6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәүефле хәл

Февраль айы - ҡотороу ауырыуы көсәйгән мәл
08.02.05


       Һеҙ һуңғы арала урамдарҙа хужаһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙең кәм еүенә иғтибар иткәнһегеҙҙер, моғайын. Нисек кенә ҡыҙғаныс бу лмаһын, уларҙы атып үлтерергә мәжбүр булабыҙ. Һуңғы сиктәге сараға барырға ҡурҡыныс ауырыу - ҡотороу - таралыуы сәбәп б улып тора. Был айырыуса ауыл еренә ҡағыла.
       Ҡотороу нимәһе менән хәүефле һуң Беренсенән, был хайуанд ар аша таралған вируслы инфекция, башлыса тешләгәндә, һирәг ерәк - шайыҡ аша күсә. Ҡырағай хайуандар, йышыраҡ төлкө йә б урһыҡтар зарарланған ҡыр сысҡанын ашағандан һуң үҙҙәрен сәйе р тота башлай. Мәҫәлән, кешенән ҡурҡмай башлай, ауылдарға ба рып малдарҙы тешләй, ҡайһы ваҡыт кешегә лә һөжүм итә. Тиҙ ар ала сара күрмәгән осраҡта тешләнгән мал йә кеше үлә. Кәүҙән ең ҡайһы өлөшө тешләнеүенән дә тора, әлбиттә. Әгәр ҙә кешен ең аяҡ - ҡулы, хайуандың аяҡ - ҡойроғо тешләнһә, инкубация ваҡыты өс айҙан алты айға тиклем һуҙылырға мөмкин. Әйтәйек, бөгөн ауырыу йорт хайуаны теркәлә икән, тимәк уны йәйге көтө ү ваҡытында ҡоторған хайуан тешләгән. Әгәр ҡоторған төлкө үҙ енең ҡорбанын ҡолағынан, танауынан һ. б. урындан тешләһә, ау ырыу өс аҙна йәки бер айҙан һуң беленәсәк. Шуға күрә белгест әр шик булған ваҡытта уны ун көн самаһы күҙәтеү аҫтында тота . Әгәр ҙә инде был ваҡыт эсендә бер ниндәй ҙә симптом һиҙелм әһә, тимәк, бәлә үтеп китте тигән һүҙ. Әгәр ҙә инде ауырыу б илдәләре беленһә, был кеше йә хайуандың көндәре һанаулы ҡала .
       Статистика ла был ауырыуҙың ни тиклем ҡурҡыныс булыуы тур аһында һөйләй. Үткән йылда ғына Башҡортостандың 45 районы һә м ҡалаһында 350 хайуан ҡотороу ауырыуынан үлгән: 106 ҡырағ ай хайуан, 174 баш һыйыр малы, 13 ат, 36 эт, 18 бесәй һәм 3 һарыҡ. Иң ҡурҡынысы, үткән йыл беҙҙә һуңғы йылдарҙа тәүге та пҡыр был ауырыуҙан кеше һәләк булды. Шаран районында ҡоторға н бурһыҡ тешләгәндән һуң йәш ир был донъя менән хушлашты.
       Факттарға ҡарағанда, беҙҙең төбәктә ҡотороу ауырыуы буйын са эпидемия иғлан итергә ваҡыт еткән кеүек. Әммә, белгестәр фекеренсә, саң ҡағырға иртә әле. Алда әйтеүебеҙсә, был ауыры у беҙҙә 270 урында теркәлгән, ә эпидемия тураһында һүҙ йөрөт өр өсөн был күрһәткес 300 - 400 - ҙән артырға тейеш икән. 27 0 осраҡ та аҙ түгел, әлбиттә, әммә БР Ауыл хужалығы министрл ығы эргәһендәге ветеринария идаралығы белгестәре был хәлде Б ашҡортостандың тәбиғәт - ландшафт шарттарының үҙенсәлеге мен ән аңлата. Күрше Татарстан ( 162 ҡотороу осрағы), Ырымбур ( 189), Силәбе өлкәләрендә лә ( 150) ошондай уҡ хәл күҙәтелә .
       Идара белгестәре хәбәр итеүенсә, иң ҡатмарлы ситуация бөг өн Учалы районында күҙәтелә. Унда мал ҡотороу осрағы 24 ауыл да теркәлгән ( 27 хайуан, шул иҫәптән 17 төлкө ҡотороу вирус ы менән зарарланып үлгән). Борай, Стәрлебаш, Балаҡатай, Баҡа лы, Миәкә, Шаран райондарында ла ошондай хәүефле осраҡтар бу лған. Күренеүенсә, ауырыу осраҡтары бар, әммә ветеринарҙа р был хәлде контролдә тотоу өсөн көсөнән килгәндең барыһын д а эшләмәһә, хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ булыр ине, әлбиттә. Йорт хайуандароына антирабик прививка яһала, урмандарҙа "Синраб" вакцинаһы һалына. Үткән йыл эсендә республикала 64 меңдән а шыу хужаһыҙ эт, 12 мең бесәй, алты меңдән ашыу ҡырағай йыртҡ ыс хайуан атып үлтерелгән.
       Ветеринарҙар барыһын да төрлө тешләнеүҙәргә, хатта үҙҙәре нең бесәй һәм эттәре тарафынан тешләнгән хәлдәргә лә бик етд и ҡарарға саҡыра. Сөнки үҙ ваҡытында күрһәтелгән ярҙам һеҙҙе ң ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуы мөмкин.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал