6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөкләндереү

Ауыл - ҡалаларыбыҙ төҙөкләндереләме
08.02.05


       Ҡала һәм ауыл - ҡасабаларыбыҙҙа төҙөлөш барышы һәм архи тектура йәһәтенән төҙөкләндереү һорауҙары республика Хөкүмәт ендә даими тикшерелә. Шулай ҙа үткән йома ойошторолған хөкүм әт кәңәшмәһендәге кеүек ентекләп, һәр яҡтан тикшерелгәне бул мағандыр, моғайын. Алда торған ике тарихи әһәмиәтле ваҡиға - совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә 60 йыл һәм Ба шҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуы алдынан, Хө күмәт Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов билдәләүенсә, й орттарҙың тышҡы биҙәлеше һәм урамдарҙы төнөн яҡтыртыу темала ры айырыуса көнүҙәк булып тора.
       - Уңған хужа байрамға әҙерләнгәндә үҙ йортон тулыһынса тә ртип килтерә, - тине Рафаэль Ибраһим улы. - Ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙың тышҡы йөҙө беренсе сиратта республика һәм уның х алҡы тураһында тәүге тәьҫораттар тыуҙыра.
       Кәңәшмәлә биналар биҙәлеше өсөн материалдар һайлау, , арх итектура яңылыҡтары, ремонт һәм биҙәү эштәре сифаты тураһынд а һорауҙар күтәрелде. Шулай уҡ заман шарттарында биналар фас ады проекттарына ҡарата талаптар тураһында иҫкәртеүҙәр яңғы раны, реклама таҡталары һәм стендтарҙы урынлаштырыу проблема лары тикшерелде. Бынан тыш республика йортонда урамдарҙы төн гө яҡтыртыуға ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Был һорауҙар буй ынса Башҡортостан Хөкүмәте үҙ ваҡытында аҙ ҡарар ҡабул итмән е, әммә уларҙың үтәлеше тулыһынса башҡарылып етмәүе аңлашыла .
       БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт буйынса дәүләт коми теты рәйесе Хәмит Мәүлейәров билдәләүенсә, әлеге ваҡытта ҡал а һәм ауылдарҙа сайдинг, профнастил кеүек фасадтарҙы биҙәү б уйынса ваҡытлыса төҙөлөш материалдары ҡулланыла. Әммә ул йә мәғәт һәм торлаҡ биналарын биҙәүгә бик үк тура килеп етмәй.
       Шулай уҡ Хәмит Мәүлейәров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғти барын Башҡортостан ҡалаларының төп урамдары сауҙа рекламаһы менән тулыуына, уларҙың күп осраҡта юл хәүефһеҙлегенә ҡамаса улауына йүнәлтте. Магистраль юлдарҙа урынлашҡан ҡала һәм ра йон үҙәктәре урамдарының төнгө яҡтыртылыу кимәлен дә яҡшылар ҙан тип әйтеп булмай.
       Ошо һәм башҡа һанап кителгән етешһеҙлектәр ҡала һәм район хакимиәттәрендә архитектура, дизайн, төҙөкләндереү һорауҙар ына етди иғтибар бирмәгәнлектән килә. Штатта рәссамдың юҡлығ ы, архитекторҙарҙың заманса биҙәү материалдары менән таныш түгеллеге, тышҡы реклама буйынса белем етерлек булмауы ла йә шәгән урындарыбыҙҙың тышҡы йөҙөнә йоғонто яһамай ҡалмай.
       Ауыл, ҡала һәм ҡасабаларҙы 2007 йылда билдәләнәсәк Башҡо ртостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуына арналған байр амға әҙерләү өсөн кәңәшмәлә ҡатнашыусылар торлаҡ һәм йәмәғәт биналарының тышҡы йөҙөн биҙәүҙә заманса юғары сифатлы төҙөл өш материалдары ҡулланыуға күсергә, урамдарҙы яҡтыртыуға ла етди иғтибар бирергә ҡарар итте.

Глеб Романов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал