6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Урындағы үҙидара: хоҡуҡтар - статусҡа ҡарап
28.01.05


       Үткән йыл аҙағында республикала "Башҡортостан Республика һында сиктәр, статус һәм муниципаль берәмектәрҙең администр атив үҙәктәре тураһында " закон ҡабул ителгәйне. Ул "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидара ойоштороуҙың дөйөм принципта ры тураһында" федераль законға ярашлы рәүештә булдырылды. Б ыл ҙур күләмле документҡа аңлатма һорап - ул 140 гәзит битен тәшкил итә - беҙ Башҡортостан Республикаһы Президенты Хаким иәтенең территориялар менән эш идаралығының урындағы үҙидара һорауҙары буйынса сектор мөдире Нәүфәл Янбухтинға мөрәжәғә т иттек.
       Закондың төп үҙенсәлектәре иҫәбендә Янбухтин ҡала эсендә муниципаль берәмектәрҙең булмауын билдәләне. Миҫал өсөн, әле ге ваҡытҡа тиклем бындай ете берәмек (райондар) Өфө составын а, өсәү - Стәрлетамаҡ, бишәү Салауат составына һ. б. инә ине . 2006 йылдың 1 ғинуарынан башлап улар үҙгәртеләсәк. Уларҙың нисек аталасағы, ниндәй структураға ҡараясағы әлегә асыҡ тү гел.
       Тағы бер яңылыҡ - "ҡала поселениелары" термины. Улар райо ндар составына инеү - инмәүе буйынса бүленә. Башҡортостанда бындай статусҡа һигеҙ ҡала эйә булды: Өфө, Стәрлетамаҡ, Сала уат, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, Сибай, Ағиҙел. Тағы б ер ҡала - Межгорье - ябыҡ административ - территориаль берәм ек федераль закон буйынса ҡала округы статусына эйә.
       Тағы бер категория - муниципаль райондар. Уларҙың һаны 54 , йәғни быға тиклем республикала иҫәпләнгән райондар һанын а тигеҙ. Муниципаль райондарға дөйөм биләмәләр берләштергән ауыл һәм ҡалалар инә. Барлыҡ райондарҙа ла район үҙәге шул к өйө ҡалды.
       Хакимиәттәре район менән уртаҡ булған ҡалалар ( мәҫәлән Д әүләкән ҡалаһы һәм районы) хәҙер район составына инеүсе ҡала лар тип аталасаҡ. Бынан тыш әйтелгән категорияға үҙгәртеүҙән һуң тороп ҡалған өс ҡасаба советы инде - Шишмә районының Ши шмә ҡасабаһы, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы һәм Салауат р айонының Первомайский ҡасабаһы. Бәләбәй районының ике ҡала п оселениеһы бар - Бәләбәй һәм Приют ҡасаба советы. Муниципаль район составына ингән бындай ҡала поселениелары барлығы 15 иҫәпләнә. Ауыл поселениелары - уртаҡ биләмәләр менән берләшт ерелгән бер нисә ауыл ингән ауыл советтары. Һәр районда урта са 15 - 20 ауыл поселениелары бар. Иң күп поселениелар Стәр летамаҡ районында - барлығы 27. Ауыл поселениеларының дөйөм һаны 942. Уларҙың 36 - һы ҡасаба советтарынан үҙгәртеп алынғ ан, 32 - һе эреләтеү юлы менән булдырылған һәм береһе ҡайтан ан төҙөлгән.
       Муниципаль берәмек майҙандары һәм сиктәрен урындағы үҙида раның тәбиғәт һәм социаль - иҡтисади үҙенсәлектәрҙе тормошҡа ашырыуын һәм, әлбиттә, урындағы халыҡ фекерен иҫәптә тотоп билдәләнеүен әйтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта күпселек райондар  ҙур бурмаған үҙгәрештәр кисереп, башлыса элекке сиктәрендә ҡалды.
       Урындағы үҙидара органдарының бурыстарына килгәндә, ойошм аларҙың һәр береһенә урындағы халыҡ өсөн әһәмиәтле булған һо рауҙар буйынса төрлө бурыс һәм хоҡуҡтар йөкмәтелгән.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал