6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Еңеүҙең 60 йыллығына

Студент һәм мәктәп уҡыусылары һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү юлында
03.02.05


       Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәбәрһеҙ юғ алғандарҙы эҙләү эше киң йәйелдерелгән. Һуғышҡа китеп ғәйеп булғандар республикала 127 кеше һанала. Уларҙы билдәләү өсө н Эҙләү отрядтары фонды етәксеһе Илдар Бикбаев Башҡорт дәүлә т университеты тарих факультетының "Ватан ҡанаттары" эҙләү отряды студенттары һәм аспиранттары, шулай уҡ Дәүләкәндән " ВАУРовец" отряды уҡыусылары менән бергә үҙ эҙләү методикаһын булдырған.
       Эш һөҙөмтәләре тураһында улар 1 ғинуарҙа "Башинформ" аге нтлығында үткән матбуғат конференцияһында бәйән итте.
       - Быйыл Еңеүҙең 60 йыллығына арналған саралар айырыуса кү п ойошторола, әммә хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү беҙҙең көндәл ек эшебеҙ, - тип билдәләне Илдар Бикбаев. - Көн дә беҙгә үҙ яҡындарының яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусы 10 - 20 - ләп кеше шы лтырата.
       Үҙҙәренең эҙләү моделен улар мозаика менән сағыштыра: кеш е хаҡында мәғлүмәт төрлө сығанаҡтарҙан бөртөкләп йыйыла. Эҙл әүселәр район хәрби комиссариаты һәм Оборона министрлығының Үҙәк архивындағы документтарҙы, фронттан ебәрелгән хаттарҙы һәм ветерандарҙың иҫтәлектәрен, музей һәм "Хәтер китабы" нан алынған мәғлүмәттәрҙе ентекләп өйрәнә. Әйткәндәй, был китап ты сығарыусы коллектив етәксеһе Рафиҡ Вәлиев та журналистар менән осрашыуға килде.
       - "Хәтер китабы" - 200 томдан торған баҫма, унда һуғыш йы лдарында һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙ тур аһында мәғлүмәттәр бирелә. Бөгөнгө көнгә бындай китапты бары тик Силәбе өлкәһендә генә сығарҙылар, - тип билдәләй ул. - Ә ҡайһы бер төбәктәрҙә был йәһәттән эш башланмаған да әле.
       Ғинуар айында егеттәр Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк а рхивы урынлашҡан Подольск ҡалаһында булып, һуғыш йылдарында беҙҙең республикала урынлашҡан 90 хәрби часть, хәрби учрежде ние һәм уҡыу йортоноң документтары менән танышты. Улар Башҡо ртостандан фронтҡа саҡырылып, "Хәтер китабы" буйынса хәбәрһе ҙ юғалғандар исемлегенә ингән 300 - ҙән ашыу һалдат тураһынд а мәғлүмәттәрҙе асыҡлауға өлгәште.
       - Башҡортостандан саҡырылған һалдаттар ингән 310 часть ас ыҡланды, - тип һөйләй Бикбаев. - Тимәк, алда беҙҙе бик ҙур э ш көтә. Күрһәтелгән финанс ярҙамдары өсөн БДУ ректоры һәм Дә үләкән районы етәкселегенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы асыҡл ауға тағы күпме ваҡыт кәрәгер, билдәһеҙ, әммә тарихи ғәҙелле кте тергеҙеү үтә лә мөһим эш.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал