6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы китап

"Башҡорт Пришвины" -"Империя мәҙәниәте" премияһы лауреаты
31.01.05


       Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә, Рәсәй Яҙыусылар союзында Башҡорт остан Яҙыусылар союзы ағзаһы Камил Йыһаншинға Эдуард Володин исемендәге "Империя мәҙәниәте" әҙәбиәт премияһын тапшырыу т антанаһы булып үтте. Был дәрәжәле премия лауреаты исеменә тө рлө ваҡытта композитор Геннадий Свиридов, Киев һәм бөтә Укра ина митрополиты Владимир, яҙыусы Михаил Алексеев кеүек билдә ле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм дин әһелдәре лайыҡ булған ине. Б еҙҙең республика вәкиле бындай юғары награданы тәүгә алды.
       Кем һуң ул Камил Йыһаншин Республика һәм илебеҙҙә ул яҙы усы булараҡ билдәлеме Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, мин уның т ураһында материал йыя башланым. Был эш ҡыйын булманы. Башҡор тостан Яҙыусылар союзынан уның биографияһын алдым, ә инде "б ашҡорт Пришвинының" ( әҙәби мөхиттә Камил Йыһаншинды шулай т ип тә йөрөтәләр) ижады менән уның шәхси сайтында танышырға мөмкин. Сайттың эпиграфы былайыраҡ яңғырай: "Бәхетле булырға теләһәгеҙ - тәбиғәт менән йышыраҡ аралашығыҙ. Ул кеше күңел ен сафландыра, юғарыға күтәрә һәм изгелек өҫтәй". Эпиграф ав торының был һүҙҙәрҙе әйтергә хоҡуғы бар, тәбиғәт донъяһы ун ың өсөн туған мөхите һәм был турала ул ишетеп кенә белмәй.
       Камил Фарухшин улы 1950 йылда Башҡортостанда, хәрби офице р ғаиләһендә тыуа. Бала сағы һәм йәшлек йылдары Алыҫ Көнсығы шта хәрби ҡаласыҡтарҙа, Хабаров һәм Приморье крайҙарында тай гала үтә. Һөнәре буйынса ул - радиоинженер, Горький политехн ик институтының радиоэлектроника факультетын тамамлаған. Тыу ған яғына ҡайтҡансы ул геология партияларында эшләргә, кит а улау пароходында матрос булып тир түгергә, Сихотэ - Алинь та у - урмандарында һунарсы вазифаһында дүрт йыл дауамында кеш ауларға өлгөрә. Үҙ ғүмеренең тап ошо арауығын Камил Фарухши н улы иң бәхетле, тәбиғәт менән аралашыуҙан алынған тәьҫорат тарға бай сағы тип һанай, китаптары өсөн темаларҙы ла ошо йы лдар иҫтәлегенә алыуын белдерә.
       Нисек кенә булмаһын, Камил Йыһаншин өсөн әҙәби ижад - хоб би, эш араһында булышҡан үҙенсәлекле бер мауығыу төрө булып тора. Ә эше бик етди уның. 1973 йылдан башлап даими рәүештә Өфөлә төпләнә. Тәүге ун биш йылын "Башнефть" элемтә идаралы ғында инженер, радиолаборатория начальнигы булып эшләй. 1991 йылдан алып - "Эхо" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль д иректоры, 2001 йылдан - "ШОК" элемтә предприятиеһын ойошторо усы һәм генераль директор. Эшҡыуарлыҡ менән бер рәттән хәйри ә эше менән дә шөғөлләнә, Башҡортостандың ҡырағай хайуандарҙ ы һаҡлаусы граждандар һәм ойошмаларҙы дәртләндереү фонды рәй есе вазифаһын башҡара.
       - 90 - сы йылдарға тиклем мауығыуҙарым күп төрлө ине, - т ип иҫләй Камил Фарухшин улы, - Һыу туризмы, һыу аҫтында йөҙө ү, бокс, филателия... Әммә һуңынан, эштән бушап булмау сәбәп ле, әҙәби ижад менән мауығыуым ғына тороп ҡалды. Башлыса Баш ҡортостан, Көнсығыш Себер, Алыҫ Көнсығыш тәбиғәте, ҡырағай х айуандары тураһында яҙам. 1995 йылда БР Яҙыусылар союзына ҡа бул ителдем, 2001 йылдан алып БР Яҙыусылар союзының идара ағ заһы.
       Тормошондағы иң ҙур уңышы тип Камил Йыһаншин ҡатыны Татья наны тормош иптәше итеп һайлауын әйтә. Улар бергәләп биш бал а - ике ул һәм өс ҡыҙ үҫтерә. Ә төп хатаһы тип үҙ ваҡытында ҡатынының ғаиләлә ете бала булырға тейеш тигән фекере менән килешмәүен таный.
       "Империя мәҙәниәте" премияһы - уның тәүге наградаһы түгел . 2001 йылда Степан Злобин исемендәге республика премияһы, унан бер йыл алда әҙәби ижады өсөн БР Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Үткән йыл уға "БР Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәр е" исеме бирелде. "Кызыл таң" гәзите уҡыусыларына бирелгән һ орауҙарға яуаптар буйынса Камил Йыһаншин тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө өсөн, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мо ртаза Рәхимов менән бергә, 2004 йылда "Йыл кешеһе" тип таныл ды.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал