6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театр

Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар театры Өфөгә килеүенә шат
08.02.05


       Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры артистары йола буйынса Башҡортостанға йыл да апрель айында ижади отчет сифатында иң яҡшы һигеҙ спектаклен алып килә ин е. Әммә был юлы барыһы ла икенсерәк. Улар Өфөгә февралдә үк килде һәм Башҡортостандың рус академия драма театрында матбу ғат конференцияһы ойошторҙо. - Беҙҙең иртә килеүебеҙҙең сәбәбен аңлатырға ине, - тип мө рәжәғәт итте журналистарға Татарстан Республикаһының атҡаҙан ған мәҙәниәт эшмәкәре Шамил Закиров. - Был 2005 йылда Ҡазанғ а 1000 йыл тулыуына бәйле: үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, бурыс Мәс кәүгә саҡыра, унда юбилей датаһы айҡанлы Татарстан мәҙәниәте көндәре үтәсәк һәм беҙҙең театр өс спектакль менән сығыш яһ аясаҡ. Тик беҙ һеҙҙе, яратҡан тамашасыларыбыҙҙы, бер нисек т ә урап үтә алманыҡ - был ғәҙел булмаҫ ине. Шуға күрә гастрол дәр датаһын күсерергә тура килде. Беҙ Өфөнө бик яратабыҙ һәм килгән һайын иң яҡшы спектаклдәребеҙҙе алып килергә тырышаб ыҙ.
       Тамашасылар исеменән журналистар театрҙың үҙ тамашасылары на тоғро ҡалыуын хуплауын белдерҙе. Тик бына гастроль графиг ының үҙгәреүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күсмә спектаклдәрҙең һанына йоғонто яһаясаҡ: үткән йыл улар унау булғайны, быйыл барылғ ы өс кенә спектакль ҡуйыласаҡ - Черниковкала "Моторостроител ь" Мәҙәниәт һарайында, Шишмә һәм Бүздәк райондарында камалов тар Миләүшә Закирова ҡуйыуында "Ғәфү ит, әсәй" трагикомедияһ ы менән сығыш яһаясаҡ.
       Өфөләргә килгәндә, улар өсөн Камал театры 17 сығыш әҙерлә гән. Спектаклдәр араһында өр - яңылары ла ( "Телһеҙ кәкүк", "Шулай килеп сыҡты"), сәхнәлә күптән йәшәүселәре лә бар, мә ҫәлән, Марсель Сәлимйәновтың "Әлдермештән Әлмәндәр" спектак ле 27 йыл ҡуйыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал