6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы

Алама ғәҙәттәргә һуғыш иғлан ителде
04.02.05


       План раҫланды, йүнәлештәр билдәләнде. Һүҙ Наркомания, ал коголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү билдәһе аҫтында үткән быйылғы йылға планлаштырылған саралар тураһында бара, әлбитт ә. Башҡортостан Президенты быға ярашлы Законға ҡул ҡуйҙы. Ой оштороу комитетының шишәмбе көнө үткән ултырышында эштең төп йүнәлештәре билдәләнде. Социаль ауырыуҙар, алама ғәҙәттәр, медицина сиктәренән үте п китеп оло бәләгә әүерелгән, илебеҙҙең милли хәүефһеҙлегенә янаған проблемаларға ҡаршы нисек итеп көрәшергә һуң
       Беренсе сиратта - был яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән норматив - хоҡуҡи базаны камиллаштырыу. Шуға күрә республик а парламентарийҙары наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыу ҙы иҫкәртеү буйынса федераль законды көтөп тормайынса, нарк омания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү буйынса зако н ҡабул итергә тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. "Наркомания һ әм наркотиктарағ бәйле енәйәттәрҙе профилактикалауҙың бөгөнг ө көнгә яраҡлашҡан норматив - хоҡуҡи базаһын булдырыу мотлаҡ ", - тип билдәләй Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республи каһы буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Ф едераль хеҙмәт идаралығы начальнигы Әмир Ниғмәтйәнов.
       Бөгөнгө көн ысынбарлығы нимәнән ғибәрәт Иҫәптә тороусы н аркомандар һаны 2004 йыл эсендә 0,7 процентҡа артҡан һәм йы л башына биш меңдән ашҡан. Уларҙың күбеһе - утыҙға ла етмәгә н йәштәр.
       Төрлө ранг белгестәре беренсе сиратта балалар тураһында борсола, әлбиттә. Иң тәүҙә тап балалар был хәүеф ҡорбандарын а әйләнеүе ихтимал. Шуға күрә башҡа саралар менән бер рәттән мәктәптәрҙә уҡыусылар араһында психоактив матдәләр ҡулланыу ға тест үткәреү индереү тәҡдим ителә. Республиканың наркотик тарҙы контролдә тотоу ведомствоһы начальнигы әйтеүенсә, был наркотиктар ҡулланыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡларға мөмки нселек бирәсәк. Тик был алым да һуң булыуы мөмкин. Наркологт ар билдәләүенсә, төп сәбәптәр ғаиләнең үҙендә тора. Балала л идер һыҙаттары тәрбиәләү, наркотиктарға ҡарата нәфрәт тойғоһ о уятыу ғына кешенең аҙағы төрмә йә иһә ҡәбер менән тамамлан ған насар юлдан китмәйәсәгенә гарантия булып тора.
       Йәмғиәттең тағы бер сире - алкоголизм. БР һаулыҡ һаҡлау м инистры Фәнил Шәмиғоловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2004 йылда д ауаханаларға эләгеүселәрҙең 15,5 меңе алкоголде саманан тыш артыҡ ҡулланыу сәбәпле эләккән. Һуңғы өс йылда алкоголизм бу йынса иҫәптә тороусылар һаны бер меңгә тип әйтерлек артҡан. Бөгөн иҫәптә 53 меңдән ашыу хроник алкоголик тора, был респу блика халҡының 1,3 процентын тәшкил итә. Алкоголь ҡулланыуға бәйле психик ауырыуҙар менән иҫәптә тороусы үҫмерҙәр һаныны ң артыуы ла борсолоу тыуҙыра. Мәҫәлән, әгәр 2001 йылда улар 12 иҫәпләнһә, 2002 һәм 2003 йылда - 19, 2004 йылда был һан 2 5 - кә еткән. 2003 йылда хроник алкоголизм диагнозы менән 20 бала һәм үҫмер торған, 2004 йылда уларҙың һаны 33 - кә еткә н. Һәм был статистиканың рәсми теркәлгән факттары ғына.
       Алкоголизм һәм наркомания таралыуының тағы бер дәлиле бул ып алкоголь һәм наркотиктар менән ағыуланып үлеү осраҡтары а ртыуы тора. Һуңғы өс йылда ғына (2002 - 2004) 2450 кеше ошо сәбәпле донъя менән хушлашҡан, 348 кеше "передоз"дан үлгән.
       Хәҙер - тәмәке тартыу тураһында. Әгәр алкоголизм һәм нарк омания медицина диагнозы булһа, тәмәкеселек - алама ғәҙәт һә м уға ҡаршы көрәшеп була. Медиктарҙан алынған мәғлүмәткә ҡар ағанда, Башҡортостан мәктәптәрендә егеттәрҙең 50 проценты, ҡ ыҙҙарҙың 30 проценты тәмәке төтәтә. Ҡала ерендә ирҙәрҙең 67 проценты һәм ҡатын- ҡыҙҙарҙың 33 проценты алама ғәҙәтенән а рына алмай, ауылдарҙа иһә был күрһәткес, ярашлы рәүештә, 85 һәм 15 процент тәшкил итә.
       Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, й ыл да донъяла тәмәке тартыуға бәйле ауырыуҙарҙан 11 миллион кеше яҡты донъя менән хушлаша.
       Быйыл Башҡортостанда алкоголизм менән ауырыу күрһәткестәр е юғары булған урындарҙа үҙаллы наркология диспансерҙары ойо штороласаҡ. Ҙур ҡалаларҙа реабилитациялау үҙәктәре эшләй баш лауы планлаштырыла. Тәмәкеселәр иғтибарына! Февраль айында Р еспублика наркология диспансеры базаһында был насар ғәҙәттән дауалау буйынса үҙәк асыласаҡ.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал