6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Реформалар

Льготаларҙы аҡсаға алмаштырыуҙың киҫкен көндәре
09.02.05


       Һәр шишәмбе беҙҙең мөхәрририәттә киҫкен көн һанала. Тап ошо көндө оперативкаға ҡулына журнал тотоп беҙҙең сығарыусы мөхәррир килеп инә һәм материалдар йыйыу һәм яҙған ваҡытта ысҡындырған хаталарыбыҙҙы ҡысҡырып уҡый башлай. Һуңғы шедевр былайыраҡ яңғыраны: " ... халыҡ араһында 122 Федераль зако н тип йөрөтөлгән льготаларҙы аҡсаға алмаштырыу тураһындағы з акон..." Беҙ һәр ваҡыттағыса көлөп ебәрҙек. Әммә һуңынан уйл анырға ла тура килде. Һәр бер кеше яттан белгән был закон, м оғайын, берҙән - берәүҙер. Бюджет иҫәбенә социаль яҡлау күр һәтелгән граждандарҙы әйтеп тә тормайым инде. Улар бар стать яларҙы ла яттан беләлер, моғайын. Билдәлелек йәһәтенән ФЗ 12 2 - не элекке УК - 117 менән генә сағыштырырға мөмкин.
       Әммә льготаларҙы аҡса менән алмаштырыуға әйләнеп ҡайтай ыҡ. Уның плюс һәм минустары - телевидение экранында, гәзит б иттәрендә һәм мәғлүмәт агентлыҡтары таҫмаларында сағылыш таб а. Киң мәғлүмәт сараларының мөмкинселектәре сикһеҙ. Һәм улар ҙың береһе - ҡапма - ҡаршы фекерҙәр килтереү. Хәҙер мин ошо мөмкинселек менән файҙаланып, һеҙҙе Социаль тикшереүҙәр һәм новациялар үҙәгенең ғилми етәксеһе Евгений Шлемович Гонтмах ерҙың (Мәскәү) "Из первых уст" төбәк журналистика клубында ү ткән сираттағы семинар ваҡытында уртаҡлашҡан фекерҙәре менән таныштырмаҡсымын.
       Гонтмахерҙың фекеренсә, льготалар системаһын үҙгәртеү про блемаһы күптән хәл итеүҙе талап итә ине инде. Сөнки был льго талар менән беҙҙә күп осраҡта адрес буйынса түгел, ә террит ория принцибы буйынса файҙаланылды. Дәүләттең социаль яҡлау ға бүлгән аҡсаһы ла файҙаһыҙ тотонолдо. Бөтә донъя Банкы мәғ лүмәттәренә ҡарағанда, был сумманың 20 проценты ғына мохтаж ғаиләләргә йүнәлтелгән, ә 80 проценты иһә башҡа социаль ҡат ламдарға таратылған. Шуға күрә льготалар системаһы реформаһы мотлаҡ кәрәк ине, тип һанай Евгений Шлемович.
       " Мин 122 закондың бер нисә органик етешһеҙлеген һанап ки тергә теләр инем, - ти Евгений Гонтмахер. - Беренсенән, льго та менән файҙаланыусыларҙы федераль һәм төбәктекеләргә бүлеп ҡарау. Күп һанлы хеҙмәт ветерандары, тыл эшсәндәре, сәйәси золом ҡорбандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр буйынса бурыстар төбәктәргә тапшырылды. Был хәл күп кенә төбәктәрҙә ( айырыу са дотация менән файҙаланыусыларға, улар иһә беҙҙә күпселек) был категорияларҙың хәле насарайыуына килтерҙе.
       Төбәккә тапшырыуҙың икенсе етешһеҙлеге аҡса етешмәүенә г енә бәйле түгел. Бында хоҡуҡи мәл дә бар. Мәҫәлән, сәйәси зо лом ҡорбандары ниндәйҙер бер төбәк тарафынан ғына түгел, тот ош дәүләт тарафынан ҡыйырһытылды. Хеҙмәт ветерандары ла бөтә йәмғиәттең хеҙмәт ветерандары булып тора, сөнки уларға үҙ ғ үмерҙәре эсендә күп осраҡта илдең бер нисә төбәгендә эшләрг ә тура килә. Шулай уҡ тыл эшсәндәре лә ниндәйҙер бер билдәле төбәкте түгел, ә тотош илде һаҡлаған. Ошо күҙлектән сығып ҡ арағанда мин бик ҙур, хатта сәйәси хата ебәрелде тип әйтер инем - әйтелгән категориялар тулыһынса төбәктәр яуаплылығына тапшырылды".
       Евгений Гонтмахерҙың фекере буйынса, икенсе хата - феде раль льгота менән файҙаланыусылар өсөн илдең барлыҡ биләмәлә рендә, төбәк шарттарын, льгота менән файҙаланыусы һәр кешене ң ихтыяжын иҫәпкә алмайынса, барыһына бер төрлө аҡсалата тү ләү индереү. Әйтәйек, беренсе группа инвалидтар илдең бар те рриторияһында 1400 һум алды. Минус 450 һум - социаль пакет, ҡулға улар 950 һум ала. Чукоткаламы, Ставрополь, Мәскәү, Пет ербургтамы, айырма юҡ. Ә йәшәү кимәле бит һәр урында төрлөсә ...
       Өсөнсө ҙур етешһеҙлек - льгота менән файҙаланыусыларҙың к үп өлөшө, айырыуса өлкән йәштәгеләр, инвалид һәм һуғыш ветер андары, тылда тир түгеүсе һәм сәйәси золом ҡорбандары үҙ йәш әү барышын үҙгәртергә өйрәнмәгәндәр. Хәҙер уларға яңыса торм ошҡа күсеүе психология йәһәтенән дә бик ауырға тура килә.
       Инвалид, һуғышта ҡатнашыусылар, сәйәси репрессия ҡорбанда рын тыныслыҡта ҡалдырырға, барлыҡ льготаларын нисек бар шула й һаҡларға кәрәк ине, тип иҫәпләй Гонтмахер. Был кешеләр үҙ быуатын үҙҙәре өйрәнгәнсә тамамлаһын ине.
       Башҡалар - шул уҡ хеҙмәт ветерандары, инвалидтарға килгә ндә инде, унда льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу кәрәк ине, ти Евгений Шлемович. Әммә уны икенсе төрлөрәк, реестрҙа һәр кемдең ихтыяжын иҫәпкә алып үткәрергә була бит. Хәҙер иһә п сихологик яҡтан ҡарағанда, был кешеләрҙән тиҙерәк ҡотолорға, уларға был аҡсаны бирмәҫкә тырышҡан кеүек килеп сыҡты.
       Һәм һуңғыһы - 122 законды индереү ваҡыты. "Тиҙҙән Бөйөк Е ңеүгә 60 йыл - һуғыш ветерандары өсөн бынан да уңышһыҙыраҡ " бүләкте" уйлап та табыуы мөмкин түгел", - ти Гонтмахер.
       "Бынан тыш беренсе ғинуарҙан алып торлаҡ һәм торлаҡ - ком муналь хеҙмәтләндереүгә түләүгә, ҡалаларҙа йәмәғәт транстпор тында йөрөүгә тарифтар артты. Былар барыһы бергә халыҡтың ри заһыҙлығын тыуҙыра. "Беҙ халыҡты льготаларҙы аҡса менән алма штырыу йәһәтенән генә түгел, күңелгә ятмаған һәр үҙгәрешкә р изаһыҙлыҡ белдереп митингтарға сығыуына килтереүебеҙ ихтимал ", - ти Евгений Шлемович.
       Гонтмахерҙың фекере буйынса, "бөгөн тиҙ арала хәлде тышҡ ы яҡтан ғына яҡшыртыу буйынса түгел, ә льготаларҙы аҡса менә н алмаштырыуға бәйле законға етди үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк. Ауыр хәлдә ҡалғандарға нисек тә ярҙам итер өсөн был үҙгәрештәрҙе хөкүмәттә һәм Дәүләт Думаһ ында тикшереп тиҙ арала ҡабул итергә ваҡыт".
       БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары республика парламентының сираттағы ултырышында Дәүләт Думаһына үҙҙәрене ң инициативаһы менән сығыш яһаны. Уларҙың фекере буйынса, гр аждандарҙың айырым категорияларын социаль яҡлауға ҡағылған ҡ айһы бер федераль закондар үҙгәртеүҙе талап итә.
       Башҡортостан закон сығарыусылары льгота менән файҙаланыу сыларҙы федераль һәм төбәккә бүлеү дөрөҫ түгел тип таба. Бын ан тыш улар тыл эшсәндәре һәм сәйәси золом ҡорбандары компен сацияларҙы төбәк бюджеттарынан алырға тейеш булыуҙары менән дә риза түгел.
       Парламентарийҙар тәҡдим иткән закон проекты буйынса тыл э шсәндәре, шулай уҡ сәйәси золом ҡорбандары компенсацияны фед ераль бюджеттан алырға тейеш. Иҫәпләүҙәр буйынса, уларға түл әү айына 600 һумдан да кәм булырға тейеш түгел, ә реабилитац ияланыусыларға 800 һум күләмендә компенсация түләргә тәҡдим ителә.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал