6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Еңеүгә тиң еңелеү
04.02.05


       "Салауат Юлаев" 2004 - 2005 миҙгелдә һуңғы тапҡыр йондоҙ ло "Аҡ барс" менән уйнаны. Өфөнөң Спорт һарайына шығырым ту лған тамашасылар был көндө сағыу көрәшкә шаһит булды, унда " юлаевтар" овертаймда еңелде, 3 : 4, әммә алҡыштарға ла күмел де. Тәүге шайба "Салауат" ҡапҡаһына инде. Лекавалье саҡ ҡына ла оялмайынса уны һыҙыҡ аша усы менән бәреп индерҙе. Бы л голды арбитр һанаманы.
       Артабан өфөлөләр өсөн хәл иткес мәл - аҫтан бәргән шайбағ а Бретуэт ҡаршы төшөп өлгөрмәй. Беренсе периодта "юлаевтар" тағы бер нисә тапҡыр уңышлы минуттар булдырҙы, әммә голкип ерҙың уяулығына иҫ китерлек. Сергей Николаев та үҙ ҡапҡаһын "таҙа" килеш һаҡлай.
       Икенсе период башында Сидякин осрашыуҙа икенсе гол индерҙ е. Был осраҡлы ғына килеп сыҡты. Ҡазан командаһы шунда уҡ ти п әйтерлек бар көсөн йыйып һөжүмгә ташланды, Архипов айырылы п торҙо һәм иҫәп үҙен оҙаҡ көттөрмәй 2 : 1. Икенсе период аҙ ағында "барс" Зиновьев тағы бер гол индерҙе, 2 : 2. Өсөнсө период уртаһында Руслан Салей миллионерҙарҙы алға с ығарҙы, 3 : 2. Әммә өфөлөләр ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһын ҡамап алды һәм ниһайәт Сергей Аншаков иҫәпте тигеҙләне, 3 : 3. Стадион геү килә. Овертаймда уңыш ҡунаҡтарға йылмайҙы. Лекавалье хә л иткес шайбаны индерә алды. Әммә тамашасылар барыбер Өфө хо ккейсыларын матур уйындары өсөн тәбрикләй.
       "Аҡ барс" командаһы тренеры Зиннәтулла Билалетдинов һорау ҙарға былай тип яуапланы:
       - Был уйын тураһында нимә әйтеп була Минеңсә, беҙҙең хок кейсылар матчҡа ныҡлы әҙерләнмәгән.
       - Һеҙ Хәбибуллин һәм Бретуэтты сиратлап ҡуйырға вәғәҙә и ткәйнегеҙ. Ә Фред инде икенсе матч уйнай...
       - Улар барыбер үҙ - ара алмашына.
       "Салауат Юлаев" командаһының баш тренеры Рафаил Ишматов о срашыуҙы түбәндәге һүҙҙәр менән билдәләне:
       - Беҙҙең уйнау оҫталығыбыҙ еңергә мөмкинселек бирмәне. Уң ышлы мәлдәр күп булды, тик улар береһе лә аҙағына алып барып еткерелмәне. Йәштәрҙең матчтан матчҡа оҫтара килеүе ҡыуанды ра. Был беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы раҫлай

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал