6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Профсоюздар

Үҙ - ара аңлашып йәшәү - ике яҡлы процесс
01.02.05


       Тәүге рус революцияһы башланыуы, Ҡанлы йәкшәмбенең 100 й ыллығы 2005 йылдың ғинуар айына тура килә. Ул көндө поп Гапо н етәкселегендә халыҡ фәҡирлек, хоҡуҡһыҙлыҡ, чиновниктарҙың аяуһыҙлығына ялыу менән батшаға петиция яҙа, власть органдар ының үҙҙәрен аңлауына өмөтләнә. Әммә, билдәле булыуынса, вла сть халыҡты аңламай - яуап итеп Ҡанлы йәкшәмбе ойоштора. Шул ай ҙа был көн ҡорбандары халыҡҡа бер ни тиклем азатлыҡ биреп өлгөрә, әйтәйек, митингтар үткәреү, хоҡуҡ һаҡлау һәм профес сиональ союздарға берләшеү хоҡуғы - Рәсәй профсоюздары, мәҫә лән, 2005 йылда шулай уҡ үҙҙәренең 100 йыллығын билдәләй.
       Быйылғы ғинуар ҙа "революцияһыҙ" үтмәне. Рәсәй пенсионерҙ арын иң революцион класс иткән льготалар тураһындағы яңы зак он халыҡтың власть органдарын һәм власть фирҡәһе - "Берҙәм Р әсәйҙең" сәйәси линияһын аңламауын күрһәтте. Ғинуар айы буйы на "берҙәм Рәсәйҙәр" беҙҙе лә, үҙҙәрен дә граждандарҙың хоҡу ғын боҙоу асылда вайымһыҙ төбәк етәкселәре һәм урындағы баш ҡарма власть органдары менән тейешле мөнәсәбәт булдырмаған х өкүмәт арҡаһында килеп сыҡты тип ышандырырға тырышты. Ә халы ҡты урам һәм майҙандарға ҡотҡосолар алып сыға, йәнәһе, закон бына тигән, беҙ үҙ бәхетебеҙҙән үҙебеҙҙән баш тартабыҙ...
       Үҙ - ара аңлашыу - ике яҡлы процесс. Ошоно аңлап, республ икабыҙҙың профсоюз алдынғылары 27 ғинуар көнө Рәсәй Федераци яһы Думаһының Башҡортостан Республикаһы депутаттарын республ иканың профсоюз активы менән осрашырға саҡырҙы. Хәтергә төшө рөп үтәйек, быға тиклем, 18 ғинуарҙа, БР Профсоюздар федерац ияһы был законды ҡабул итмәүҙәрен белдереп башҡарма һәм һәм закондар сығарыу буйынса власть органдарынан " льготаларҙы а ҡсаға алмаштырыуҙың эҙемтәләрен йомшартыуын" талап иткәйне.
       Ошо көндәрҙә үткән осрашыуҙа депутаттар Мансур Әйүпов, Ми хаил Бугера, Марс Кальметьев, Анатолий Старков, шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһының экс - депутаты академик Роберт Ниғмәтуллин ҡатнашты. Шулай уҡ сарала Башҡортостандың һуғыш, хеҙмәт, Ҡор аллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органы ветерандары советы рәйес е Марат Муллағәлләмов, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау м инистры урынбаҫарҙары Владимир Юдин һәм Наталья Алмаева ла б улды.
       Беренсе булып һүҙҙе Анатолий Старков алды, ул - элекке пр офсоюз алдынғыһы ( ете йыл дауамында Стәрлетамаҡтағы "Каусти к" заводын етәкләгән). Үҙ сығышын Старков әфәнде риторик һор ауҙан башланы:"Нимә, кисәге профсоюз алдынғыһы ҡапыл үҙ ҡара шын үҙгәрттеме Һәм ниңә барлыҡ "берҙәм Рәсәйҙәр" һәм бында булған депутаттар был законды хуплап ҡаршы алды" Үҙенең сығ ышын Анатолий Старков тәбиғи льготаларҙы аҡсалата компенсаци я менән алмаштырыу тураһында закон проектын әҙерләү процесын һәм уның Дәүләт Думаһында үтеүен һүрәтләүгә бағышланы. "Зак он ҡабул ителгән, закон үтәлә, тик бөгөнгө этапта ул эшләп е ткереүҙе талап итә, һәм бының менән Президент Владимир Путин да риза", - тип тамамланы сығышын Анатолий Старков.
       РФ Дәүләт Думаһының икенсе депутаты Михаил Бугера "Беҙ яу аплылыҡтан баш тартмайбыҙ, ебәргән хаталар өсөн яуап бирергә һәм уларҙы төҙәтергә әҙербеҙ" тип билдәләне.
       Артабан депутаттар "түбәндәгеләрҙең" фекерен тыңланы. Ула р исеменән башлыса беренсел профсоюз ойошмалары рәйестәре һә м ветеран ойошмалары ағзалары һөйләне. Уларҙың сығыштарында халыҡты " беҙҙеке" һәм "беҙҙеке түгел" ( Федераль һәм регион аль льгота менән файҙаланыусылар) тип бүлеп ҡарауҙарын туҡта тыуҙы талап итеү, ҡабул ителгән закондарҙың сифаты һәм улар ҙы тормошҡа ашырыуҙа депутаттарҙың яуаплылығын күтәреү, соци аль яҡлау өлкәһендә реформалар үткәрер алдынан хеҙмәт өсөн т үләү һәм пенсия йәһәтенән реформа үткәреү мотлаҡ, тигән тем алар күтәрелде.
       Сығыш яһаусылар льготалары аҡса менән алмаштырылған ветер андар, инвалидтар, пенсионерҙар өсөн был сумма юл йөрөү, көн күреш хеҙмәтләндереүгә түләү, дарыуҙар алыуға бөтөнләй етмәү е тураһында әсенеп һөйләне. "Беҙ, ҡарттар, был законды әһәми әте буйынса Гайдар хөкүмәтенең "шок" терапияһынан һуң икенсе урынға ҡуябыҙ", - тип баһа бирҙе республика ветерандар сове ты рәйесе урынбаҫары Сергей Габриелов. "Әгәр Рәсәй дәүләтенд ә үҙ ғүмерен һәм һаулығын йәлләмәй матди етешлек булдырған фронтовиктарҙы, тыл эшсәндәрен, миллионлаған пенсионерҙарҙы хөрмәт итәләр икән, беренсе сиратта уларҙың асыуына теймәҫкә , ә тыныслыҡта ҡалдырырға кәрәк. Икенсеһе - Рәсәй Президенты на ла, Дәүләт Думаһына ла, Хөкүмәткә лә ҡыйыулыҡ йыйып, халы ҡтың был категорияһы алдында ғәфү үтенергә кәрәк", - тип һыҙ ыҡ өҫтөнә алды ул.

Надежда Фартыгина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал