6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы

Кристина Трусова менән бергә наркоманияға ҡаршы
04.02.05


       Өсөнсө февраль көнө, 20 сәғәт 30 минутта БСТ телеканалын да Кристина Трусованың "Вместе" тип исемләнгән автор проекты донъя күрҙе. Был программа наркомания, алкоголизм һәм тәмәк е тартыуға ҡаршы йүнәлтелгән. Статистикаға ярашлы, республик ала биш меңдән ашыу наркоман рәсми рәүештә иҫәптә тора, ә наркотиктар ҡулланыу һуңғы биш йылда 2 - 3 тапҡыр артҡан. Ке мгәлер был һандар артыҡ ҡурҡыныс тыуҙырмаған кеүек тойолор, әммә улар бары тик рәсми мәғлүмәт булып ҡалыуын оноторға яра май. Эксперттар фекеренсә, әүҙем рәүештә наркотик ҡулланыусы лар һаны 50 меңдән 100 меңгә етеүе ихтимал.
       "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе менән һөйләшкән ваҡытта прогр амманың авторы һәм алып барыусыһы "Вместе" программаһының бе ренсе сығышына криминаль хроника, наркоман менән осрашыу, та биптарҙың фекере һәм кәңәштәре, шулай уҡ журналист тикшереүе инеүен белдерҙе. Кристина Трусованың тәүге программаһында ҡ унаҡта Республика наркология диспансерының баш врач урынбаҫа ры, юғары категориялы психиатр - нарколог Илдар Гәрәев булды . Киләһе тапшырыу " Үҙ теләгең менән аҡылдан яҙыу" исеме аҫт ында үтәсәк һәм унда һүҙ алкоголь бойондороҡлоғо тураһында б арасаҡ. Был ҡурҡыныс бәлә һәр ҡайһыбыҙға ҡағылыуы ихтимал. Һәм уны бары бергәләп кенә еңеп була. "Вместе" программаһы һәм "БАШ вестЪ" гәзите был йәһәттән телетамашасы һәм уҡыусыларҙың ярҙ амына ышана. Үҙ теләк һәм мәғлүмәттәрегеҙҙе һеҙ vmeste-bst@m ail.ru һәм gazeta@bashinform.ru адрестары буйынса ебәрә алаһ ығыҙ. Әгәр "Вместе" тапшырыуында ҡатнашырға, үҙ темағыҙ йә һ орауығыҙҙың эфирҙа яңғырауын теләһәгеҙ, шулай уҡ ошо адреста р буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.
       "Вместе" программаһын һәр кесе йома БСТ каналында 20 сәғә т 30 минутта ҡарағыҙ.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал