6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Прокурорға - хәрби миҙал
03.02.05


       ... "Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" икенсе дәрә жә миҙал тип атала ул. Һәм башлыса хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаш ыусыларға , әйтәйек, Чечняла хеҙмәт итеүселәргә, тапшырыла. Һуңғы ун йыл эсендә беҙҙә тәүгеләрҙән булып бындай наградаға прокуратураның ысынлап та атҡаҙанған хеҙмәткәре Әнүәр Харис улы Әхмәтов лайыҡ булды.
       Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген Әнүәр Әхмәтов 1976 йылда Бәләб әй район - ара прокуратураһында тәфтишсе вазифаһында стажер булып башлай. Артабан дәрәжәһе буйынса юғарыраҡ та, яуаплы раҡ та вазифалар көтә - республиканың Федоровка, һуңынан Дәү ләкән районы прокуроры. Һәм һәр урында ла ул юғары хоҡуҡи ку льтуралы булыуы, хеҙмәт бурысын еренә еткереп башҡарыуы, опе ративлығы, коллегаларына яҡшы мөнәсәбәте менән айырылып тора .
       Прокуратура органдарында Әнүәр Әхмәтов утыҙ йыл самаһы эш ләй. 1996 йылдың 10 декабренән алып ул Өфөнөң иң ҙур сәнәғәт районы һәм - йәшереп тораһы юҡ! - ҡатмарлы криминоген хәлдә р йыш булған Калинин районы прокураураһын етәкләй. Әхмәтов - республикала иң юғары квалификациялы юристарҙың береһе, т алапсан етәксе, прокурор эшмәкәрлегенең барлыҡ йүнәлештәре м енән дә яҡшы таныш булған белгес.
       Өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Әнүәр Харис улы бер нисә тапҡыр РФ Генераль прокуратураһы һәм БР прокуроры приказдары менән дәртләндерелде, ә 1995 йылда " Рәсәй Федерацияһы прокуратур аһының почетлы хеҙмәткәре" билдәһе менән наградланды. Һәм бы на - РФ Президентының 2004 йылдың 31 декабрендәге 1655 һанлы Указына ярашлы, законлылыҡты һәм хоҡуҡ һаҡлауҙы нығытыуға и ндергән өлөшө, күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн республика пр окуратураһының киңәйтелгән ултырышында тапшырылған яңы награ да. Коллегаларының шатлығы ла яһалма түгел, сөнки республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең иптәштәренең уңышын ү ҙҙәре хеҙмәт иткән эштең дә уңышы тип ҡабул итә.

Салауат Дәүләтов, БР прокуратураһының кадрҙар бүлеге начальн игы.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал