6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәүефле хәл

Ҡатмарлы яҙмышлы балалар
28.01.05


       Азатлыҡ тойғоһо күңелдә шатлыҡ уята. Алда беҙҙе диңгеҙ, пальма ағастары, ҡояш көтә. Ҡыуаныс солғап алған бөгөн беҙҙ е: пассажирҙар менән щығырым тулы вокзал, поезға ултырыу ваҡ ытын еткәнен белдереп яңғыраусы иғландар, йәшел "ҡабырғаһына " "Өфө - Одесса" тип яҙылған вагоныбыҙ, барыһы ла күңелде кү тәрә... Тағы бер нисә минуттан һау бул, туған ҡала, хушығыҙ, ҡәҙерле етәкселәр.
       Беҙ ултырасаҡ плацкарт вагон эргәһендә бала - саға йыйылғ ан. "Күңелле буласаҡ" тип һығымта яһаным мин. Тик ни тиклем "күңелле" буласағын күҙ алдыма ла килтермәгәнмен икән әле. Т ар коридор буйлап өлкәндәр - балаларҙы оҙатыусылар үтә. Һәр береһенең ҡулында "Балалар йорто" тип яҙылған сумка. Был яҙы уҙы күргәс, йөрәк сәнсеп алды - бына ниндәй балалар икән! Ми н уларҙың йөҙҙәренә ҡарайым, улар бер - береһенә нимә менәнд ер оҡшаш кеүек, бәлки барыһының да сәсен бер үк ҡулдар киҫкә нгәлер... Мине йәлләү һәм ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо солғап алд ы. Балалар вагонда үҙ урындарына урынлашты, тәрбиәселәр бәҙр әф эргәһендәге купела үҙ урындарын алды.
       Ике көн буйына был балалар юлдаштарына иғтибар бирмәйенсә уйнаны, тамаҡ туйҙырҙы, көлөштө. Был юл нимәһе менәндер "За стеклом" уйынын хәтерләтә ине. Балалар йортонда тәрбиәләнеү селәрҙең тормошона шаһит булырға тура килгән был ике көн күң елдә ауыр тәьҫир ҡалдырҙы. Айырыуса уларҙың тәртипһеҙ, тупаҫ һәм... ялҡау булыуҙары аптыратты.
       - Асығыҙ! - Лиана күрше ҡатынға йогурт һона.
       Теге асып бирҙе. "Зинһар өсөн" һәм "рәхмәт" һүҙҙәре ишете лмәне, әлбиттә. Ҡыҙыҡай йогуртты тәүге тапҡыр күрә һәм аса б елмәйҙер, моғайын, тип уйлап ҡуйҙым. Әммә ҡыҙыҡай ошондай уҡ һорау менән күрше ҡатынға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте - Лиананың бары тик йогурт асып мәшәҡәтләнгеһе килмәй ине. Ба лаларҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыттарҙан ашаттылар. Т әрбиәселәр вагон буйлап йөрөп балаларҙың ашап бөтөүен күҙәтт е. Ә улары иһә аштарын бутҡаға түңкәреп уны тәрилкә менән ҡа плай. Был нимәне күрһәтә Балалар туҡ. Эйе, аҙыҡ - түлек һәм кейем йәһәтенән барыһы ла һәйбәт. Был ҡыуандыра. Икенсе ним ә борсой - ул да булһа уларҙың аҙыҡҡа булған ҡарашы. Ашап ө лгөрөлмәгән йогурт, банан, колбасалар еңел генә сүп - сар һа уытына ырғытылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, был йәһәттән балал ар йорто тәрбиәләнеүселәре "яңы урыҫ" балаларын хәтерләтте м иңә.
       - Һеҙ ҙә Сочиға бараһығыҙмы - тип миңә мөрәжәғәт итте 12 йәшлек Регина.
       Поездың Одессаға барыуына ул аптырауын белдерҙе. Хәйер, у ға барыбер ине, күрәһең, география дәрестәре балалар йортонд а бик яҡшы кимәлгә ҡуйылмағандыр. Башҡа фәндәрҙән дә эштәре бик яҡшынан тормайҙыр, ахыры, сөнки киләһе һорау минең күрше мде хайран ҡалдырҙы:
       - Һеҙ русса беләһегеҙме, - тип һораны унан мәктәп уҡыусы һы.
       Нимә тип әйтәһең инде.
       Юл буйына балалар баштүбән йөрөнө тип әйтергә була, һикер ҙеләр, уйнанылар, йүгерҙеләр, бөтә вагон аша бер - береһенә яңғыратып ҡысҡырыштылар:
       - Ленка, бир ручканы! Ах һин...!
       - Һин үҙең...!
       Ҡыҫҡаһы, һөйләшеү һүҙҙәре бер төрлө: "теләмәйем", "тай б ынан" һәм, әлбиттә, һүгенеү һүҙҙәре.
       Вагонда бәләкәй балалар ҙа бар ине, туҡтауһыҙ ҡысҡырышыуҙ ан вагонда барған пенсионерҙар баш ауыртыуынан йонсоно, пров одница ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
       - Хоҙайым, ниндәй балалар һуң былар! Тыныслап иҙән йыуырғ а ла бирмәйҙәр. Иҫерек "вахтовиктар" менән йөрөүе еңелерәк и кән, улар исмаһам әйткәнде аңлай. Юҡ икән, милицияға тапшыры рға була.
       Барыһына ла ҡыйын һәм уңайһыҙ ине. Бары тик балалар йорто тәрбиәләнеүселәре генә үҙҙәрен тормош хужаһы итеп тойҙо. Ул арға бөтәһе лә рөхсәт ителгән. Өлкәндәрҙең шелтәләүенә уларҙ ың яуабы бер:
       - Һин беҙгә тәрбиәсе түгел.
       Ә тәрбиәселәр һуң Улар балаларының тәртибенә иғтибар бир ергә уйламаны ла. Өйрәнгәндәр. Барыһы ла иҫән, туҡ, тимәк до нъя түңәрәк. Вагон мөйөшөндә ултырып әңгәмә ҡороп тик барҙыл ар. Һуң бит балаларҙы тыныс уйындар, һүрәт төшөрөү, бик булм аһа әле үҙебеҙ үткән ҡала һәм станциялар тураһында һөйләп әү рәтергә була бит.
       Төндә шау - шыуҙан арыған пассажирҙар тәрбиәселәр янына к илеп, балаларҙы йоҡларға һалырға ваҡыт етмәнеме тип ҡыҙыҡһын ыныуына (Өфө ваҡыты буйынса сәғәт төнгө берҙәр тирәһе), тәрб иәселәрҙең береһе был балаларҙың яҙмышы бик ҡатмарлы һәм ула р йоҡларға урындағы ваҡыт буйынса сәғәт ун берҙә, тимәк тағы бер сәғәттән ятасаҡ, тип белдерҙе. Уйнаһындар.
       Төндә һәм иртән пассажирҙар вагондан баштары ауырып сыҡты . Уларға юлдарын артабан дауам итергә кәрәк. Ә балалар иһә й оҡлай ине. Улар төшкә тиклем, Одессаға барып еткәнсе йоҡлаяс аҡ.
       Ҡатмарлы яҙмышлы балалар. Ошондай ярлыҡ элеп ҡуйып ҡул һе лтәүе еңел, әлбиттә. Сәбәптәр ҙә күптер, аңлашыла. Тик бер н индәй белемһеҙ, башҡаларға ҡарата ихтирам тигән тойғо менән дә таныш булмаған балаларҙың киләсәге ниндәй булыр һуң

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал