6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Өфө лампаларының тоҡаныу тарихы
02.02.05


       Рәсәйҙә электр 1880 - се йылдарҙа барлыҡҡа килһә лә, Өфө ҡалаһы урамдары 19 быуат аҙағына тиклем газ фонарҙәре ярҙам ында яҡтыртылған. Ҡала Думаһы алдында электр станцияһы төҙөү тураһында һорау торған.
       Ниһайәт 1896 йылда Өфөлә лә беренсе электр станцияһы төҙө үгә рөхсәт бирелә, был эш инженер, Петербургта "Дюпон һәм К онстантинович" һәм Парижда "Гарлей һәм К" фирмалары вәкиле Н иколай Коншинға йөкмәтелә. Ул Александров урамында урынлашҡа н полиция бинаһына кирбестән төкәтмә өҫтәп, электр станцияһы һалдырта.
       1898 йылдың беренсе февралендә электростанция яҡтылыҡ бир ә башлай. Бының өсөн иҫәптән сыҡҡан мина ташыусының пар ҡаҙа нлығы файҙаланыла. Ҡалала эшләй башлаусы тәүге электр станци яһының нефттә эшләүсе бер нисә стационар двигателе, даими то клы динамомашиналары була. Ҡеүәте артыҡ ҙур булмай - 560 кВт . Ҡала электр селтәрҙәре лә төҙөлә. Энергияны таратыу өсөн д өйөм оҙонлоғо 19 километр самаһы булған өс проводлы система һайлана. Килешеү буйынса Коншин бер киловатт - сәғәт өсөн 40 тин алырға тейеш була ( Мәскәүҙә - ете тин). 1915 йылда ул 275 мең һумға электр станцияһы ҡала милкенә күсә, 30 - сы йы лдар башына тиклем туҡтамай эшләй.
       Элекке электр станцияһы бинаһы Карл Маркс ( Александров), 37 адресы буйынса урынлашҡан. Бер ҡатлы кирбес бина өҫтөнә тағы ике ҡат өҫтәлә.
       Ә электр станцияһының элекке хужаһының яҙмышына килгәндә, 1918 йылдың июль айында Коншин кадет һәм Сауҙа һәм сәнәғәт союзы рәйесе булараҡ, башҡа Өфө "туздары" иҫәбендә большев иктар тарафынан аманат итеп алына. 1918 йылдың октябрендә у ларҙы билдәле Өфө революционерҙарының аҡтарға әсир булған ҡа тын һәм балаларына алмаштыралар. Коншиндың артабанғы яҙмышы әлегә билдәһеҙ.
       Һүрәттә: Өфөнөң тәүге электр станцияһы.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал