6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Сәнғәттә алма ағасынан алыҫ төшөүе лә бар
03.02.05


       Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Әммә Константин менән Анатолий Головченкоға ҡарата был мәҡәл төптө тура килмәй. Т ышҡы ҡиәфәтте алмағанда ғына инде: Анатолий үҙенең атаһына о ҡшаған, шундай уҡ мөһабәт, матур, киң яурынлы. Ә бына сәнғәт тә улар бөтөнләй икеһе төрлө. Береһе - классика мәктәбенә би релгән булһа, икенсеһе - үҙгәреүсән, эксперименттар яратыусы автор.
       Константин Головченконың һүрәттәре үҙҙәренең тормошсанлығ ы менән күңелде арбай. Был сюжет һыҙыҡтарында ла, төҫтәрҙә л ә һиҙелә. Тәбиғәт һулышын, диңгеҙ сайҡалыуын ысын сағылышынд а биргән картиналары айырыуса мауыҡтыра.
       - Константин Головченко ( 1925 - 2003), Башҡортостандың а тҡаҙанған рәссамы, реаль йүнәлештә эшләүсе рәссам, - тип һөй ләй уның тураһында шулай уҡ БР атҡаҙанған рәссамы Владислав Меос. - Ул Рәшит Нурмөхәмәтов, Борис Домашников, Алексей Ку знецов кеүек алдынғы рәссамдар менән бер ваҡыттарҙа уҡыны.
       Үҙенең рухи остазы тип мәрхүм Константин Александрович би лдәле башҡорт рәссамы һәм талантлы педагог Порфирий Лебедевт ы һанаған.
       1943 йылда өлкән сержант Константин Головченко фронтҡа ки тә. Рәссамдың ижадында был йылдар һис шикһеҙ үҙ эҙен ҡалдыр а. Ул хәрби тематикаға арналған портрет эштәре лә, тарихи ка ртиналар ҙа яҙа.
       Уның улы Анатолий Константинаович та, рәссам һөнәрен һайл ағас, атаһы юлынан китергә тейеш булғандыр, тип уйларға мөмк ин. Әммә ул атаһынан бик аҙын - театр йомағын ғына алған һәм үҙенең ғүмерен ошоға бағышлаған. Рәссамдың ижад тәжрибәһе к өнләшерлек - 110 - дан ашыу спектаклгә декорациялар төшөргән ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Ижад" күргәҙмә залында рәссамдың был эштәре ҡуйылмаған. Хәйер, беҙ Анатолийҙың ниндәйҙер ҡыйыулы ҡ менән һуғарылған, яңы һулыш һиҙелгән башҡа эштәрен күрә ал абыҙ. Улар бәлки ололар күңелендә аңлау тапмайҙыр ҙа, әммә ү ҙҙәре эргәһендә күп йәш ҡыҙ һәм егеттәрҙе йыя.
       Күргәҙмәгә килгән һәр кем күңеленә ятҡанын таба. Ә бөгөнг ө экспозицияның төп үҙенсәлеге - ике авторҙың бер - береһен ҡабатламауы. Был иһә сәнғәттә ата һәм ул түгел, бары тик автор булыуын тағы бер тапҡыр раҫлай.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал