6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Эш урынында һәләк булды
07.02.05


       Үткән йәй Ҡариҙел районында Озерки тигән матур исем йөр өткән ауыл тураһында бөтә республикаға мәғлүм булды. Иҫерек башкиҫәр урындағы участка милиционеры Камил Фәтҡуловты үлтер ҙе. Һәм бына ноябрь аҙағында, ниһайәт, БР Юғары суды үлтереү сегә хөкөм сығарҙы: ғәйепле, 19 йылға иркенән мәхрүм итергә.
       Суд залында күп төрлө хәлгә шаһит булырға тура килә, әммә процесс аҙағына, минеңсә, ғәйепләнеүселәрҙең мин - минлеге юҡҡа сыға һәм бик күптәр зыян күреүселәрҙән йә уларҙың туған дарынан ғәфү үтенә - ҡылығына үкенеүен белдерә. Тик был 40 й әшлек башкиҫәр милиционерҙы үлтереүҙә үҙенең ғәйебен барыбер таныманы. Уның һүҙҙәре буйынса, фажиғә килеп тыуыуында Фәтҡ улов үҙе ғәйепле. Ә кем белә - улар барыһы ла фәрештә түгел бит...
       22 июль көнө ауыл клубында бейеүҙәр киске 11 - ҙә тамамла на. Ишекте бикләгәндә, клуб мөдире булып эшләүсе ҡатын Олег тың ҡайтырға ашыҡмауына, участка милиционеры менән нимә тура һындалыр һөйләшеүенә иғтибар итә. Өйгә унан һуң ҡайтҡан ире ҡатынының аптыраулы ҡарашына - кейеме бысраҡҡа батҡан була - былай тип яуап бирә: "Һинең клубың арҡаһында мин һәр ваҡыт берәй хәлгә тарыйым!" Һәм Олегтың Камил Фәтҡуловҡа һөжүм ите үе һәм улар араһына ҡыҫылырға тура килеүе тураһында һөйләп б ирә. Ә иртә менән клуб эргәһендәге һөйләшеүҙең үлтереү менән тамамланыуы асыҡлана.
       Ауыл клубында һүҙ әйтешеү, төрткөләшеүҙәр һирәк хәл түгел . Хатта был "мәҙәни ял итеүҙең" бер өлөшө тип тә әйтергә бул алыр. Пар сығарып алаһың да - артабан йәшәй бирәһең. Күп һан лы шаһиттарҙың күрһәтмәләре бер төрлө яңғырай: участковый үҙ ен тыныс һәм әҙәпле тотто. Ә бына Олег иһә үҙенең иптәштәре менән клубҡа "әҙер" килеп инә. Үҙе әйтеүенсә, һыра ғына эскә н була. Ә инде уның менән бергә йәшәүсе ҡатын ирҙең иртә мен ән иҫерек булыуын әйтә. Бынан һуң улар бер нисә тапҡыр тәбиғ әткә сыға әле. Иптәштәре белдереүенсә, улар алдында Олег уча стка милиционеры менән талашмай.
       Клуб эргәһендә Камил яңы килеп туҡтаған машинаға күҙ һала - айныҡтармы Һәм Олегтан күҙ яҙҙырмаҫҡа кәңәш бирә, сөнки ул күптән түгел генә төрмәнән сыҡҡан. Ә инде клубта ярым ял анғас бейей башлағас, Фәтҡулов улар эргәһенә килеп кейенеүҙә рен һорай. Участковый менән һүҙ көрәштереп тормайҙар, клуб т а ябылырға тейеш була. Олег менән бергә булғандар таралыша. Һәм ошо ваҡыт, Олегтың һүҙәре буйынса, Фәтҡулов уға үлтереү менән янай башлай. Олег "ҡыҙып китә". Ҡойманың бер таҡтаһын һурып сығара һәм участковыйға һуға. Камил асфальтҡа йығыла, ә Олег уға һуғыуын дауам итә. Ошо ваҡытта йүгереп килгән ауы лдаштары уны милиционер эргәһенән һөйрәп алып китә, Камилға аяҡҡа баҫырға ярҙам итәләр. Кемдер Фәтҡуловтың ҡунаҡҡа килгә н 14 йәшлек ҡыҙына атаһын туҡмауҙары тураһында хәбәр итә. Sk дуҫ ҡыҙҙары менән йүгереп килә һәм атаһының ниндәй хәлдә икәнлеген күреп бинт артынан өйгә йүгерә. Килеп еткән фельдш ер Камилға беренсе ярҙам күрһәтә - уның башындағы яраһы йәшә ү өсөн ҡурҡыныс булмай, хәйер, тәнендәге башҡа яралары кеүек үк. Камил нимәлер әйтергә теләй, әммә бары хырылдаған тауыш сығара. Үҙәк район дауаханаһына алып барып еткерә алмайҙар - юлда ул эстән йәрәхәтләнгән тамағынан аҡҡан ҡанына тонсоғо п үлә.
       Камил Фәтҡулов эске эштәр органдарында 1995 йылдан алып эшләй. Озеркиҙа участковый булып - 2003 йылдың май айынан. Хеҙмәтенең башынан уҡ ул үҙен бары ыңғай яҡтан ғына күрһәтә. Тикшереү барышында милицоинерҙың ниндәй ҙә булһа ҡоралы бул мауы билдәләнә. Ә ул бит Ҡариҙел районының иң төбәк ауылдары ның береһендә эшләй... "Милиция тураһында" Законға ярашлы ун ың һөжүмде кире ҡағыу өсөн ул ҡорал ҡулланырға хоҡуғы бар ин е. Әммә нисек кенә булмаһын, участковый үҙ эшен, ысын тәртип һаҡсыһы булараҡ, үҙ көсөнә генә таянып башҡарған. Хатта шул кисте участковый менән Фәтҡулов эргәһенән велосипедта үтеп барған ауылдаштары туҡтап Камилдан нимә булды тип һорағас та ул бары тик ҡул ғына һелтәгән, минең эшем, йәнәһе. Ә ун биш минуттан шул уҡ велосипедсы уны асфальтта ҡан эсендә ятҡан килеш күрә.
       Республиканың төпкөл районында биш ауыл өсөн яуап биргән эске эштәр органдары хеҙмәткәре бер үҙе урындағы енәйәтселек кә физик яҡтан да ҡаршы торорға һәләтһеҙ, әлбиттә! Участковы йға йәмәғәтселек үҙе ярҙамсы булып тора. Фәтҡуловтың Олег та рафынан туҡмалыуын ишеткәс, был хәл булған урынға ауыл совет ы эштәренә идара итеүсе, урындағы хакимиәт башлығы ғына түге л, милицияға ярҙам итеүсе эшсе төркөм ағзалары ла саҡырыла. Тик инде был кис улар үҙҙәренең участка милиционерына бер ни мә менән дә ярҙам итә алмай.
       Бөтә ауылдың криминоген хәле өсөн яуап бирә алмайым, сөнк и унда халыҡтың нисек йәшәгәнен белмәйем. Әммә Олегҡа ҡарата ауылдаштарының фекере яҡшынан түгел. Хакимиәт башлығы суд ваҡытында ла тураһын әйтте - ҡыҙыу, мәктәп йылдарынан алып һәр береһе менән һуғыша, йәмғиәт паразиты. Башҡалар ҙа Олегт ы "әхлаҡи яҡтан тотороҡһоҙ, ҡанһыҙ, тупаҫ" булараҡ һүрәтләй. "Хулигандарса ҡыланышы, көсләү, талау өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән. Эсергә ярата. Оҙаҡ ваҡыт бер ҡайҙа ла эшләмәй . Ҡарт ата - әсәһен ҡыйырһыта... Иреккә сыҡҡандан бирле бар халыҡты ҡурҡытып тота, шул арҡала бар ата - әсә балаларын урамға сығарырға ҡурҡа".
       Бына шулай. Ҡайһы бер шаһиттарҙың судта үҙен тотошо сәйер күренде, уларҙың үҙ күрһәтмәләрен үҙгәртеүен судья Азамат Б иксурин Олегҡа ярҙам (!) итеү теләге менән бәйләне. Был нимә - ҡурҡыумы Йәнәһе, барыбер бер сығасаҡ, ҡонон ҡайтарыр... Әллә изге күңелле булып күренеү теләгеме Ул саҡта яҡшы кеш е ни өсөн һәләк булды һуң
       Суд - психиатрия экспертизаһы үткәреүсе белгестәр билдәлә үенсә, Олег үҙенең үткәнен иҫенә төшөрөүҙәрен яратмай. Әммә был бит уның төҙәлергә теләүенән килмәй. Факттар һәм күп һан лы шаһиттар булыуына ҡарамаҫтан, ул судта ла Фәтҡуловты үлт ерергә теләмәүен, ә бары һөжүмдән һаҡланыуын ғына таныны. Һә м милиционерҙың үлеме лә, йәнәһе, Камилды район дауаханаһын а алып барып еткермәүселәрҙең ғәйебе. Һәм бөгөн өлкән лейте нант Камил Фәтҡулов бәләкәй генә ауыл зыяратында үҙенең һуңғ ы төйәген тапҡанда ла, 40 йәшлек башкиҫәр үҙ ғәйебенән тулыһ ынса баш тарта һәм РФ Юғары судына кассацион ялыу менән мөр әжәғәт итә. Үҙ ғүмере иҫәбенә участка милиционеры Озерки ауы лы халҡын бер нисә йылға көндәлек ҡурҡыуҙан азат итте. Тик х аҡы бигерәк ҡиммәт түгелме һуң
       Иҫкәрмә: хөкөм үҙ көсөнә инмәгәнлектән, енәйәтсенең исеме үҙгәртеп алынды.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал