6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Әллә һауығабыҙ, әллә...
04.02.05


       Беҙҙең граждандар, тәжрибә үтәреүҙәр өсөн файҙаланылған йорт ҡуяндары кеүек, яңы, ваҡыты менән уйланып еткерелмәгән закондарға өйрәнергә өлгөрә лә алмай ҡала. Бына билдәле 122 - се лә баштарҙы әйләндереүҙән туҡтамай. Хәҙер инде баш ауы ртыуынан ғына түгел, нервылар өҙлөгөүенән дә, хәлдән тайыуҙа н да дарыуҙар алырға тура киләсәк. Табиптарға ҡыйынға тура к илә, әлбиттә. Эштәре былай ҙа баштан ашҡан уларҙың, хәҙер ки леп тағы льготалы рецептарҙың яңы системаһы килеп сыҡты.
       Ҡулдарынан килерме Әлбиттә! Ҡайҙа барһын улар! Хәҙер пр епарат исеме, ауырыуҙың, табиптың фамилияһы урынына врач код һәм шифрҙар тултыра, ике препаратҡа ике бланк, өсәүгә - өс бланк китә. Был эш бик оҙайлы һәм әлегә таныш түгел. Уртаса алғанда, бер ауырыуҙы ҡабул итеүгә врач 40 минуттан бер сәғә ткә тиклем ваҡытын сарыф итә. Һөҙөмтә булараҡ - поликлиналар ҙа, аптекаларҙа оҙон сираттар теҙелә. Әммә ҡайһы бер табипта р тырышып эшләһә, иҫе китеп бармағандар ҙа етерлек. Ҡайһы бе р райондарҙа эш күләмен кәметеү өсөн 1934 йылдан һуңыраҡ тыу ған инвалидтарҙы ҡабул итмәүгә тиклем барып еткәндәр. Әммә, БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов әйтеүенсә, доктор һәр ауырыуҙы ҡабул итергә бурыслы. Инвалидлыҡты билдәләү өсө н медицина критерийҙары бар, һәм кешегә нисә йәш булыуының п оликлиникала ҡабул ителеү тәртибенә ҡыҫылышы юҡ. Был баш әйл әнеүҙәрҙең ҡасанға тиклем дауам итере билдәһеҙ. Әммә республ иканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, "Башфармация" дәүләт унита р предприятиеһы, мотлаҡ медицина страховкалауы фонды "Башинф орм" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында льгота мен ән файҙаланыусылар өлөшөнә поликлиника һәм аптекаларҙа төшкә н булған ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса ғына тип тынысландырҙы.
       - Ғинуар баштарында хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле ине, - тип билдәләй БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының фармацевтика бүлег е начальнигы Татьяна Дмитрюк. - Әммә беҙ ҡала һәм райондарҙы ң һаулыҡ һаҡлау органдары һәм хакимиәт башлыҡтары менән берг ә финанслауҙың өҫтәмә сығанаҡтарын билдәләү буйынса ҙур эш б ашҡарҙыҡ. Һәм льгота менән файҙаланыусыларҙың барыһын да йыл башында дауалау курсына дарыу препараттары менән тәьмин итт ек.
       Ысынлап та "Башфармация" яңы йылдың тәүге көндәрендә беҙҙ ең льгота менән файҙаланыусыларыбыҙҙы ҡотҡарҙы тип әйтергә б ула. Ә "Биотек" фармацевтика компаниялары төркөмө төбәктәргә дарыу препараттарын 27 декабрҙән башлап ҡына оҙата башланы.
       Көн һайын "Биотек" "Башфармация"нан "Цито!" ( "Срочно!") тип яҙылған заявкалар ала. Килешеүгә ярашлы, дарыу препаратт ары әйтелгән адрес буйынса 48 сәғәт эсендә килеп етергә тей еш. Улар килеп етмәгән хәлдә "Башфармация" был препараттарҙы үҙ иҫәбенән биреп, һуңынан тотонолған дарыуҙар урынына "Био тек" тан килтерелгән препараттарҙы алырға хоҡуҡлы.
       Дарыу препараттары менән өҫтәлмә тәьмин итеүгә бәйле һора уҙар буйынса льгота менән файҙаланыусылар БР Һаулыҡ һаҡлау м инистрлығына 79 - 03 - 22 телефоны буйынса шылтырата ала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал