6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Ә йөрәк урынына Өфө моторы, йәки "Баштрансгаз"дың газ транс порты системаһын нығытыуы тураһында
08.02.05


       Ошо көндәрҙә миңә предприятиеның иң ҙур филиалдарының б ереһе - Полянск магистраль газ үткәргестәр етештереү идаралы ғында булырға тура килде. Унда күптән түгел компрессор ( газ ҡыҫыу) станцияһын реконструкциялау башланды. Мин бында газ һурҙырыу ҡорамалдарының нисек итеп эшләүен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем һәм, ғөмүмән, үҙем өсөн байтаҡ файҙалы асыштар яһаны м. Артабан һүҙ ошо турала бара.
       Иң башта үҙем кеүек дилетанттар өсөн компрессор станцияһы тураһында аңлатма биреп үтәйем. Әгәр илдең газ транспорты с истемаһын тере организм итеп күҙ алдына килтерһәң, күп йөрә кле бер йән эйәһе килеп сығасаҡ. Эйе, минеңсә компрессор ста нцияһын йөрәк, ә газ үткәргестәрҙе ҡан тамыры менән сағыштыр ып була. Һәм газдың торбалар буйлап хәрәкәт итеүе компрессор станцияларының даими эшләүенән башҡа мөмкин түгел. Полянск идаралығында, мәҫәлән, өс компрессор цехы бар. Тпа ошонан тә биғи газ беҙҙең баш ҡалабыҙ Өфөгә, Ҡансыра - Муса газды ер а ҫтында һаҡлау комплексына килә, шулай уҡ транзит буйынса Көн байышҡа ебәрелә. Бөгөн "Баштрансгаз" яуаплылығы сикләнгән йә мғиәт үҙенең туғыҙ филиалында 16 компрессор цехы менән файҙа лана, уларҙа һигеҙ төрлө 124 газ һурыу агрегаты урынлашҡан.
       Бына ошо урындан, рөхсәт итһәгеҙ, ентекләберәк һөйләр ине м. Эш шунда: әлеге ваҡытта "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиә тенең газ транспорты системаһында етди үҙгәрештәр бара. Был йәһәттән хатта махсус программа ла төҙөлгән. Илебеҙҙә компре ссор станциялары булған магистраль газ үткәргестәр төҙөү күп селек төнъяҡта ҙур тәбиғи газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйл е. Был 1970 йылдар аҙағына - 1980 йылдар башына тап килә. Яб ай ғына иҫәпләүҙәр ҙә газ транспорты системаһының бер өлөшө яңыртыу талап итеүе тураһында һөйләй. Шуға күрә әлеге ваҡытт а компанияның етештереү базаһында үткәрелгән техник яңылыҡта рҙың "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең артабанғы үҫешен дә мөһим факторҙарҙың береһе булып тороуы тәбиғи хәл.
       Газ үткәреү системаһын яңыртыу процесы әлеге ваҡытта "Баш трансгаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә бара. Компресс ор станцияларында ҡорамалдарҙы яңыртыу предприятиела 1997 йы лда, иҫкергән газ һурҙырыусы агрегаттарҙы (ГТК - 10 - 4) яңы типтағы агрегаттарға алмаштырғас, башланды. Һөҙөмтәлә Шаран газ үткәргес идаралығында 12 һәм 16 мВт ҡеүәтле юғары техно логиялы биш "Урал" агрегаты ҡуйылды.
       Әйткәндәй, ошо уҡ йылдарҙа компрессор станцияларын яңырты уға аппараттарға заман приводы етештереүсе завод сифатында Ө фө моторҙар етештереү берекмәһе йәлеп ителде.
       Ғөмүмән алғанда, белгестәр фекеренсә, авиация двигателдәр е нигеҙендә төҙөлгән газ һурҙырыусы агрегаттар элеккеләренән өҫтөнөрәк тора: улар хеҙмәтләндереүҙә уңайлыраҡ, экономия я ғынан да өҫтөн ( газ ике тапҡыр аҙыраҡ ҡулланыла), ҙур ҡеүәт е менән дә айырылып тора (16 мВт) һ.б.
       2002 йылда "Москово" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең комп рессор станцияһында тәүге "ерҙә эшләүсе " авиация двигателе ҡулланыла башлай. Һәм ул агрегатҡа двигатель булараҡ ҡына фа йҙаланылмай, ә технологик комплекс, бер юлы ике "ветеранды" ( ГТК - 10 - 4) алмаштырыусы яңы газ һурҙырыусы агрегат була раҡ та ҡулланыла. Киләһе ике йылда тағы ике агрегат урынлашт ырыла.
       Асыҡланыуынса, бөгөн Өфө моторҙар етештереүселәре сығарға н газ турбина двигателдәре "Лентрансгаз", "Севертрансгаз", " Мострансгаз" һәм тағы бер нисә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтт әрҙә ҡуйылған икән.
       Газ турбина двигателдәрен файҙаланыу уларҙың әле бик үк к амил булмауын күрһәтте. Был проблема ошо көндәрҙә "Баштрансг аз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үткән кәңәшмәлә лә тикш ерелде. Унда заказсылар ҙа, машина төҙөүселәр ҙә ҡатнашты. Ә леге ваҡытта уларҙы камиллаштырыу буйынса эш әүҙем бара. Кил әһе ике йылда "Газпром" иллеләп газ һурыусы ҡорамалдарын Өфө лә етештерелгән яңы машиналарға алмаштырырға планлаштыра.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал