6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙ порталы

Билдәле музыканттар Даниил Крамер һәм Виктор Двоскин Өфөгә " Рәсәйҙең иң яҡшы йырсыларының береһен" алып килде
28.01.05


       Даниил Крамер, һәр ваҡыттағыса, был юлы ла һүҙ артынан к еҫәгә инеп торманы, сәхнәлә үҙен ябай һәм ирекле тотто, әсе телләнергә лә күп һораманы һәм концерт аҙағында, ғәҙәттәгесә , алҡыштарға күмелде. Үҙенә "ғәҙәти булмаған" бер генә ирекл ек рөхсәт итте ул - "бисҡа" уйнаны, был тамашасыларҙы аптыр атты ла, шатландырҙы ла, әлбиттә. Сөнки Крамер бер ваҡытта л а концерт сиктәренән сыҡмай тиергә була.
       Крамер концерттарға бер үҙе һирәк килә. Был юлы ла ул Өф ө тамашасыларының өмөтөн аҡланы - яңы йондоҙ булып балҡыған джаз йырсыһы Анна Бутурлинаны алып килде. Крамер билдәләп үт еүенсә, ҡыҙға бары 27 йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул Рәсәй һәм сит илдәрҙә гастролдәрҙә булып та, "Дракула" мюзиклында төп ролде башҡарып та, илдең иң билдәле музыканттары менән эшләп тә өлгөргән.
       - Мин Аняға биш - алты йыл элек иғтибар иткәйнем инде. Ул минең өмөттәремде аҡланы, - тип белдерҙе маэстро. - Мин уны Рәсәйҙ иң оҫта йырсыларҙың береһе тип әйтер инем. Хоҙай Аня ға матур төҫ - буй ҙа, еңел һәм яҡты тауыш йәлләмәгән, әммә был ҡыҙҙа мине иң аптыратҡаны - уның эш һәләте һәм эшләргә т еләге.
       Үҙенең тағы бер компаньоны менән таныштырып Даниил Крам ер:
       - Беҙҙең быуын өсөн ул ярым алла, ә ул уйнаған "Аллегро" төркөмө джаз тарихында иң билдәле ансамбль, - тип таныны.
       Хәйер, Виктор Двоскин менән ентекләп таныштырыу ҙа кәрәкм әй ине: ул ысынлап та мөғжизәләр оҫтаһы булып сыҡты. Әгәр бы ға тиклем контрабасты ритм оҙатыуы өсөн генә кәрәкле музыка ҡоралы тип һанаһаҡ, - Двоскин был фекерҙе бик еңел генә үҙгә ртә алғанын раҫланы. Ул шундай оҫта итеп контрабаста соло уй най, был инструмент тураһында уй - фекерҙәрҙең бөтөнләй икен се юҫыҡҡа әйләнеүен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Днепропетровск ҡалаһы нда тыуған был музыкант бөгөн Нью - Йоркта йәшәй, бик күп у йнай, гастролдәрҙән ҡайтып инмәй һәм планетала контрабаста у йнаусыларҙың иң оҫталарынан һанала.
       Бындай билдәле ике мэтрҙың бер сәхнәлә тап килеүҙәре һирә к күренеш, әлбиттә. Шуғалыр ҙа билеттар бер сәғәт эсендә һат ылып бөттө, ә филармонияның ҙур залына иһә терһәктәр менән ш әпитеп эшләгәндән һуң ғына инеп була ине.
       Анна Бутурлинаны Өфө тамашасыһы белеп етмәй, сөнки "джазд ың иң йәш һәм талантлы йырсыһы" әлегә тиклем беҙҙең ҡалаға к илгәне юҡ ине.
       - Был иҫ киткес талантлы ҡыҙ, ышанығыҙ миңә, - тип өгөтлә не Крамер халыҡты ул сәхнәгә сығыр алдынан. Һәм зал уға шунд а уҡ ышанды. Йырсының тауышын тәү башлап ишетеү менән Өфө пу бликаһы йәш йондоҙҙо күмәк ҡул сабыуҙар менән ҡаршыланы һәм бик теләп ҡабул итте.
       Концерттан һуң гардеробта кейем артынан сиратта торғанда тамашасылар тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын дауам итте. Улар башлыса бер төрлө ине: музыканттарҙың оҫталығынан тыш халыҡ ты уларҙың ябайлығы, үҙ - ара һәм тамашасылар менән аралаша белеүе әсир иткән.
       Әйткәндәй, концерт аҙағында музыканттар Өфө тамашасыһы ме нән оҙаҡҡа айырылышмағанын белдерҙе: дүртенсе һәм бишенсе ма ртта Даниил Крамер һәм Вячеслав Горский триоһы Өфөнөң джаз ф естивалендә ҡатнашасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал