләй. Бөгөн Өфө ғилми үҙәгенең 12 институтында мең ярымдан ашыу хеҙмәткәр эш алып бара.
       1991 йылда барлыҡҡа килгән БР Фәндәр академияһы республик а өсөн айырыуса көнүҙәк һәм мөһим булған ғилми йүнәлештәр бу йынса эшләй. Академия бүлексәләре республика үҫешендә осраға н гуманитар һәм социаль проблемалар, уның күп милләтле халҡы ның тарихын, экология, кеше һаулығы, медицина - биология про блемаларын тикшереү, тәбиғәт ресурстарын һәм уларҙы файҙалан ыу, нефть табыу, нефть һәм химия, машина һәм приборҙар төҙөү өсөн материалдар һәм технология, аграр производствоны алып барыу системаһындағы проблемаларҙы өйрәнеү һәм хәл итеү буйы нса уңышлы эшләй.
       Республика ғалимдары донъя кимәлендә билдәле уңыштарға ө лгәште. Был Сармат дәүерендәге археология ҡомартҡыһы - Филип п ҡурғандарын асыу һәм тикшереү, кеше, хайуан һәм үҫемлектәр ҙә нәҫелдән килгән ауыр сирҙәрҙе дауалауҙың молекуляр - гене тик алымын өйрәнеү һәм диагностикалау, бойҙай, борсаҡ, көнб ағыш, ҡара ҡарағаттың юғары уңышлы яңы сорттарын булдырыу һә м башҡалар.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал