6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Фәҡирлеккә ҡаршы бергәләп көрәшеү мотлаҡ
07.02.05


       Рәсәй пенсионерҙарының ризаһыҙлығын тыуҙырған льготалар ҙы аҡса менән алмаштырыу тураһындағы закондың хәл ителеүе ва ҡыты буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының (ООН) "Үҫешкә и нвестициялар: меңйыллыҡ маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлтелгән п рактик аҙымдар" доклады баҫылып сығыуына тап килде. Был доку ментта кешелектең нисек итеп ярлылыҡҡа ҡаршы көрәшергә йыйын ыуы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар.
       Ерҙә йәшәүселәр ысынлап та үтә фәҡир: планетабыҙҙа йәшәүс е алты миллиард халыҡтың бер миллиард тирәһе көнөнә бер долл арға, ә 2,7 миллиард кеше көн дә бер долларҙан ике долларға тиклем аҡсаға ҡәнәғәт булырға мәжбүр. Беҙҙең илдә, статистик а мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡтың туғыҙ проценты ике долл ар сигенән үткән. Рәсәй, халыҡ - ара эксперттар фекеренсә, ү ҙ йәшәйешен ситтән финанс ярҙам булмаған хәлдә лә яҡшырта ал а, бының өсөн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тәҡдимдәренә ҡол аҡ һалырға кәрәк. Эксперттар Рәсәйҙең төп бәләһе - халыҡтың сәләмәтлеге насар булыуҙа ( өлкәндәрҙең 1,1 проценты СПИД ви русы менән зарарлы, вирус йөрөтөүселәрҙең 80 процентына 30 й әш тә тулмаған) һәм байҙар менән ярлылар араһында айырманың ҙур булыуында ( байҙарҙың 20 проценты рәсәйлеләрҙең дөйөм ки леменең 46,6 процентына эйә), тип һанай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы беҙҙең илгә түбәндәге кәңәштәрен тәҡдим итә: - гра ждандар йәмғиәтен үҫтереү, хөкүмәттең средстволарҙы нисек то тоноуын күҙәтеүсе, дәүләт сәйәсәтен яҡшыртыуҙа үҙ программал арын тәҡдим итеүсе, шулай уҡ халыҡҡа баҙар мөнәсәбәттәренә я раҡлашырға ярҙам итеүсе йәмәғәт ойошмалары төҙөү, эпидемия б ашланмаҫ элек СПИДты туҡтатыу, ошо маҡсаттан наркомандар ара һында зарарланыуҙы туҡтатыуға ҙур көс һалыу, тирә - яҡ мөхит те һаҡлауға иғтибарҙы арттырыу, ғалимдарҙың һәм дәүләт струк тураларының иғтибарын тәбиғәтте һаҡлау сараларына йүнәлтеү, закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарының көсөн берл әштереп халыҡтың иң ярлы категорияларының йәшәйеш кимәлен кү тәреүгә йүнәлтеү.
       Донъя йөҙөндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының кәңәштәрен тотҡан хәлдә лә ярлылыҡты еңә алмаусы дәүләттәр булыуын билд әләргә кәрәк. Ер шарындағы иң бай 22 дәүләт йыл да эске тул айым продуктының 0,7 процентын донъяның иң ярлы төбәктәренең үҫешенә бүлергә килешкәйне. Әммә бөгөн бары биш хөкүмәт ( Д ания, Люксембург, Голландия, Норвегия һәм Швеция) ғына килеш еү шарттарын үтәй. Европаның тағы алты иле быны 2015 йылдан үтәй башларға вәғәҙә итә, ә ҡалғандар ( шул иҫәптән Япония, АҠШ һәм Германия) үҙҙәренең өҫтөнә бер ниндәй ҙә бурыс алман ы. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы докладын төҙөүселәр насар үҫ ешкән илдәргә талап ителгән ярҙам 2006 йылда 135 миллиард до ллар тәшкил итергә тейеш, тип раҫлай һәм шул уҡ ваҡытта донъ я буйынса хәрби сығымдар сама менән 900 миллиардҡа барып баҫ ыуын белдерә.

Надежда Фартыгина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал