6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Самбо

Беҙҙең көрәшселәргә етеүсе юҡ
03.02.05


       Самбо көрәше сығышы менән СССР ваҡытынан килә. Ул үҙенә көрәшселәрҙең күп быуаттарға һуҙылған практикаһынан иң яҡ шы өлгөләрен үҙенә йыйыуы менән билдәле. 90 - сы йылдарҙа кө нсығыш алыштары спорттың был төрөн ҡыҫырыҡлап сығарырға мата шҡайны. Әммә Рәсәйҙә бөгөн самбоның икенсе һулышы асылды, ти п әйтергә була. Был патриотик хәрәкәттә Башҡортостан спортсы ларының алда барыуы айырыуса ҡыуаныслы хәл. Мәҫәлән, Волга б уйы федераль округы буйынса үткән көсөргәнешле ярыштарҙа беҙ ҙең республиканың йәш көрәшселәр командаһы ышаныслы еңеү яул аны.
       Һәм бына февраль башында Өфө Түбәнге Новгород, Ҡазан, Чеб оксар, Пермь һәм Волга буйы федераль округының башҡа ҡалалар ынан килгән башҡа самбо көрәшселәрен ҡабул итте.
       - Был төбәк турнирын үткәреүҙең маҡсаты - февралдең икенс е яртыһында Владимир ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселеге алды нан спортсыларҙың әҙерлеген тағы бер тапҡыр тикшереп ҡарау, - тип һөйләй ярыштарҙың төп арбитры, халыҡ - ара категориялы судья Роберт Зәлиев. Көрәш түңәрәк системаһы буйынса бер кө ндө үтәсәк. Еңеүсе йә призер исемен яулау өсөн егеттәргә ко верҙа биш - алты көрәш үткәрергә кәрәк.
       Көрәшселәр был имтиханды "отлично" билдәһенә тапшырҙы тип әйтергә була. БР йыйылма командаһының тренеры Наил Абсатта ров үҙ тәрбиәләнеүселәренән ҡәнәғәт. Башҡа ҡалаларҙан килгән көслө ир - егеттәр менән көрәштә беҙҙекеләр дүрт алтын һәм алты көмөш миҙал яуланы. Пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күт әрелгән Дмитрий Лабыгин, Константин Асенкин, Илья Шмаков, Дм итрий Балановты айырыуса билдәләп үтерәг булыр ине.

Виталий Чемляков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал