6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Иген барлығын бар ҙа, икмәкһеҙ тороп ҡалмаҫҡа ине
05.09.03


       Игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыу, республиканың иген фондын булдырыу, ужым сәсеү -- ауыл кешеһен бөгөн иң ныҡ борсоған һ орауҙар иҫәбенә ошолар инә. Бөгөн республика йортонда БР Хөк үмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендә ү ткән сираттан тыш селектор кәңәшмәһендә тап ошо һорауҙар тик шерелде лә инде.
       -- Бөртөклөләрҙе йыйып алыу эшенең иң яуаплы осоро килеп етт е, тип башланы һүҙен алып барыусы. 1 сентябргә бөртөклөләр 8 19 мең гектар майҙанда һуғылған. Был пландың 54 процентын тә шкил итә. Үткән йылда был ваҡытҡа ни бары 43 процент ҡына й ыйып алынған ине. Республикала гектарынан уртаса 24 центнер
       уңыш йыйып алына. Шулай ҙа бөртөклөләрҙе йыйып алыу һуҙылды тип иҫәпләргә ниг еҙ бар: күп кенә райондар ҡаралған график буйынса йыйып өлг өрмәй. Әйтәйек, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Дыуан, Йыл айыр, Мәсетле, Салауат, Учалы, Хәйбулла һәм Федоровка районд арында майҙандарҙың 12 - 40 проценты эшкәртелгән Ҡышлау культураларын сәсеүҙең агротехник йәһәттән уңайлы ти п һаналған оптималь ваҡыты үтеп бара. Ә бөгөн планда ҡара лған 600 мең гектарҙың бары тик 500 -ҙө генә сәселгән. "Селектор"ҙа ҡатнашыусылар тикшергән тағы бер "ауырыу" тема - игенде рөхсәтһеҙ республиканан ситкә һатыу. Билдәле булыу ынса, Башҡортостан етәкселеге ауыл хужалығы етештереүселәрен ә игенде ситкә һатыуҙы тыйҙы. Был тыйыу эшкәртелгән продукци яға ҡағылмай -- он, ярманы ниндәй күләмдә лә һатырға рөхсәт ителә. Хәҙер үҫтерелгән игенде урынлаштырыу проблемаһы менән
       БР Ауыл хужалығы министрлығында булдырылған махсус комис сия шөғөлләнә. Быйыл Рәсәй игенһеҙ ҡалды тип әйтергә була. Иген шаулап үҫк ән урындарҙа ла уны йыя алмайҙар: Башҡортостан етәкселегенә бер нисә тапҡыр комбайндар менән ярҙам итеүен үтенеп мөрәжәғ әт иттеләр. Ғәҙәттә "икмәкле" төбәктәрҙә ямғыр яумау сәбәпл е иген үҫмәне. Һөҙөмтәлә ашлыҡҡа хаҡтар артҡандан арта һәм, республика хөкүмәте башлығының фекере буйынса, улар артабан
       да күтәреләсәк. Бынан беҙ ярайһы ғына аҡса эшләй алыр инек,
       әммә уңыш йыйыуға ҡатнашлығы булған бәғзе бер әҙәмдәрҙең ба рмаҡтары үҙҙәренә кәкрәйеүе бар республиканың ҡышҡа әҙерлек менән инеүенә ҡамасауларға мөмкин. Бөртөкләп таратып барлыҡ икмәкте әрәм - шәрәм итеп бөтөргә лә була бит. Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн ҡаты саралар күрелә. Эске эшт әр органдары хеҙмәткәрҙәрендә лә ҙур яуаплылыҡ ята. Йыл да 3 1 августан 31 октябргә тиклем Башҡортстанда "Уңыш" операцияһ ы үтә. Быйыл ошо акция барышында дәүләткә 40 тоннанан ашыу и ген кире ҡайтарылды. Ауыл хужалығы продукцияһын, яғыулыҡ - м айлау материалдарын һәм ауыл хужалығы техникаһына запас част ар урлау менән бәйле 104 енәйәт асылған, 495 кеше администра тив яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал